Был хәл көтөлмәгәнсә килеп сыға. Дүрт яңғыҙ ҡатын Яңы йылды ҡаршыларға тип табын ҡора. Уларҙың барыһын да бер үк яҙмыш – ирҙәре менән айырылышыуы берләштерә. Тәүгеһенең ире мыжыҡ, икенсеһенеке шымыҡайлығы, өсөнсөһөнөкө “һулға” йыш йөрөүе, дүртенсеһенеке эт ялҡауы булыуы ғаиләне тарҡатыуға сәбәпсе икән. Әммә ҡатындарҙың һәммәһе лә үҙен генә хаҡлы тип иҫбатлай...– Мин дә хәҙер айырылдым, – ти әхирәттәрҙең береһе.
– Юҡ, һин айырылманың, ә оло йөктән ҡотолдоң! – тип күндерә әхирәте. – Шул ҡәбәхәттәрҙән күргән нужа! Керен йыуаһың, ашарға бешерәһең...
– Ә хәҙер – ожмах, – ти өсөнсөһө. – Ҡайҙа теләйһең – шунда бараһың, нимә теләйһең – шуны эшләйһең.
Шулай тамаша ғәҙәти генә барыр ине, тик көтмәгәндә балконда “ҡунаҡ” пәйҙә була. Ҡатынын көнләшеп, аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында хужа сантехникты өҫкө ҡаттан төшөрөп ебәргән икән. Вәт, исмаһам, мажара!..
Танылған драматург Наил Ғәйетбайҙың “Балкондан төшкән мөхәббәт” исемле комедияһы ана шундай мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған. Тик әҫәрҙең эстәлеген алдан һөйләп, ҡыҙығын бөтөрмәйек әле. Үҙегеҙ Өфө “Нур” татар дәүләт театрына барып күрерһегеҙ.
– Бөгөн ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәте – көнүҙәк мәсьәлә, – тине матбуғат конференцияһында әҫәрҙең авторы Наил Ғәйетбай. – Тормош иптәше үҙ янында булған саҡта күптәр ҡәҙерен белеп бөтмәй. Бер-береһенә ғәйеп таға, кире яҡтарын эҙләй. Шул арҡала ғаиләләр тарҡала. Беҙҙең халыҡта шундай аҡыллы фекер бар: кәләш алғанда күҙеңде асып һайла, ә инде өйләнгәс, күҙеңде йом. Был тормошта берәү ҙә фәрештә түгел. Шуға ла бер-береңде аңлап, кисерә белергә кәрәк. Ошо фекерҙе халыҡҡа еткерергә тырыштым.
Пьесаның режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев әйтеүенсә, был әҫәр ябайлығы һәм шул уҡ ваҡытта әсе дөрөҫлөктө күрһәтеүе менән ҡиммәтле.
– Мин Наил Әсғәт улының дүртенсе пьесаһын сәхнәләштерәм, – тине ул. – Автор тормоштағы ҡатмарлы ваҡиғаларҙы, драматик күренештәрҙе юмор аша оҫта бирә. Шуға ла тамашасылар был әҫәрҙәрҙе яратып ҡабул итә.
Ошо урында режиссер Илдар Вәлиевтең хеҙмәте хаҡында айырып әйтеп үтеү артыҡ булмаҫ. Һуңғы осорҙа республикабыҙ театрҙарында шундай күренеш йышайҙы: модернизм тигән булып, әллә ниндәй символдарға бәйләп ҡатмарлы тамашалар ҡуйыла. Бында урындағы халыҡтың менталитеты ла иҫәпкә алынмай, күрәһең. Баш ватыуға, ҡатмарлы фәлсәфәгә ҡоролған сәхнә әҫәрҙәре халыҡты театрҙан биҙҙерә генә. Ә бит еткерергә теләгән фекерҙе тормоштағы ябай күренештәр аша ла бирергә була. Шул йәһәттән режиссер Илдар Вәлиевтең ҡуйылған һәр әҫәре еңел аңлайышлы, күңелгә ятышлы, халыҡсан булыуы менән алдыра.
Ролдәрҙе башҡарған Финә Вәлиева, Миңленур Сәйетова, Нәжибә Искәндәрова, Резида Зарипова, Дамира Сәйетова кеүек сәхнә оҫталарының, шулай уҡ йәшерәк быуын артистары Лиана Хәйретдинова, Айнур Баянов, Ленария Хажиева, Руслан Хисаметдинов, Айһылыу Ғүмәрова, Эльмир Хәйретдинов, Зилиә Сафиуллина, Раушания Вәлитованың уйнауы тамашаны биҙәп тора. Ғөмүмән, бөгөнгө тормошто һүрәтләгән мажаралы был пьеса оҙон ғүмерле булмаҡсы.