Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Китаптың урыны сүплектәме?
Китаптың урыны сүплектәме? Көньяҡ биҫтәһендәге яңы фатирға күскәндән һуң бер нисә тапҡыр шундай күренештең шаһиты булырға тура килде. Подъезд төбөндә сүп түгә торған ергә ҡағыҙ ҡаптарға тултырылған китаптар сығарып ҡуйылғайны. Барып ҡарарға уйлағайным, яҡындарымдың: ”Кешенән оят бит, сүплектә соҡона тип әйтеүҙәре бар”, — тигәненән һуң, тыйылып ҡалдым. Икенсе юлы барыбер түҙмәнем. Күргәнем шаҡ ҡатырҙы: классик әҙиптәрҙең ҡалын-ҡалын китаптары ырғытылғайны унда. Тағы бер тапҡырында тәржемә әҫәрҙәре, шулай уҡ төрөк яҙыусыларының китаптары туҙып ятты.
Бер ваҡыт арабыҙҙа йәшәп, ижад иткән башҡорт шағирының яҡташ ҡәләмдәшенә автограф менән яҙып биргән йыйынтығын иптәшем тотоп индерҙе. Үҙенә алып барып бирҙек. Әйтерһең, шул кеше ята кеүек тойолдо сүп-сар араһында. Ә бит ул — китап. Урыны — кәштәлә, аҡылы — йөрәктәрҙә, күңелдәрҙә.
Үҙеңә кәрәкмәй икән, тыуған ауылыңа алып ҡайтып, мәктәп китапханаһына ла тапшырырға мөмкин бит.
Шуларҙы уйлағанда бынан бер нисә йыл элек шәхси китапханаларҙағы китаптарҙы йыйып, бергә туплап, уларҙы бөтә халыҡ ҡуллана алырлыҡ белем йорто булдырыу хаҡында хәстәрләп йөрөүсе, башҡорт тел ғилемендә лә, журналистикала ла тос хеҙмәт һалған Сәнә Сабирйәнова иҫемә төштө. Нисек булған икән уның был изге эшенең һөҙөмтәһе? Шул хаҡта белергә теләү изге күңелле зыялы апайыбыҙ менән осрашыуға сәбәпсе булды ла инде.
Былтыр Мәҙәниәт йылында ҙур capaлар тормошҡа ашырылды. Бик күп мәҙәниәт усаҡтары асылды. Күбеһе төҙөкләндерелеп, яңыртылып сафҡа инде. Быларҙы күреп шатланмау мөмкин түгел. Инде Әҙәбиәт йылына аяҡ баҫтыҡ. Сәнә САБИРЙӘНОВА менән әңгәмәбеҙ – ошо юҫыҡтағы донъяуи мәсьәләләр хаҡында.

– Сәнә апай, һеҙҙең халыҡ китапха­наһын ойоштороу хаҡында янып йө­рө­үөгеҙ күптәргә билдәле, артабан был мөһим эшегеҙ ниндәй яҙмышҡа тары­ны? Изге хыялығыҙ тормошҡа аштымы?
– Халыҡ китапханаһын булдырыуҙы беҙ бик мәҙәниәтле, аҡыллы шәхес Дәүләт ағай Мәһәҙиев менән “Заман-Башҡортос­тан” гәзитендә бергә эшләгәндә башлап ебәргәйнек. Дөрөҫөрәге, ул Дәүләт ағай­ҙың идеяһы булды, ә тормошҡа ашы­рыу­ҙы миңә тапшырҙы. Был хыял ерле юҡтан ғына тыумағандыр, бер ҙур ғалимдың бик күп ҡиммәтле китаптарының сүплеккә түгелгәнен күреп, бер нисәүһен өйөнә алып ҡайтҡан. Башҡа бик күп шәхси китапханаларҙы ла шундай аяуһыҙ яҙмыш көтөүе хаҡында һөйләшеп, көйөп ултыр­ғайныҡ. Ошо эшкә тотоноуына әлеге һөйләшеү этәргес бирҙе.
Минең был башланғысты бик күп зыялылар хупланы, күбеһе ярҙам итергә лә тырышты. Үҙҙәренең абруйлы китапханаларынан китаптар тапшырырға ынтылды, хатта уларҙы шкафы-ние менән бирер­гә лә риза ине улар. Айырыуса “Ихлас” мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәл­ләм хәҙрәт ойоштороу эшендә, документтар әҙерләүҙә ярҙам итеп торҙо. Ләкин артабанғы бөтөн ҡаршылыҡ бина юҡлыҡтан килеп сыҡты.
– Сәнә апай, һеҙ уйлаған китапхана ҡәҙимгеләрҙән нимәһе менән айырыла ине һуң?
