Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үҙемде белгәндән бирле бейенем”
“Үҙемде белгәндән бирле бейенем” Сәнғәт донъяһы ғәжәйеп матур. Мәҡәләмдең геройы ла – һөнәренә мөкиббән шәхес, хореограф, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөни­рова.

Бейеүсе менән йырсының сәхнәгә бер күтәрелеүе тимерсе хеҙмәтенә тиңләнә. Әсе тир, ныҡышмалылыҡ менән яулана уңыш һәм дәрәжә. Спорттағы кеүек, бейеүҙә лә – бер туҡтауһыҙ күнекмәләр эш­ләү, күп нәмәнән үҙеңде мәхрүм итеү, концерттар, гастроль тормошо. Шулай ҙа арыу-талыу Мөнирәне ҡурҡытмай.
– Үҙемде белгәндән бирле бейеүсе булырға хыялландым. Өсөнсө класта уҡы­ғанда баянда уйнарға өйрәндем, бейей башланым. Әҙерәк үҫә төшкәс, концерт­тарҙа әүҙем ҡатнаштым. Үҙе­беҙгә үҙебеҙ бейеү һалдыҡ. Килештереп костюмдар тегә инек. Атай-әсәйем, сәнғәткә тартылыуымды күреп, теләгемә ҡаршы килмәне, киреһенсә, хыялыма ҡанат ҡуйҙы, – тип хә­тирәләргә бирелә ул.
Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәни-ағартыу училище­һына юллана Мөнирә. Бында уҡырға инеүен ул тормошондағы иң әһәмиәтле ваҡиғалар­ҙың береһе тип баһалай. Бе­ренсенән, кү­ңеленә ятҡан һөнәрен алһа, икенсенән, яратҡан кешеһен – Таһирын осрата. Дәрт­тәре ташып торған йәштәр, уҡыу йортон тамамлағас, Ҡа­риҙел райо­нының мәҙәниәт йортона эшкә ҡайта. Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы – “Йәшлек” ансамбле етәксеһе, Та­һир Әғзәм улы методист, баянсы булып.
Рәфилә Мөғәллим ҡыҙының эш көнө балалар менән күнекмәләрҙән, яңы бе­йеүҙәргә көй эҙләүҙән, костюмдарға эс­киздар табыуҙан башлана. Һәләтле ма­лай­ҙар һәм ҡыҙҙар станок янында күнек­мәләр яһай, бейеү алымдарын төшөнә, төрлө халыҡ бейеүҙәрен үҙ­ләштерә.
Ансамбль менән 30 йыл эшләү дәүе­рендә алты быуын бейеүсе тәрбиә­ләп сы­ғарған Рәфилә Мөнирова. Артабан ошо өлкәлә белем алып, сәнғәт юлына аяҡ баҫҡан егет һәм ҡыҙҙар, һис шикһеҙ, ос­таздарының ғорурлығы. “Сулпылар”, “Ба­йыҡ” бәйгеләрендә, Туймазы, Өфө, Яр Саллы, Пермь, Санкт-Петербург һәм баш­ҡа ҡалаларҙа үткәрелгән төрлө конкурс, фестивалдәрҙә ҡатна­шыу, тамашасы һө­йөүе, алҡыштар, иң мөһиме – балаларҙа үҙ көстәренә ышаныу тойғоһо уятыу – былар­ҙың барыһы ла етәксенең ал-ял белмәй эшләү һөҙөмтәһе.
Ансамблдең репертуарында баш­ҡорт, татар, мари, урыҫ һәм башҡа милләт ха­лыҡтарының бейеүҙәре бар. Уларҙың күбеһе шаян, дәртле һәм лирик характерлы. Был тәү сиратта бейеү һалыусы Рәфилә Мөғәллим ҡыҙының булмышын асып бирәлер, моғайын. Йөрәгеңдә дәрт-дарманың ташып тор­маһа, ижадҡа урын юҡ.
– Үҙем генә атҡара торған эш түгел, күмәк көс менән күтәрәбеҙ. Тәү сиратта коллегаларым ярҙам итә. Кемдер сценарий яҙа, икенсеһе костюмдар һайлаша. Ойошторолғандан башлап “Байыҡ” бейеү конкурсында ҡатнашабыҙ. Шуға уның турала айырым әйтеп үткем килә. Конкурсҡа тип бейеү ҙә һалына, шунда уҡ костюмдар ҙа тегелә. Район хакимиә­те бер ваҡытта ла мөрәжәғәтебеҙҙе кире ҡаҡмай, ярҙам ҡулы һуҙа.
“Йәшлек”тең ижады менән Ҡариҙел халҡы ғына түгел, эргә-тирәләге ра­йон­дарҙа ла таныштар, сөнки коллектив Миш­кә, Балтас, Асҡын, Нефтекама, Стәр­ле­тамаҡ, Туймазы яҡтарына ла гастролгә йыш сыға.
Эштә талапсан уҡытыусы, йортта йүгереп йөрөп тәмле аш-һыу әҙерләгән хужабикә, наҙлы, хәстәрлекле әсәй һәм килен Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы. Ҡыҙҙары Айгөл, улдары Илсурға ла бала саҡтан бейеүгә һөйөү орлоҡтары һала әсә кеше. Илсур ҙур уңыштарға өлгәшә, төрлө конкурс һәм фестивалдәр лауреаты. Бе­йеүҙән алыҫ ­торған һөнәр һайлаһа ла, яратҡан шөғөлөнән айырылмаясаҡ Илсур.
– Мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арыныр, уйҙарымды тәртипкә килтерер өсөн баҡсама сығырға яратам. Йәшеллеккә ҡулдарым тейһә, күңелем тыныслана, кинәнес алам, – ти хужабикә.
Матур баҡса үҫтерергә, мал-тыуар тоторға, йорт эштәре менән булышырға, яҡындарын татлы ризыҡтар менән һыйларға, ижад итергә бер ыңғай нисек өлгөргәне билдәле: эргәһендә өҙөлөп торған, бөтә яҡтан да ярҙам иткән, дәртләндергән һәм аңлаған таянысы –Таһиры бар.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779