Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” – Мишкәлә
Был район беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле ерҙәрҙең береһе – бында мәшһүр Шәйехзаданың тамырҙары яралған, Ш. Бабичтың атаһының аҫыл һөйәге ята, Али Карнай кеүек данлыҡлы яҙыусы, донъяға билдәле драматург Флорид Бүләков, күренекле фольклорсы, яҙыусы Кирәй Мәргән тыуған. Үҙ заманында “Йәшлек” гәзите менән берлектә был төбәктә Башҡорт әҙәбиәте көндәре ойошторолдо, Ш. Бабичтың атаһы Мөхәмәтзакир мулланың ҡәбер ташы яңыртылды. Ә Бабичевтар төпләнгән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Ш. Бабичҡа һәйкәл асылды.
Төбәк халҡының күпселеген мариҙар тәшкил итә. Шул милләт әҙәбиәте, һүҙ сәнғәте классигы Яныш Ялкайн да ошо төбәктә тыуған. Бөгөн райондың әҙәби премияһы уның исемен йөрөтә.
“Әҙәби нағыш” республика марафоны был яҡҡа юлланыр алдынан Али Карнай исемендәге Оло Шаҙы мәктәбе уҡыусыларының бәләкәй генә ижади күстәнәсенән ауыҙ итегеҙ.



Изге шишмә тарихы

Беҙҙең ауыл шишмәләргә бай. Бе­рәүҙәре ерҙән көслө бәреп урғылып сыға, икенселәре таш-тупраҡты йырып тыныс ҡына аға бирә. Исемдәре лә үҙенсәлекле: Баҡый, Сәй һыуы, Изге шишмә, Асыу, Ҡыҫыу һәм башҡалар. Осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәгән улар.
Яңы ғына Изге шишмә менән таныштым, дөрөҫөрәге, таныштырҙылар. Матур күңелле күрше апай йыл һайын йәйҙәрен Бөрө ҡалаһынан ҡайтып, ата-әсәһе йортонда йәшәй. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсен­дә нимә генә эшләмәй ҙә кемде генә дауаламай! Эйе, апайым халыҡ меди­цинаһы серҙәрен яҡшы белә: быуын­һыҙ­ҙың быуындарын ултырта, бәпесләмәгән әсәләрҙе бәпәйләтә. Беҙ уның менән бик дуҫлашып, аралашып киттек. “Һәр саҡ изгелек эшлә!” тигән девиз аҫтында мине лә үҙе менән йөрөтә. Был апай фәһемле хикәйәләре, яҡшы кәңәштәре менән дә үҙенә арбағандан-арбаны.
Бер саҡ шулай иртә менән апайым көрәк, биҙрә алып, мине лә изге эшкә саҡырҙы. Ауыл урамының бәпкә үләнле бер һил генә урынында эшебеҙҙе баш ланыҡ. Баҡтиһәң, был ерҙә борон Изге шишмә урғылып ятҡан, бар тирә-яҡ күршеләр һыуын бик яратып ҡулланған. Һуңғы йылдарҙа кешеләр йорттарында заманса ҡойолар яһағас, шишмә онотолған, уны тәрбиәләүсе лә юҡ. ”Хәҙер ниңә кәрәк булды икән шишмә минең апайыма?” Һорауымды бирмә йем, түҙәм, тырышып ҡына ул ҡушҡанды эшләйем, сөнки беләм: апайым серен үҙе һөйләйәсәк. Шулай оҙаҡ ҡына соҡойбоҙ, һыуы юҡ та юҡ. Иртәнге эштәрен тамамлап, бер-ике ағай ярҙамға килде. Соҡой торғас, беҙгә хатта баҫҡыс та кәрәк булды, шундай тәрән икән дә! Тырыш­лығыбыҙ юҡҡа китмәне –шишмәнең һыуы бәреп сыҡты. Нин­дәй көслө урғыла! Меҫкенкәйем, томаланып ҡына ята биргән!
Бик арыһам да, күңелемдә шундай ҡәнәғәтлек кисереп, апайым менән ҡайтып барам, ә ул миңә Изге шишмә тарихын һөйләй.
Бик борон ауылда изге күңелле әүлиә бабай булған. Халыҡты дауалаған, гелән яҡшылыҡ ҡылып ғүмер кисергән. Ауылдаштары уның мулла ҡушҡан исемен дә онотҡан, Изге бабай тип кенә йөрөткән. Тәбиғәттең серҙәрен яҡшы аңлаған әүлиә бер бәләкәй баланың сиренә дауа тапмай икән. Ҡыҙҙың ауырыуы шундай: тәнендә иртән эре ҡыҙыл таптар ҡалҡа, ә ҡояш байыуға юҡҡа сыға. Бабай төрлө дауа ҡулланып ҡараған – файҙаһы булмаған. Уйлай торғас, ул шишмә эҙләргә кәрәк тигән һығымтаға килгән. Бик күп ваҡыт үткән, теге ҡыҙ ҙа үҫеп еткән, тик сире генә үтмәгән.
Бер саҡ шулай Изге бабай уйланып ултырған ерҙә йылылыҡ тойоп, ошо урын­ды ҡаҙа башлай. Бына, ниһайәт, шишмә бәреп сыға! Бабай уның һы­уын теге ауырыу баланы дауалау өсөн ҡуллана башлай. Аҙна-ун көн ваҡыт үтеүгә ҡыҙҙың тәнендәге таптар юҡҡа сыға. Шул ваҡыттан башлап халыҡ ҡо­ҙоҡ­то Изге шишмә исеме менән йөрөтә башлай һәм һыуын яратып ҡуллана.
Апайым менән икебеҙ “күҙен асҡан” шишмә һыуын халыҡ әүҙем ташый бө­гөн. Ауыл килендәренә алмалы көйән­тәләр ҡайтарҙыҡ бит!