– Беренсенән, милли ерлектәге әҙә­би­әт­кә өҫтөнлөк бирелде. Мәҫәлән, башҡорт романдары серияһынан, һирәк осрай тор­ған йәки ҡулъяҙма китаптар тупланғайны. Шундайҙарҙан, әйтәйек, Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ физик ғалим Венер Ғәлиндең ҡулъяҙма (компьютерҙа йыйылған) шәжә­рә китабы, Дәүләт премияһы лауреаты, Алматыла йәшәгән геолог ауылдашым Таңһылыу Ҡаймирасованың мемуарҙар китабы (ул – бик ҡиммәтле ҡулъяҙма, автор унда үҙенең һәм ғаиләһенең генә түгел, тотош илебеҙ яҙмышын, Ҡаҙағстан ерендә күпме магнит аномалияһы ятҡы­лыҡ­тары табыу эшен сағылдырған бай тарих тас­уир­ланған), Дәүләт Мәһәҙиевтең Ислам һүҙлегенең баштағы варианты (ул аҙаҡтан нәшриәттә баҫылып сыҡты), ҡулъ­яҙма шиғыр китаптары, төрлө күренекле нәҫел­дәрҙең шәжәрәләре һ.б. йыйылды.
Икенсенән, китапханала тик китаптар ғына түгел, ә төрлө музей ҡомартҡылары, Совет осоро һәм унан алдағы замандағы ҡомартҡылар, картиналар, скульптуралар һ.б. урын алырға тейеш ине. Шулай уҡ бинаһы булғанда был китапхана үҙенә күрә Өфөләге Шиғыр йорто ла тип күҙал­лан­ғайны, әлбиттә. Балалар өсөн милли нигеҙҙәге төрлө түңәрәктәр (мандолина, ҡурай, шашка, шахмат, ҡул эштәре, рәсем) ойошторорға ниәтләнгәйнек. Уларҙы үҙҙәре теләп башҡарасаҡ етәкселәр ҙә табылғайны. Мәҫәлән, мандолинала – үҙем, ҡурайҙа – Ишморат Илбәков, ҡул эштәрен Әнүзә Йомағолова өйрәтергә теләк белдергәйне. Былар барыһы ла уставта ҡаралғайны.
Тағы ла бер әһәмиәтле үҙенсәлеге шулдыр: бында кешеләр үҙҙәренең күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған, яратҡан китаптарын тапшыра. Улар хужаларының исем-шәрифе, регалиялары менән билдәләнеп, һәр бе­ре­һе айырым урынға ҡуйыла. Уны уҡырға алған кешеләр мотлаҡ балаһынамы, ейән-ейәнсәренәме, башҡа бер туғанынамы – ошо турала әйтеп, китаптың мәртәбәһен күтәрә. Китаптарын биргән кеше иҫән сағында ул китапханаға үҙе йөрөй, үҙенең фонды ни хәлдә икәнен күҙәтә, артабан уның ышаныслы кешеһе, бала-сағаһы, таныш-белеше килә. Китап тапшырған ке­шеләр бер-береһе менән аралаша, әҙә­биәт, сәнғәт кешеләре осраша, фекер алы­ша, үҙенән-үҙе рәсми булмаған кисә­ләр, диспуттар ойошторола. Шул рәүешле китапхананың дуҫлыҡ, йылылыҡ, туған­лыҡ, тәртип һәм зыялылыҡ йортона әйлә­неренә өмөтләнгәйнек. Халҡыбыҙҙың иң яратҡан ял урыны булырына ла ыша­нысыбыҙ ҙур ине.
– Бинаны табыу мөмкинлеге бер нисек тә хәл ителмәнеме?
– Бина табыу өсөн күп тырышып ҡа­раным. Эшебеҙҙе Мәҙәниәт министрлығы фатихаһы менән башлап ебәргәйнек. Министрлыҡтан төрлө юғары ойошма­лар­ға хат артынан хат яҙҙылар. Киров райо­ны хакимиәтенән хатта бер йортто ад­реслап та һоранылар, тик ул бинаны (ҡала үҙәгендә, бик уңайлы, юғары уҡыу йорттарына яҡын урында ине) “архитектура ҡомартҡыһы” тигән һылтау менән беҙгә бирергә рөхсәт итмәнеләр.
