Көньяҡ биҫтәһендәге яңы фатирға күскәндән һуң бер нисә тапҡыр шундай күренештең шаһиты булырға тура килде. Подъезд төбөндә сүп түгә торған ергә ҡағыҙ ҡаптарға тултырылған китаптар сығарып ҡуйылғайны. Барып ҡарарға уйлағайным, яҡындарымдың: ”Кешенән оят бит, сүплектә соҡона тип әйтеүҙәре бар”, — тигәненән һуң, тыйылып ҡалдым. Икенсе юлы барыбер түҙмәнем. Күргәнем шаҡ ҡатырҙы: классик әҙиптәрҙең ҡалын-ҡалын китаптары ырғытылғайны унда. Тағы бер тапҡырында тәржемә әҫәрҙәре, шулай уҡ төрөк яҙыусыларының китаптары туҙып ятты.
Бер ваҡыт арабыҙҙа йәшәп, ижад иткән башҡорт шағирының яҡташ ҡәләмдәшенә автограф менән яҙып биргән йыйынтығын иптәшем тотоп индерҙе. Үҙенә алып барып бирҙек. Әйтерһең, шул кеше ята кеүек тойолдо сүп-сар араһында. Ә бит ул — китап. Урыны — кәштәлә, аҡылы — йөрәктәрҙә, күңелдәрҙә.
Үҙеңә кәрәкмәй икән, тыуған ауылыңа алып ҡайтып, мәктәп китапханаһына ла тапшырырға мөмкин бит.
Шуларҙы уйлағанда бынан бер нисә йыл элек шәхси китапханаларҙағы китаптарҙы йыйып, бергә туплап, уларҙы бөтә халыҡ ҡуллана алырлыҡ белем йорто булдырыу хаҡында хәстәрләп йөрөүсе, башҡорт тел ғилемендә лә, журналистикала ла тос хеҙмәт һалған Сәнә Сабирйәнова иҫемә төштө. Нисек булған икән уның был изге эшенең һөҙөмтәһе? Шул хаҡта белергә теләү изге күңелле зыялы апайыбыҙ менән осрашыуға сәбәпсе булды ла инде.
Былтыр Мәҙәниәт йылында ҙур capaлар тормошҡа ашырылды. Бик күп мәҙәниәт усаҡтары асылды. Күбеһе төҙөкләндерелеп, яңыртылып сафҡа инде. Быларҙы күреп шатланмау мөмкин түгел. Инде Әҙәбиәт йылына аяҡ баҫтыҡ. Сәнә САБИРЙӘНОВА менән әңгәмәбеҙ – ошо юҫыҡтағы донъяуи мәсьәләләр хаҡында.– Сәнә апай, һеҙҙең халыҡ китапханаһын ойоштороу хаҡында янып йөрөүөгеҙ күптәргә билдәле, артабан был мөһим эшегеҙ ниндәй яҙмышҡа тарыны? Изге хыялығыҙ тормошҡа аштымы?
– Халыҡ китапханаһын булдырыуҙы беҙ бик мәҙәниәтле, аҡыллы шәхес Дәүләт ағай Мәһәҙиев менән “Заман-Башҡортостан” гәзитендә бергә эшләгәндә башлап ебәргәйнек. Дөрөҫөрәге, ул Дәүләт ағайҙың идеяһы булды, ә тормошҡа ашырыуҙы миңә тапшырҙы. Был хыял ерле юҡтан ғына тыумағандыр, бер ҙур ғалимдың бик күп ҡиммәтле китаптарының сүплеккә түгелгәнен күреп, бер нисәүһен өйөнә алып ҡайтҡан. Башҡа бик күп шәхси китапханаларҙы ла шундай аяуһыҙ яҙмыш көтөүе хаҡында һөйләшеп, көйөп ултырғайныҡ. Ошо эшкә тотоноуына әлеге һөйләшеү этәргес бирҙе.
Минең был башланғысты бик күп зыялылар хупланы, күбеһе ярҙам итергә лә тырышты. Үҙҙәренең абруйлы китапханаларынан китаптар тапшырырға ынтылды, хатта уларҙы шкафы-ние менән бирергә лә риза ине улар. Айырыуса “Ихлас” мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләм хәҙрәт ойоштороу эшендә, документтар әҙерләүҙә ярҙам итеп торҙо. Ләкин артабанғы бөтөн ҡаршылыҡ бина юҡлыҡтан килеп сыҡты.
