Өҙөлмәһен ептәр, епсәләр!07.03.2015
Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса ҡуйылған был спектакль элегерәк “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” тип атала ине. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев уны “Мин – ҡатын-ҡыҙ” тигән атама менән сәхнәгә сығарҙы.
Һәр кешегә яҡын был тема: әсәлек һәм сабыйҙар яҙмышы. Композитор Илшат Яхин берсә һағышлы, берсә дәрт өҫтәрлек көйҙәр менән биҙәгән спектакль күңелдең нескә ҡылдарын сиртә. Бишек йыры беҙгә әллә ҡайҙан, йыраҡтан, бәлки, әле донъяға килмәгән мәлебеҙҙән ишетелгән кеүек. Режиссер хатта, “Әсә” тигән исем өсөн милләт тә, тел айырмалығы ла юҡлығын күрһәтеү маҡсатынандыр тип аңланым, заманса алым тапҡан: ҡатындар һәр береһе үҙ телендә һөйләшә, әммә шул ауаз аша милләттең асылы асылғандай, йөрәк һүҙен аңлау өсөн кәртәләр юҡ икән! Француз, итальян, ҡытай ҡатындарының хис-тойғоло сәхнәләре ҡыҙыҡлы, фәһемле лә. Актрисалар Шәүрә Дилмөхәмәтова, Гөлмирә Исмәғилева, Ирада Фазлаева, Зилиә Хәлилова, Гөлфиә Рафиҡова тыуҙырған төрлө милләт ҡатындарының әсә булыуҙан тыуған шатлыҡ осҡондары берсә көлдөрә, берсә уйландыра. Күмәк сәхнәләр, бейеүҙәр балетмейстер Сулпан Асҡарова тарафынан үҙенсәлекле сиселеш тапҡан.
Миңзәлә Хәйруллина башҡарған Гөлфинә образы аша күп балалы инәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ күҙ алдына баҫа. Был тиклем тәрән күңел һәм зиһен зирәклеге һәр кемдең өлөшөнә төшкән көмөш түгел ул, әммә ҡатындарҙы нескәлек, йомшаҡлыҡ нисек биҙәй! Ҡаҙаҡ ҡыҙы Алтынсәсте Фирүзә Аллаярова бик уңышлы уйнаны. Төрки телдәрҙең оҡшашлығы ғына әсир итмәне, ә һөйгәне һөйөүенән мәхрүм ҡалған яҡты күңелле ҡатындың әсәлек асылына тоғро ҡалыуы арбаны. Урыҫ ҡыҙы Валентинаны Алһыу Ғәлина ҡайһылай килештерә: сая, бер ни тиклем ярһыу ҡатын образы баҫты күҙ алдына. Айҙарә Әхәтовна ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева балаһынан баш тартҡан Дилемманың күҙен асырға тырыша. Гөлнара Ҡаҙаҡбаева күңеле ҡатҡан йәш ҡатын ролен башҡара. Һалҡынлыҡ, ҡаты бәғерлелек бөркөлөп тора уның һәр хәрәкәтенән. Әсәһе Римма ҡыҙының был ҡылығын аңлаған да, аңламаған да һымаҡ! Актриса Сара Буранбаева үҙе яҙмыш һынауы алдында ҡалған ханымдың асылын бик оҫта асты, минеңсә. Әммә бала саҡтан иғтибар етмәгән, әсә мөхәббәтен, наҙын күрмәгән Дилемма ғәзиз кешеһен ғәфү итә алырмы һуң?
Ә анау ептәр, епсәләр нимә һуң ул? Күк менән бәндәләрҙе бәйләп торған илаһи нурҙыр ул! Әллә әсә менән баланы тоташтырған кендекме икән? Ә-ә-ә, моғайын, бишек бауылыр ул! Хәйер, уны һәр кем үҙенсә аңлар, үҙенсә исем бирер, әммә рәссам Альберт Нестеровтың уңышлы алымы беҙҙе илаһи хыялдарға сорнай, сикһеҙ уйҙарға һала. Өҙөлөп кенә ҡуймаһын быуындарҙы быуындарға бәйләр ана шул ептәр! Пьеса авторы ла, режиссер ҙа беҙгә шул хаҡта әйтергә теләй түгелме һуң?