Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өҙҙөрөп баҫа Илшат
Өҙҙөрөп баҫа Илшат -– Вәт, исмаһам, оҫта!
– Сәхнәне бер итеп бейей бит!
– Ни эшләп Өфө тирәһенә китмәй икән? Баш ҡалала ғына йөрөй торған егет.


Красноусол мәҙәниәт һарайында эшләп йөрө­гән Илшат Хәбибуллин­дың һәр сығышынан әҫәр­ләнгән тамашасы йыш ҡына шулай ти. Икен­се­ләре бығаса Фәйзи Ғәскәров исе­мендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бе­йеүҙәре ансамблендә, Стәрлета­маҡта эшләп алған егеттең тыуған яғына ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмай. Бәй, шулай булмайса! Талантлы егет үҙе бейеп кенә ҡалмай, район балаларына ғәжәп талантын ур­таҡлаша. Өйрәтеүсеһе генә бул­һын, улары оторға әҙер тора.
Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. Хәҙер Илшаттың уҡыусылары төрлө ярыштарҙа ҡат­нашып, еңеү яулай. Былтыр, мәҫәлән, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында гимназия уҡыусыһы Искәндәр Әбелғужин – Гран-при, ә “Быҙыбыт” бейеү ансамбле III урын алғайны. Ошо конкурстан һуң Искәндәрҙе Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына уҡырға алалар. Киләһе йылына Илнара Ғөбәйҙул­лина менән Айназ Рафиҡов башҡа­рыуындағы “Эх кенә!” шаян бейеүе I дәрәжә диплом менән баһаланды. Яңы ғына I класты тамамлаған балалар өсөн был тәүге ҙур еңеү була. Уларҙың икеһе лә планшет һәм портфель менән бүләкләнгән. Илшат Хәбибуллинға иһә, “Иң яҡшы етәксе” булараҡ, 5 мең һумлыҡ сертификат тапшырылған.
– Был бейеүҙе Илнара менән Айназ өсөн махсус рәүештә үҙем һалдым. Башҡортос­тандың халыҡ артисы Радмир Бәҙ­ретдинов етәк­селегендәге баһалама ағзалары юғары баһа ҡуйҙы, быға бик шатмын, – ти талантлы егет, тәьҫорат-тары менән уртаҡлашып.
Илшат өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалырға йыйынмай, килә­һе йыл “Бы­ҙыбыт” ансамбленең гран-при яуларына иҫәп тота. Әле бында 16 бала шөғөлләнә, алмашҡа әҙерлек төркө­мөнә 20 ҡыҙ, малай йөрөй. Килә­сәктә улар “Быҙыбыт”­тың төп көсөн тәшкил итәсәк тә инде.
Илшат Красноусолда тыуа. Бә­лә­кәйҙән мәжлес­тәрҙә өлкәндәрҙең бейеүен кү­реп үҫкән малай мәктәптә ошо сәнғәт нес­кә­лек­тәренә ихлас өйрәнә. Унан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында белем ала, бөгөн Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында ситтән тороп уҡый.
Бейеүсе республика, Рәсәй кимә­лендәге ярыштарҙа йыш ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Уның иң ҙур уңышы – 2003 йылда Санкт-Петербург ҡа­лаһында “Талант ҡанаттарында” тигән халыҡ-ара конкурс-фес­ти­валдә I дәрәжәләге лауреат булыуы.
...Мәҙәниәт һарайында сираттағы күнекмә бара. Балалар Илшат ағай­ҙарының һәр хәрәкәтен ентекле күҙәтеп ҡабатлай. Ҡыҙҙарҙың, ма­лай­ҙарҙың йөҙөндәге ихласлыҡ, тырышлыҡ уға сәм, дәрт өҫтәй.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779