Тағы әллә күпме ойошмаларға, хәлле кешеләргә мөрәжәғәттәр яҙып ҡараным. Улар араһынан әгәр ер участкаһы бул­ғанда китапхана һалып бирергә, проектын эшләргә лә риза зыялылар табылғайны, тик ер биләмәһе алып булманы. “Китапхана “культовый учреждение” түгел, уның өсөн ер биреү ҡаралмаған” тигән яуап бир­ҙеләр республикабыҙҙың Ер һәм мөлкәт министрлығы хужалары. Үҙем эҙләп та­бып, урынын күрһәтеп һораған ер участкаларында хәҙер ҡайһыһында “Макдо­нальдс” күкрәк киреп ултыра, ҡайһыһында нин­дәйҙер таныш булмаған төҙөлөш бара. Ни өсөн? Сөнки уларҙың аҡсаһы бар. Ере­беҙҙе аҡсаға һатып алалар. Ә беҙҙең атай-ағайҙар ошо еребеҙ өсөн ғәзиз баштарын һалды. “Хәтер” китабын асып ҡара­һаң, бер биттә генә минең атайым да, ағайым да, әллә нисә туғаным да теркәп ҡуйылған. Улар, үҙ ғүмерҙәре менән ошо еребеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡ­лап, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк бул­ған. Ә мин халыҡтың рухи мираҫын һаҡлау өсөн бер китапханалыҡ урын йәки берәй ҡулайлы бина һорап, күпме йөҙ һыуымды түгеп йөрөйөм. Бөтәһен уйлап эсем яна. Архитекторҙар менән үҙемсә күҙ алдына килтергән матур, зауыҡ менән һа­лынған китапхана ла күҙ алдымда тора хатта.
— Ә кемдәр эшләйәсәк ине ул китапханала?
– Барыһы ла уйланылып, устав ҡабул ителеп бөткәйне. Эшләүселәр – тәүге мәл­дә ирекмәндәр тип күҙалланыҡ. Улар – китаптарын тапшырған кешеләр, пен­сио­нер­ҙар, студенттар, уҡыусылар, ейән-ейәнсәрҙәр. Ә инде ойоштороу эшендә тәжрибәле китапханасылар Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәр­ҙәре Рәйсә Тимерғәлина, Ғайса Йыһаншин, архитектор Камилә Вәлиева кеүек кешеләр ихлас күңелдән ярҙам итергә теләк белдерҙе. Эш башланып артабан дауам иткән хәлдә, китапхана етәкселеге тарафынан уставҡа китапхананың үҙен финанслау мөмкинлеген булдырыу юлдары ла индерелгәйне. Былар барыһы ла тормошҡа ашырырлыҡ ғәмәлдәр ине. Лә­кин ер майҙаны йәки берәй уңайлы бина таба алмағас, эш туҡталып ҡалды.
– Шулай итеп, йыйылған китаптары­ғыҙҙы кире таратып бирҙегеҙме?
– Барыһы ла таратып бөтөлмәне. Урын булмағанлыҡтан, тап­шырырға теләк белдергән кешеләрҙең барыһынан да алып бөтмәгәйнем. Ә инде йыйыл­ған­дарын үҙебеҙҙең “Салауаттар” яҡташ­тар ойошмаһының бәләкәй генә бүл­мә­һенә, рәйестең ризалығы менән, “Яҡташтар китапханаһы” итеп ҡал­дырҙыҡ. Тик унда әлегә барлыҡ китап ҡуйылманы. Асылда халҡыбыҙҙың бөйөк сәсәне Айҙар Байыҡ, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, оло йөрәкле халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, донъяға билдәле спортсы Харис Йосопов, революция һәм золом ҡорбандары, Арҡауыл мәктәбенән сыҡҡан өс Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Ғәйфуллин, Алексей Головин, Зөбәй Үтәғолов, Дан ордендарының тулы кавалеры Фәррух Харисов, Бөйөк Ватан һуғышында вафат булған шағир һәм яҙыу­сылар Мазһар Абдуллин, Сыңғыҙ Ханов, шул уҡ мәктәптә эшләп Социалистик Хеҙмәт Геройы булған халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Искәндәрова, халыҡ артистары Ғәлиә Солтанова, Фәриҙә Камалетдинова, Хәмит Яруллин, Рәсимә Ғәйфуллина, кү­ренекле опера йырсыһы Хәбир Ғәлимов кеүек данлыҡлы шәхестәр хаҡында, уларға арналған йәки үҙҙәренең әҫәрҙәре тупланған өлөшө генә ҡуйылды. Был китапхана, әлбиттә, һәр кем инеп файҙалана ала торған урын түгел. Унда үҙебеҙҙең райондаштар ғына килә, ул да йыйылыш көндәрендә генә.
– Китаптарҙы тапшырыусылар ара­һында билдәле шәхестәр булдымы?
