Башҡорт халҡының боронғолоғон, мәҙәни байлығын билдәләгән ысын ҡомартҡыларҙы ҡайҙа күрергә? Нисек итеп йәмәғәтселеккә дөрөҫ тарихты еткерергә? Быларҙың барыһына ла “Боронғо Өфө” тарих һәм мәҙәниәт музейы хеҙмәткәрҙәре яуап бирер. Улар 2006 йылдан алып Өфө-II ҡаласығын даими өйрәнә. Тарихи белешмәгә күҙ һалайыҡ: 1367 йылда Каталон атласында Өфө менән Ағиҙел йылғалары ҡушылған ерҙә Pascerty (Башҡорт) тигән ҡала билдәләнгән. Ул Алтын Урҙа иҙеүҙәре заманында Башҡорт дәүләтенең баш ҡалаһы булған. Быны хәҙерге ваҡытта табылған ҡаҙылмалар ҙа иҫбатлай.
Ошо көндәрҙә “Боронғо Өфө” тарих һәм мәҙәниәт музейы “Урал” галереяһында Өфө-II ҡаласығында табылған ҡаҙылмаларҙың күргәҙмәһен икенсегә ойошторҙо. Сараны боронғо һуғышсы кейемендәге ике егет башлап ебәрҙе. Тамаша ҡунаҡтарҙы тарих төпкөлөнә әйҙәне, уйҙарҙа ғына булһа ла шул мәлдә йәшәргә мөмкинлек тыуҙырҙы.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев сараны тантаналы асып: “Өфө-II ҡаласығы – халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәтенең иң боронғо өлгөһө, ул илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән бик әһәмиәтле. Киләсәктә уны ныҡлап өйрәнеү, белеү кәрәк. Был күргәҙмә башҡа ерҙәргә лә алып барып күрһәтелер тигән ышаныстамын”, – тине. Артабан музей хеҙмәткәрҙәре, археология белгестәре һүҙ тотто. Улар табылдыҡтарҙың, артефакттарҙың әһәмиәте хаҡында һөйләне. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин: “Боронғо Өфө бик үҙенсәлекле тарихҡа эйә. Эҙләнеү эштәре артабан да дауам итәсәк, әлегә ҡаҙылмалар эшкәртелә. Киләсәктә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ осрашыуҙар вәғәҙә итәбеҙ”, – тине. Күргәҙмәнең беренсе залында ҡылыстар, уҡ-һаҙаҡтар, янға һалынған һөйәк һынығы, күндән яһалған яугир кейеме, һауыт-һаба һәм башҡа боронғо ҡомартҡылар ҡуйылған. Бында һәр ҡорал шанлы тарих, аяуһыҙ һуғыштар хаҡында һөйләй. Икенсеһендә шул дәүерҙә йәшәгән ҙур айыу, мамонт, зубр, архар, носорог һөйәктәре урынлашҡан. Палеонтологтар әйтеүенсә, һөйәктәр аша теге йәки был халыҡтың ниндәй дәүерҙә, ҡайҙа йәшәгәнен, тәбиғәт шарттарын билдәләп була.