-– Вәт, исмаһам, оҫта!
– Сәхнәне бер итеп бейей бит!
– Ни эшләп Өфө тирәһенә китмәй икән? Баш ҡалала ғына йөрөй торған егет.Красноусол мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгән Илшат Хәбибуллиндың һәр сығышынан әҫәрләнгән тамашасы йыш ҡына шулай ти. Икенселәре бығаса Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Стәрлетамаҡта эшләп алған егеттең тыуған яғына ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмай. Бәй, шулай булмайса! Талантлы егет үҙе бейеп кенә ҡалмай, район балаларына ғәжәп талантын уртаҡлаша. Өйрәтеүсеһе генә булһын, улары оторға әҙер тора.
Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. Хәҙер Илшаттың уҡыусылары төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү яулай. Былтыр, мәҫәлән, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында гимназия уҡыусыһы Искәндәр Әбелғужин – Гран-при, ә “Быҙыбыт” бейеү ансамбле III урын алғайны. Ошо конкурстан һуң Искәндәрҙе Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына уҡырға алалар. Киләһе йылына Илнара Ғөбәйҙуллина менән Айназ Рафиҡов башҡарыуындағы “Эх кенә!” шаян бейеүе I дәрәжә диплом менән баһаланды. Яңы ғына I класты тамамлаған балалар өсөн был тәүге ҙур еңеү була. Уларҙың икеһе лә планшет һәм портфель менән бүләкләнгән. Илшат Хәбибуллинға иһә, “Иң яҡшы етәксе” булараҡ, 5 мең һумлыҡ сертификат тапшырылған.
– Был бейеүҙе Илнара менән Айназ өсөн махсус рәүештә үҙем һалдым. Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов етәкселегендәге баһалама ағзалары юғары баһа ҡуйҙы, быға бик шатмын, – ти талантлы егет, тәьҫорат-тары менән уртаҡлашып.
Илшат өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалырға йыйынмай, киләһе йыл “Быҙыбыт” ансамбленең гран-при яуларына иҫәп тота. Әле бында 16 бала шөғөлләнә, алмашҡа әҙерлек төркөмөнә 20 ҡыҙ, малай йөрөй. Киләсәктә улар “Быҙыбыт”тың төп көсөн тәшкил итәсәк тә инде.
Илшат Красноусолда тыуа. Бәләкәйҙән мәжлестәрҙә өлкәндәрҙең бейеүен күреп үҫкән малай мәктәптә ошо сәнғәт нескәлектәренә ихлас өйрәнә. Унан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында белем ала, бөгөн Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында ситтән тороп уҡый.
Бейеүсе республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа йыш ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Уның иң ҙур уңышы – 2003 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында “Талант ҡанаттарында” тигән халыҡ-ара конкурс-фестивалдә I дәрәжәләге лауреат булыуы.
...Мәҙәниәт һарайында сираттағы күнекмә бара. Балалар Илшат ағайҙарының һәр хәрәкәтен ентекле күҙәтеп ҡабатлай. Ҡыҙҙарҙың, малайҙарҙың йөҙөндәге ихласлыҡ, тырышлыҡ уға сәм, дәрт өҫтәй.