Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике ғаиләне ижад яҡынайтты
Ике ғаиләне ижад яҡынайттыБылтыр декабрҙә танылған йырсылар Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың концерты шаулап-гөрләп үткәйне, Урал Мортазин менән Лилиә Ишемйәрова өфөләр өсөн йәнә күңелле байрам ойошторҙо. Концерттарҙың күптәр өсөн Яңы йыл алдынан матур бүләк булыуын беләм, ял сәғәттәре һәр кемдең күңеленә хуш килде. Унда баш ҡалаға райондарҙан туғандарына ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә күп ине. Шул саҡта мин йыр-моң өсөн алыҫ араларҙың юҡлығына инандым. Киләһе көндәрҙә тағы ла нимә көтөлә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова шул турала һөйләй:
— Йырсы тиһеңме, бейеүсе булһынмы, ғөмүмән, сәнғәт юлын һайлағанһың икән, халыҡ араһында күп йөрөргә тейешһең. Әхирәтем әйтмешләй, сәхнәнең биҙәге булырға кәрәк. Был юлы 17 февралдә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ойоштороласаҡ концертыбыҙҙы “Һаман иҫтә...” тип атаныҡ. Ни өсөн ошо исемдә туҡталдыҡ? Беҙ, бер нисә йәш белгес, үткән быуаттың 90-сы йылдар башында Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлағас та, баш ҡаланы ҡалдырып, Сибай дәүләт филармонияһында тәүге ижади аҙымдарыбыҙҙы яһаныҡ. Улай ғына ла түгел, унда бик күп фекерҙәштәремде таптым. Шулар араһында
Ике ғаиләне ижад яҡынайттыБашҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова менән Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров ғаилә дуҫтарыбыҙға әйләнде, ҡыҫҡаһы, ижад беҙҙе бер-беребеҙгә яҡынайтты. Өфөгә лә бер үк ваҡытта кире килдек, ә дуҫлыҡ ептәренең йылдан-йыл нығына барыуына һөйөнөсөм сикһеҙ. Был концертты Тимеровтарҙың һәм беҙҙең ғаиләнең ижадына йомғаҡ яһау тиеү ысынбарлыҡҡа тап килә. Тамашасылар иғтибарына халыҡ йырҙарын тәҡдим итәсәкбеҙ. Әлбиттә, эстрада йырҙары ла яңғыраясаҡ. Шулай уҡ дуэт һәм квартеттарҙы ла программаға индерҙек. Әгәр хәҙер барыһы хаҡында ла бәйән итһәм, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Шуға күрә сәхнәнең шаршауын асмай торайыҡ. Бая берҙәмлек төшөнсәһе тураһында әйтә биреп ҡуйғайным инде. Баянсы Илшат Яхин, ҡурайсы Марсель Сәйетов, йырсылар Заһир Иҫәнсурин, Марсель Ҡотоев, бейеүселәр Светлана Батыршина, Әлиә Нурғәлиева кеүек сәнғәт әһелдәрен дә йәлеп иттек. Йәш таланттарҙы ла үҫтерергә, уларға ҡанат ҡуйырға кәрәк бит.
И. МӨХӘМӘТОВ
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779