“Әҙәби нағыш” – Мишкәлә01.04.2015
Был район беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле ерҙәрҙең береһе – бында мәшһүр Шәйехзаданың тамырҙары яралған, Ш. Бабичтың атаһының аҫыл һөйәге ята, Али Карнай кеүек данлыҡлы яҙыусы, донъяға билдәле драматург Флорид Бүләков, күренекле фольклорсы, яҙыусы Кирәй Мәргән тыуған. Үҙ заманында “Йәшлек” гәзите менән берлектә был төбәктә Башҡорт әҙәбиәте көндәре ойошторолдо, Ш. Бабичтың атаһы Мөхәмәтзакир мулланың ҡәбер ташы яңыртылды. Ә Бабичевтар төпләнгән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Ш. Бабичҡа һәйкәл асылды.
Төбәк халҡының күпселеген мариҙар тәшкил итә. Шул милләт әҙәбиәте, һүҙ сәнғәте классигы Яныш Ялкайн да ошо төбәктә тыуған. Бөгөн райондың әҙәби премияһы уның исемен йөрөтә.
“Әҙәби нағыш” республика марафоны был яҡҡа юлланыр алдынан Али Карнай исемендәге Оло Шаҙы мәктәбе уҡыусыларының бәләкәй генә ижади күстәнәсенән ауыҙ итегеҙ.
Изге шишмә тарихы
Беҙҙең ауыл шишмәләргә бай. Берәүҙәре ерҙән көслө бәреп урғылып сыға, икенселәре таш-тупраҡты йырып тыныс ҡына аға бирә. Исемдәре лә үҙенсәлекле: Баҡый, Сәй һыуы, Изге шишмә, Асыу, Ҡыҫыу һәм башҡалар. Осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәгән улар.
Яңы ғына Изге шишмә менән таныштым, дөрөҫөрәге, таныштырҙылар. Матур күңелле күрше апай йыл һайын йәйҙәрен Бөрө ҡалаһынан ҡайтып, ата-әсәһе йортонда йәшәй. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә нимә генә эшләмәй ҙә кемде генә дауаламай! Эйе, апайым халыҡ медицинаһы серҙәрен яҡшы белә: быуынһыҙҙың быуындарын ултырта, бәпесләмәгән әсәләрҙе бәпәйләтә. Беҙ уның менән бик дуҫлашып, аралашып киттек. “Һәр саҡ изгелек эшлә!” тигән девиз аҫтында мине лә үҙе менән йөрөтә. Был апай фәһемле хикәйәләре, яҡшы кәңәштәре менән дә үҙенә арбағандан-арбаны.
Бер саҡ шулай иртә менән апайым көрәк, биҙрә алып, мине лә изге эшкә саҡырҙы. Ауыл урамының бәпкә үләнле бер һил генә урынында эшебеҙҙе баш ланыҡ. Баҡтиһәң, был ерҙә борон Изге шишмә урғылып ятҡан, бар тирә-яҡ күршеләр һыуын бик яратып ҡулланған. Һуңғы йылдарҙа кешеләр йорттарында заманса ҡойолар яһағас, шишмә онотолған, уны тәрбиәләүсе лә юҡ. ”Хәҙер ниңә кәрәк булды икән шишмә минең апайыма?” Һорауымды бирмә йем, түҙәм, тырышып ҡына ул ҡушҡанды эшләйем, сөнки беләм: апайым серен үҙе һөйләйәсәк. Шулай оҙаҡ ҡына соҡойбоҙ, һыуы юҡ та юҡ. Иртәнге эштәрен тамамлап, бер-ике ағай ярҙамға килде. Соҡой торғас, беҙгә хатта баҫҡыс та кәрәк булды, шундай тәрән икән дә! Тырышлығыбыҙ юҡҡа китмәне –шишмәнең һыуы бәреп сыҡты. Ниндәй көслө урғыла! Меҫкенкәйем, томаланып ҡына ята биргән!
Бик арыһам да, күңелемдә шундай ҡәнәғәтлек кисереп, апайым менән ҡайтып барам, ә ул миңә Изге шишмә тарихын һөйләй.
