Сәнғәт донъяһы ғәжәйеп матур. Мәҡәләмдең геройы ла – һөнәренә мөкиббән шәхес, хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөнирова.Бейеүсе менән йырсының сәхнәгә бер күтәрелеүе тимерсе хеҙмәтенә тиңләнә. Әсе тир, ныҡышмалылыҡ менән яулана уңыш һәм дәрәжә. Спорттағы кеүек, бейеүҙә лә – бер туҡтауһыҙ күнекмәләр эшләү, күп нәмәнән үҙеңде мәхрүм итеү, концерттар, гастроль тормошо. Шулай ҙа арыу-талыу Мөнирәне ҡурҡытмай.
– Үҙемде белгәндән бирле бейеүсе булырға хыялландым. Өсөнсө класта уҡығанда баянда уйнарға өйрәндем, бейей башланым. Әҙерәк үҫә төшкәс, концерттарҙа әүҙем ҡатнаштым. Үҙебеҙгә үҙебеҙ бейеү һалдыҡ. Килештереп костюмдар тегә инек. Атай-әсәйем, сәнғәткә тартылыуымды күреп, теләгемә ҡаршы килмәне, киреһенсә, хыялыма ҡанат ҡуйҙы, – тип хәтирәләргә бирелә ул.
Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәни-ағартыу училищеһына юллана Мөнирә. Бында уҡырға инеүен ул тормошондағы иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе тип баһалай. Беренсенән, күңеленә ятҡан һөнәрен алһа, икенсенән, яратҡан кешеһен – Таһирын осрата. Дәрттәре ташып торған йәштәр, уҡыу йортон тамамлағас, Ҡариҙел районының мәҙәниәт йортона эшкә ҡайта. Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы – “Йәшлек” ансамбле етәксеһе, Таһир Әғзәм улы методист, баянсы булып.
Рәфилә Мөғәллим ҡыҙының эш көнө балалар менән күнекмәләрҙән, яңы бейеүҙәргә көй эҙләүҙән, костюмдарға эскиздар табыуҙан башлана. Һәләтле малайҙар һәм ҡыҙҙар станок янында күнекмәләр яһай, бейеү алымдарын төшөнә, төрлө халыҡ бейеүҙәрен үҙләштерә.
Ансамбль менән 30 йыл эшләү дәүерендә алты быуын бейеүсе тәрбиәләп сығарған Рәфилә Мөнирова. Артабан ошо өлкәлә белем алып, сәнғәт юлына аяҡ баҫҡан егет һәм ҡыҙҙар, һис шикһеҙ, остаздарының ғорурлығы. “Сулпылар”, “Байыҡ” бәйгеләрендә, Туймазы, Өфө, Яр Саллы, Пермь, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙа үткәрелгән төрлө конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашыу, тамашасы һөйөүе, алҡыштар, иң мөһиме – балаларҙа үҙ көстәренә ышаныу тойғоһо уятыу – быларҙың барыһы ла етәксенең ал-ял белмәй эшләү һөҙөмтәһе.
Ансамблдең репертуарында башҡорт, татар, мари, урыҫ һәм башҡа милләт халыҡтарының бейеүҙәре бар. Уларҙың күбеһе шаян, дәртле һәм лирик характерлы. Был тәү сиратта бейеү һалыусы Рәфилә Мөғәллим ҡыҙының булмышын асып бирәлер, моғайын. Йөрәгеңдә дәрт-дарманың ташып тормаһа, ижадҡа урын юҡ.
– Үҙем генә атҡара торған эш түгел, күмәк көс менән күтәрәбеҙ. Тәү сиратта коллегаларым ярҙам итә. Кемдер сценарий яҙа, икенсеһе костюмдар һайлаша. Ойошторолғандан башлап “Байыҡ” бейеү конкурсында ҡатнашабыҙ. Шуға уның турала айырым әйтеп үткем килә. Конкурсҡа тип бейеү ҙә һалына, шунда уҡ костюмдар ҙа тегелә. Район хакимиәте бер ваҡытта ла мөрәжәғәтебеҙҙе кире ҡаҡмай, ярҙам ҡулы һуҙа.
“Йәшлек”тең ижады менән Ҡариҙел халҡы ғына түгел, эргә-тирәләге райондарҙа ла таныштар, сөнки коллектив Мишкә, Балтас, Асҡын, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Туймазы яҡтарына ла гастролгә йыш сыға.
Эштә талапсан уҡытыусы, йортта йүгереп йөрөп тәмле аш-һыу әҙерләгән хужабикә, наҙлы, хәстәрлекле әсәй һәм килен Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы. Ҡыҙҙары Айгөл, улдары Илсурға ла бала саҡтан бейеүгә һөйөү орлоҡтары һала әсә кеше. Илсур ҙур уңыштарға өлгәшә, төрлө конкурс һәм фестивалдәр лауреаты. Бейеүҙән алыҫ торған һөнәр һайлаһа ла, яратҡан шөғөлөнән айырылмаясаҡ Илсур.
– Мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арыныр, уйҙарымды тәртипкә килтерер өсөн баҡсама сығырға яратам. Йәшеллеккә ҡулдарым тейһә, күңелем тыныслана, кинәнес алам, – ти хужабикә.
Матур баҡса үҫтерергә, мал-тыуар тоторға, йорт эштәре менән булышырға, яҡындарын татлы ризыҡтар менән һыйларға, ижад итергә бер ыңғай нисек өлгөргәне билдәле: эргәһендә өҙөлөп торған, бөтә яҡтан да ярҙам иткән, дәртләндергән һәм аңлаған таянысы –Таһиры бар.