– Асылда үҙебеҙҙең яҡташтар, райондаштар бирҙе. Бергә уҡыған, бергә эш­ләгән кешеләр ҙә килтерҙе. Шулай уҡ минең бер мәҡәләлә һүҙ ыңғайы ғына тел­гә алып киткән әлеге китапхана тураһында уҡып, Нәжибә Юнысова исемле бик мө­лә­йем, уҡымышлы, үҙе лә шиғырҙар, китаптар яҙыу менән мәшғүл бер ханым бик күп рус һәм сит ил әҙәбиә­те әҫәрҙәрен тапшырҙы. Хатта Мәс­кәүҙә йәшәгән ғалим яҡташыбыҙ Венер Ғәлин менән Зөбәйер Иҫәнғолов (Булат ағай Рафиҡов­тың ауылдашы) йөк машинаһына тейәп үҙҙәренең китапханаларын килте­рергә вәғәҙә иткәйне.
– Сәнә апай, хәҙер инде һеҙ ошондай бай йөкмәткеле, халҡыбыҙ мәҙәниә­тенә һис шикһеҙ ҙур өлөш индерәсәк ғәмәлегеҙҙең шулай юғалып ҡалыуына нисек ҡарайһығыҙ?
– Әле әйтеп үткәнемсә, хыялымдың тормошҡа ашмай ҡалғанына һаман да эсем боша. Шулай ҙа был башланғыс бөтөнләй юғалып ҡалмаҫ тигән өмөтөм дә бар. Халҡыбыҙҙа зыялы, илһөйәр кеше­ләр юҡ түгел бит. Улар араһында, Алла бойорһа, хәллеләре лә табылыр. Үҙ көс­тәре менән ошондай матур китапхана бинаһы һалдырырҙар әле. Оло ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар үҙҙәренең китаптары юғалып ҡалмаһын, киләсәктә лә халыҡҡа файҙаһы тейһен тиһә, рухи бай­лыҡтарын ошондай китапханаға тапшы­рырҙар, тип ышанам. Иң мөһиме – бында зыялы кешеләр бер-береһен табыр, йәш­тәр осрашыр, матур шиғри кисәләр, за­уыҡ­лы табындар ойошторолор. Күпме кеше үҙенең ғүмере буйына йыйған рухи бай­лығын сүплеккә сығарып ырғытмаҫ, ә оҙаҡ йылдар һаҡланып, быуындан быуынға тапшы­рыласағына инанып, тыныс күңел менән ҡалыр.
– Халыҡ китапханаһын ойошто­роу­ҙы ниндәй ниәт менән башлап ебәр­гәйнегеҙ?
– Күңелдә һәр ваҡыт маҡсат йөрөй. Уны бик мөһим тип инанам. Халҡыбыҙҙың мә­ҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын, те­лен һаҡлау юҫығында нин­дәй­ҙер ҡоро һүҙҙәр, буш саҡырыуҙар менән мауыҡ­майынса, бәләкәй генә булһа ла ғәмәли файҙаһы булырлыҡ бер эш баш­ҡа­рыу ине маҡса­тым. Ҙур тырышлыҡ һалып эшләгән баш­ҡорт диалекттары һүҙлек­тәре, күләмле ғилми хеҙмәт – Башҡорт теленең диалектологик атласы, халыҡ йолаларын, тел байлығын сағылдырған мәҡәләләр, пен­сия­ға сыҡҡас, тыуған районыбыҙға бағыш­лап яҙылған энциклопедик китап шундай хеҙмәттәр тип баһалайым. Әлеге халыҡ китапханаһы ла, һис шикһеҙ, мәҙәниә­те­беҙҙе һаҡлауға тос өлөш индерәсәк ғәмәл булыр ине.
Бынан бер нисә йыл элек “Бинаһыҙ му­зей” тигән мәҡәлә яҙып сыҡҡайным. Унда республикабыҙҙа Әҙәбиәт музейына би­на таба алмауҙары, Башҡортостан яҙыу­сы­ла­рының ҡәҙерле ҡомартҡылары, иҫтә­лек­тәре, ҡулъяҙмалары ҡыҫыҡ бүл­мә­ләрҙә, музей талаптарына тап кил­мәгән ғәҙәти офистарҙа һаҡланыуы тураһында һүҙ бара ине. Был мәсьәлә әле һаман да хәл ителмәгән. Төрлө исем­дәге йылдар килә лә китә, ә хәлдәр бер ҙә үҙгәрмәй. Һеҙ әйткәнсә, рухи бай­лыҡ­ҡа бөтөнләй ҡағы­лы­шы булмаған, хатта ниндәйҙер шикле ойошмаларға бинаһы ла табыла, урын да бирелә. Әҙәбиәт йы­лын­да, бәлки, үҙгә­реш­тәр булыр, тип өмөтләнергә генә ҡала беҙгә. Һәр хәлдә шуға ышанайыҡ.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780