Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өҙөлмәһен ептәр, епсәләр!
Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса ҡуйылған был спектакль элегерәк “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” тип атала ине. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев уны “Мин – ҡатын-ҡыҙ” тигән атама менән сәхнәгә сығарҙы.


Һәр кешегә яҡын был тема: әсәлек һәм сабыйҙар яҙмышы. Композитор Илшат Яхин берсә һағышлы, берсә дәрт өҫтәрлек көйҙәр менән биҙәгән спектакль күңелдең нескә ҡылдарын сиртә. Бишек йыры беҙгә әллә ҡайҙан, йыраҡтан, бәлки, әле донъяға килмәгән мәлебеҙҙән ишетелгән кеүек. Режиссер хатта, “Әсә” тигән исем өсөн милләт тә, тел айырмалығы ла юҡлығын күрһәтеү маҡсатынандыр тип аңланым, заманса алым тапҡан: ҡатындар һәр береһе үҙ телендә һөйләшә, әммә шул ауаз аша милләттең асылы асылғандай, йөрәк һүҙен аңлау өсөн кәртәләр юҡ икән! Француз, итальян, ҡытай ҡатындарының хис-тойғоло сәхнәләре ҡыҙыҡлы, фәһемле лә. Актрисалар Шәүрә Дилмөхәмәтова, Гөлмирә Исмәғи­лева, Ирада Фазлаева, Зилиә Хәлилова, Гөлфиә Рафиҡова тыу­ҙырған төрлө милләт ҡатында­рының әсә булыуҙан тыуған шат­лыҡ осҡондары берсә көлдөрә, берсә уйландыра. Күмәк сәхнәләр, бейеүҙәр балетмейстер Сулпан Асҡарова тарафынан үҙенсәлекле сиселеш тапҡан.
Миңзәлә Хәйруллина башҡарған Гөлфинә образы аша күп балалы инәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ күҙ алдына баҫа. Был тиклем тәрән күңел һәм зиһен зирәклеге һәр кемдең өлөшөнә төшкән көмөш түгел ул, әммә ҡатындарҙы нескәлек, йомшаҡлыҡ нисек биҙәй! Ҡаҙаҡ ҡыҙы Алтынсәсте Фирүзә Аллаярова бик уңышлы уйнаны. Төрки телдәрҙең оҡшашлығы ғына әсир итмәне, ә һөйгәне һөйөүенән мәхрүм ҡалған яҡты күңелле ҡатындың әсәлек асылына тоғро ҡалыуы арбаны. Урыҫ ҡыҙы Валентинаны Алһыу Ғәлина ҡайһылай килештерә: сая, бер ни тиклем ярһыу ҡатын образы баҫты күҙ алдына. Айҙарә Әхәтовна ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева балаһынан баш тартҡан Дилемманың күҙен асырға тырыша. Гөлнара Ҡаҙаҡбаева кү­ңеле ҡатҡан йәш ҡатын ролен башҡара. Һалҡынлыҡ, ҡаты бәғер­лелек бөркөлөп тора уның һәр хәрәкәтенән. Әсәһе Римма ҡыҙы­ның был ҡылығын аңлаған да, аңламаған да һымаҡ! Актриса Сара Буранбаева үҙе яҙмыш һы­науы алдында ҡалған ха­нымдың асылын бик оҫта асты, минеңсә. Әммә бала саҡтан иғтибар ет­мәгән, әсә мөхәббәтен, наҙын ­күрмәгән Дилемма ғәзиз кешеһен ғәфү итә алырмы һуң?
Ә анау ептәр, епсәләр нимә һуң ул? Күк менән бәндәләрҙе бәйләп торған илаһи нурҙыр ул! Әллә әсә менән баланы тоташтырған кендекме икән? Ә-ә-ә, моғайын, бишек бауылыр ул! Хәйер, уны һәр кем үҙенсә аңлар, үҙенсә исем бирер, әммә рәссам Альберт Нестеров­тың уңышлы алымы беҙҙе илаһи хыялдарға сорнай, сикһеҙ уйҙарға һала. Өҙөлөп кенә ҡуймаһын быуындарҙы быуындарға бәйләр ана шул ептәр! Пьеса авторы ла, режиссер ҙа беҙгә шул хаҡта әйтергә теләй түгелме һуң?








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780