Розалина РӘХИМОВА.


Ағиҙел минең исемем

Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, һауаһы
Йәнгә рәхәт, тәнгә ҙур файҙа.
Халыҡ йырынан.

Бик боронғо йылғамын мин. Ирәмәл­дән баш алып аға торғас, тау-таш араһында бик күп йылға ҡушылды, шуға һыуым ишәйҙе, көсөм күбәйҙе. Эйек менән Һаҡмарға өндәшеп ҡараным, үҙемә юлдаштар эҙләнем. Улар яуап ҡайтармағас, Көнгәк эргәһенән ҡырҡа боролоп, икенсе яҡҡа юл алдым. Юл ыңғайы башҡа йылғаларҙы ҡуштым. Барған һайын көсәйеп, Ҡари­ҙелде юлдаш итеп, Камаға юлыҡтым, көслөрәк Иҙелгә ҡушылып, Каспийға барып төштөм. Бына ошо юл менән быуаттар буйына аға бирәм, халҡыма хеҙмәт итәм.
Борон-борондан төрлө милләт халҡы торлаҡ ҡороп, түлләнеп, ишәйеп, ҡота­йып донъя көтә. Иң ҙур уң ҡушыл­дыҡтарым Ҡариҙел, Бөрө, Танып буй­ҙа­рында йәшәгән халҡымдың уң­ғанлығына хайран ҡалам: баҡса­сылыҡ менән шөғөлләнәләр, ишле мал аҫрай­ҙар, бал ҡорто үрсетәләр, иген үҫтерә­ләр… Халҡымда иман арта, мәсеттәр һалына. Белорет, Мәләүез, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө ҡалалары йылдан-йыл күр­кәмләнә, үҫә. Бында яңы төҙөлөштәр бара, халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыла.
Тарихҡа күҙ һалғанда, ярымда борондан йәшәгән кешеләр үҙ ерҙәрен яҡлай, һаҡлай. Ауырлыҡтар килгәндә, Рәсәй халыҡты ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла төрлө милләт вәкилдәрен үҙенә һыйындырып, үлемдән һаҡлап ҡалды. Халҡым бер­ҙәмлеген, иленә тоғролоғон, ҡунаҡ­сыл­лығын һәр саҡ иҫбатлап тора. Быйыл ғына, мәҫәлән, Украинанан күпме ха­лыҡты ҡабул итеп, ҡуйынына һыйын­дырҙы! Халҡым өсөн шатлана-шатлана ағыуымды дауам итәм. Минең исемде ҡушып йырлаған, иле, халҡы өсөн йәнен биргән, еренә ихтирам, хөрмәт менән ҡараған халҡыма тоғро булып ҡала­саҡмын.

Ләйсән ЗИННУРОВА.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779