Былтыр декабрҙә танылған йырсылар Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың концерты шаулап-гөрләп үткәйне, Урал Мортазин менән Лилиә Ишемйәрова өфөләр өсөн йәнә күңелле байрам ойошторҙо. Концерттарҙың күптәр өсөн Яңы йыл алдынан матур бүләк булыуын беләм, ял сәғәттәре һәр кемдең күңеленә хуш килде. Унда баш ҡалаға райондарҙан туғандарына ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә күп ине. Шул саҡта мин йыр-моң өсөн алыҫ араларҙың юҡлығына инандым. Киләһе көндәрҙә тағы ла нимә көтөлә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова шул турала һөйләй:
— Йырсы тиһеңме, бейеүсе булһынмы, ғөмүмән, сәнғәт юлын һайлағанһың икән, халыҡ араһында күп йөрөргә тейешһең. Әхирәтем әйтмешләй, сәхнәнең биҙәге булырға кәрәк. Был юлы 17 февралдә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ойоштороласаҡ концертыбыҙҙы “Һаман иҫтә...” тип атаныҡ. Ни өсөн ошо исемдә туҡталдыҡ? Беҙ, бер нисә йәш белгес, үткән быуаттың 90-сы йылдар башында Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлағас та, баш ҡаланы ҡалдырып, Сибай дәүләт филармонияһында тәүге ижади аҙымдарыбыҙҙы яһаныҡ. Улай ғына ла түгел, унда бик күп фекерҙәштәремде таптым. Шулар араһында
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова менән Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров ғаилә дуҫтарыбыҙға әйләнде, ҡыҫҡаһы, ижад беҙҙе бер-беребеҙгә яҡынайтты. Өфөгә лә бер үк ваҡытта кире килдек, ә дуҫлыҡ ептәренең йылдан-йыл нығына барыуына һөйөнөсөм сикһеҙ. Был концертты Тимеровтарҙың һәм беҙҙең ғаиләнең ижадына йомғаҡ яһау тиеү ысынбарлыҡҡа тап килә. Тамашасылар иғтибарына халыҡ йырҙарын тәҡдим итәсәкбеҙ. Әлбиттә, эстрада йырҙары ла яңғыраясаҡ. Шулай уҡ дуэт һәм квартеттарҙы ла программаға индерҙек. Әгәр хәҙер барыһы хаҡында ла бәйән итһәм, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Шуға күрә сәхнәнең шаршауын асмай торайыҡ. Бая берҙәмлек төшөнсәһе тураһында әйтә биреп ҡуйғайным инде. Баянсы Илшат Яхин, ҡурайсы Марсель Сәйетов, йырсылар Заһир Иҫәнсурин, Марсель Ҡотоев, бейеүселәр Светлана Батыршина, Әлиә Нурғәлиева кеүек сәнғәт әһелдәрен дә йәлеп иттек. Йәш таланттарҙы ла үҫтерергә, уларға ҡанат ҡуйырға кәрәк бит.
И. МӨХӘМӘТОВ
яҙып алды.