Бик борон ауылда изге күңелле әүлиә бабай булған. Халыҡты дауалаған, гелән яҡшылыҡ ҡылып ғүмер кисергән. Ауылдаштары уның мулла ҡушҡан исемен дә онотҡан, Изге бабай тип кенә йөрөткән. Тәбиғәттең серҙәрен яҡшы аңлаған әүлиә бер бәләкәй баланың сиренә дауа тапмай икән. Ҡыҙҙың ауырыуы шундай: тәнендә иртән эре ҡыҙыл таптар ҡалҡа, ә ҡояш байыуға юҡҡа сыға. Бабай төрлө дауа ҡулланып ҡараған – файҙаһы булмаған. Уйлай торғас, ул шишмә эҙләргә кәрәк тигән һығымтаға килгән. Бик күп ваҡыт үткән, теге ҡыҙ ҙа үҫеп еткән, тик сире генә үтмәгән.
Бер саҡ шулай Изге бабай уйланып ултырған ерҙә йылылыҡ тойоп, ошо урынды ҡаҙа башлай. Бына, ниһайәт, шишмә бәреп сыға! Бабай уның һыуын теге ауырыу баланы дауалау өсөн ҡуллана башлай. Аҙна-ун көн ваҡыт үтеүгә ҡыҙҙың тәнендәге таптар юҡҡа сыға. Шул ваҡыттан башлап халыҡ ҡоҙоҡто Изге шишмә исеме менән йөрөтә башлай һәм һыуын яратып ҡуллана.
Апайым менән икебеҙ “күҙен асҡан” шишмә һыуын халыҡ әүҙем ташый бөгөн. Ауыл килендәренә алмалы көйәнтәләр ҡайтарҙыҡ бит!
Розалина РӘХИМОВА.
Ағиҙел минең исемем
Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, һауаһы
Йәнгә рәхәт, тәнгә ҙур файҙа.
Халыҡ йырынан.
Бик боронғо йылғамын мин. Ирәмәлдән баш алып аға торғас, тау-таш араһында бик күп йылға ҡушылды, шуға һыуым ишәйҙе, көсөм күбәйҙе. Эйек менән Һаҡмарға өндәшеп ҡараным, үҙемә юлдаштар эҙләнем. Улар яуап ҡайтармағас, Көнгәк эргәһенән ҡырҡа боролоп, икенсе яҡҡа юл алдым. Юл ыңғайы башҡа йылғаларҙы ҡуштым. Барған һайын көсәйеп, Ҡариҙелде юлдаш итеп, Камаға юлыҡтым, көслөрәк Иҙелгә ҡушылып, Каспийға барып төштөм. Бына ошо юл менән быуаттар буйына аға бирәм, халҡыма хеҙмәт итәм.
Борон-борондан төрлө милләт халҡы торлаҡ ҡороп, түлләнеп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Иң ҙур уң ҡушылдыҡтарым Ҡариҙел, Бөрө, Танып буйҙарында йәшәгән халҡымдың уңғанлығына хайран ҡалам: баҡсасылыҡ менән шөғөлләнәләр, ишле мал аҫрайҙар, бал ҡорто үрсетәләр, иген үҫтерәләр… Халҡымда иман арта, мәсеттәр һалына. Белорет, Мәләүез, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө ҡалалары йылдан-йыл күркәмләнә, үҫә. Бында яңы төҙөлөштәр бара, халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыла.
Тарихҡа күҙ һалғанда, ярымда борондан йәшәгән кешеләр үҙ ерҙәрен яҡлай, һаҡлай. Ауырлыҡтар килгәндә, Рәсәй халыҡты ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла төрлө милләт вәкилдәрен үҙенә һыйындырып, үлемдән һаҡлап ҡалды. Халҡым берҙәмлеген, иленә тоғролоғон, ҡунаҡсыллығын һәр саҡ иҫбатлап тора. Быйыл ғына, мәҫәлән, Украинанан күпме халыҡты ҡабул итеп, ҡуйынына һыйындырҙы! Халҡым өсөн шатлана-шатлана ағыуымды дауам итәм. Минең исемде ҡушып йырлаған, иле, халҡы өсөн йәнен биргән, еренә ихтирам, хөрмәт менән ҡараған халҡыма тоғро булып ҡаласаҡмын.
Ләйсән ЗИННУРОВА.