Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәт балкондан да төшә!
Мөхәббәт балкондан да төшә! Был хәл көтөлмәгәнсә килеп сыға. Дүрт яңғыҙ ҡатын Яңы йылды ҡаршыларға тип табын ҡора. Уларҙың барыһын да бер үк яҙмыш – ирҙәре менән айырылышыуы берләштерә. Тәүгеһенең ире мыжыҡ, икенсеһенеке шымыҡайлығы, өсөнсөһөнөкө “һулға” йыш йөрөүе, дүртенсеһенеке эт ялҡауы булыуы ғаиләне тарҡатыуға сәбәпсе икән. Әммә ҡатындарҙың һәммәһе лә үҙен генә хаҡлы тип иҫбатлай...

– Мин дә хәҙер айырылдым, – ти әхирәттәрҙең береһе.
– Юҡ, һин айырылманың, ә оло йөктән ҡотолдоң! – тип күндерә әхирәте. – Шул ҡәбәхәттәрҙән күргән нужа! Керен йыуаһың, ашарға бешерәһең...
– Ә хәҙер – ожмах, – ти өсөнсөһө. – Ҡайҙа теләйһең – шунда бараһың, нимә теләйһең – шуны эшләйһең.
Шулай тамаша ғәҙәти генә барыр ине, тик көтмәгәндә балконда “ҡунаҡ” пәйҙә була. Ҡатынын көнләшеп, аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында хужа сантехникты өҫкө ҡаттан төшөрөп ебәргән икән. Вәт, исмаһам, мажара!..
Мөхәббәт балкондан да төшә!Танылған драматург Наил Ғәйетбайҙың “Балкондан төшкән мөхәббәт” исемле комедияһы ана шундай мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған. Тик әҫәрҙең эстәлеген алдан һөйләп, ҡыҙығын бөтөрмәйек әле. Үҙегеҙ Өфө “Нур” татар дәүләт театрына барып күрерһегеҙ.
– Бөгөн ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәте – көнүҙәк мәсьәлә, – тине матбуғат конференцияһында әҫәрҙең авторы Наил Ғәйетбай. – Тормош иптәше үҙ янында булған саҡта күптәр ҡәҙерен белеп бөтмәй. Бер-береһенә ғәйеп таға, кире яҡтарын эҙләй. Шул арҡала ғаиләләр тарҡала. Беҙҙең халыҡта шундай аҡыллы фекер бар: кәләш алғанда күҙеңде асып һайла, ә инде өйләнгәс, күҙеңде йом. Был тормошта берәү ҙә фәрештә түгел. Шуға ла бер-береңде аңлап, кисерә белергә кәрәк. Ошо фекерҙе халыҡҡа еткерергә тырыштым.
Пьесаның режиссеры, Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев әйтеүенсә, был әҫәр ябайлығы һәм шул уҡ ваҡытта әсе дөрөҫлөктө күрһәтеүе менән ҡиммәтле.
– Мин Наил Әсғәт улының дүртенсе пьесаһын сәхнәләштерәм, – тине ул. – Автор тормоштағы ҡатмарлы ваҡиғаларҙы, драматик күренештәрҙе юмор аша оҫта бирә. Шуға ла тамашасылар был әҫәрҙәрҙе яратып ҡабул итә.
Ошо урында режиссер Илдар Вәлиевтең хеҙмәте хаҡында айырып әйтеп үтеү артыҡ булмаҫ. Һуңғы осорҙа республикабыҙ театрҙарында шундай күренеш йышайҙы: модернизм тигән булып, әллә ниндәй символдарға бәйләп ҡатмарлы тамашалар ҡуйыла. Бында урындағы халыҡтың менталитеты ла иҫәпкә алынмай, күрәһең. Баш ватыуға, ҡатмарлы фәлсәфәгә ҡоролған сәхнә әҫәрҙәре халыҡты театрҙан биҙҙерә генә. Ә бит еткерергә теләгән фекерҙе тормоштағы ябай күренештәр аша ла бирергә була. Шул йәһәттән режиссер Илдар Вәлиевтең ҡуйылған һәр әҫәре еңел аңлайышлы, күңелгә ятышлы, халыҡсан булыуы менән алдыра.
Ролдәрҙе башҡарған Финә Вәлиева, Миңленур Сәйетова, Нәжибә Искәндәрова, Резида Зарипова, Дамира Сәйетова кеүек сәхнә оҫталарының, шулай уҡ йәшерәк быуын артистары Лиана Хәйретдинова, Айнур Баянов, Ленария Хажиева, Руслан Хисаметдинов, Айһылыу Ғүмәрова, Эльмир Хәйретдинов, Зилиә Сафиуллина, Раушания Вәлитованың уйнауы тамашаны биҙәп тора. Ғөмүмән, бөгөнгө тормошто һүрәтләгән мажаралы был пьеса оҙон ғүмерле булмаҡсы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780