Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихыбыҙ – булмышыбыҙ
Тарихыбыҙ – булмышыбыҙ Башҡорт халҡының боронғолоғон, мәҙәни байлығын билдәләгән ысын ҡомартҡыларҙы ҡайҙа күрергә? Нисек итеп йәмәғәтселеккә дөрөҫ тарихты еткерергә? Быларҙың барыһына ла “Боронғо Өфө” тарих һәм мәҙәниәт музейы хеҙмәткәрҙәре яуап бирер. Улар 2006 йылдан алып Өфө-II ҡаласығын даими өйрәнә.

Тарихи белешмәгә күҙ һа­ла­йыҡ: 1367 йылда Каталон атласында Өфө менән Ағиҙел йыл­­ғалары ҡушылған ерҙә Pas­certy (Башҡорт) тигән ҡала билдәләнгән. Ул Алтын Урҙа иҙеүҙәре заманында Башҡорт дәүләтенең баш ҡалаһы булған. Быны хәҙерге ваҡытта табылған ҡаҙылмалар ҙа иҫбатлай.
Ошо көндәрҙә “Боронғо Өфө” тарих һәм мәҙәниәт музейы “Урал” галереяһында Өфө-II ҡаласы­ғында табылған ҡаҙылмаларҙың күргәҙмәһен икенсегә ойошторҙо. Сараны боронғо һуғышсы кейемендәге ике егет башлап ебәрҙе. Тамаша ҡунаҡтарҙы тарих төпкөлөнә әйҙәне, уйҙарҙа ғына булһа ла шул мәлдә йәшәргә мөмкинлек тыуҙырҙы.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев сараны тантаналы асып: “Өфө-II ҡаласығы – халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәтенең иң боронғо өлгөһө, ул илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән бик әһәмиәтле. Киләсәктә уны ныҡлап өйрәнеү, белеү кәрәк. Был күргәҙмә башҡа ерҙәргә лә алып барып күрһәтелер тигән ышаныс­тамын”, – тине. Артабан музей хеҙмәткәрҙәре, археология бел­гес­тәре һүҙ тотто. Улар табыл­дыҡтарҙың, артефакттарҙың әһә­миәте хаҡында һөйләне. Баш­ҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тик­шеренеү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин: “Боронғо Өфө бик үҙенсәлекле тарихҡа эйә. Эҙләнеү эштәре артабан да дауам итәсәк, әлегә ҡаҙылмалар эшкәртелә. Киләсәктә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ осрашыуҙар вәғәҙә итәбеҙ”, – тине. Күргәҙмәнең беренсе залында ҡылыстар, уҡ-һаҙаҡтар, янға һалынған һөйәк һынығы, күндән яһалған яугир кейеме, һауыт-һаба һәм башҡа боронғо ҡомартҡылар ҡуйылған. Бында һәр ҡорал шанлы тарих, аяуһыҙ һуғыштар хаҡында һөйләй. Икен­сеһендә шул дәүерҙә йәшәгән ҙур айыу, мамонт, зубр, архар, носорог һөйәктәре урынлашҡан. Палеонтологтар әйтеүенсә, һөйәк­тәр аша теге йәки был халыҡтың ниндәй дәүерҙә, ҡайҙа йәшәгәнен, тәбиғәт шарттарын билдәләп була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779