– Сәнә апай, һеҙ уйлаған китапхана ҡәҙимгеләрҙән нимәһе менән айырыла ине һуң?
– Беренсенән, милли ерлектәге әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирелде. Мәҫәлән, башҡорт романдары серияһынан, һирәк осрай торған йәки ҡулъяҙма китаптар тупланғайны. Шундайҙарҙан, әйтәйек, Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ физик ғалим Венер Ғәлиндең ҡулъяҙма (компьютерҙа йыйылған) шәжәрә китабы, Дәүләт премияһы лауреаты, Алматыла йәшәгән геолог ауылдашым Таңһылыу Ҡаймирасованың мемуарҙар китабы (ул – бик ҡиммәтле ҡулъяҙма, автор унда үҙенең һәм ғаиләһенең генә түгел, тотош илебеҙ яҙмышын, Ҡаҙағстан ерендә күпме магнит аномалияһы ятҡылыҡтары табыу эшен сағылдырған бай тарих тасуирланған), Дәүләт Мәһәҙиевтең Ислам һүҙлегенең баштағы варианты (ул аҙаҡтан нәшриәттә баҫылып сыҡты), ҡулъяҙма шиғыр китаптары, төрлө күренекле нәҫелдәрҙең шәжәрәләре һ.б. йыйылды.
Икенсенән, китапханала тик китаптар ғына түгел, ә төрлө музей ҡомартҡылары, Совет осоро һәм унан алдағы замандағы ҡомартҡылар, картиналар, скульптуралар һ.б. урын алырға тейеш ине. Шулай уҡ бинаһы булғанда был китапхана үҙенә күрә Өфөләге Шиғыр йорто ла тип күҙалланғайны, әлбиттә. Балалар өсөн милли нигеҙҙәге төрлө түңәрәктәр (мандолина, ҡурай, шашка, шахмат, ҡул эштәре, рәсем) ойошторорға ниәтләнгәйнек. Уларҙы үҙҙәре теләп башҡарасаҡ етәкселәр ҙә табылғайны. Мәҫәлән, мандолинала – үҙем, ҡурайҙа – Ишморат Илбәков, ҡул эштәрен Әнүзә Йомағолова өйрәтергә теләк белдергәйне. Былар барыһы ла уставта ҡаралғайны.
Тағы ла бер әһәмиәтле үҙенсәлеге шулдыр: бында кешеләр үҙҙәренең күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған, яратҡан китаптарын тапшыра. Улар хужаларының исем-шәрифе, регалиялары менән билдәләнеп, һәр береһе айырым урынға ҡуйыла. Уны уҡырға алған кешеләр мотлаҡ балаһынамы, ейән-ейәнсәренәме, башҡа бер туғанынамы – ошо турала әйтеп, китаптың мәртәбәһен күтәрә. Китаптарын биргән кеше иҫән сағында ул китапханаға үҙе йөрөй, үҙенең фонды ни хәлдә икәнен күҙәтә, артабан уның ышаныслы кешеһе, бала-сағаһы, таныш-белеше килә. Китап тапшырған кешеләр бер-береһе менән аралаша, әҙәбиәт, сәнғәт кешеләре осраша, фекер алыша, үҙенән-үҙе рәсми булмаған кисәләр, диспуттар ойошторола. Шул рәүешле китапхананың дуҫлыҡ, йылылыҡ, туғанлыҡ, тәртип һәм зыялылыҡ йортона әйләнеренә өмөтләнгәйнек. Халҡыбыҙҙың иң яратҡан ял урыны булырына ла ышанысыбыҙ ҙур ине.
– Бинаны табыу мөмкинлеге бер нисек тә хәл ителмәнеме?
– Бина табыу өсөн күп тырышып ҡараным. Эшебеҙҙе Мәҙәниәт министрлығы фатихаһы менән башлап ебәргәйнек. Министрлыҡтан төрлө юғары ойошмаларға хат артынан хат яҙҙылар. Киров районы хакимиәтенән хатта бер йортто адреслап та һоранылар, тик ул бинаны (ҡала үҙәгендә, бик уңайлы, юғары уҡыу йорттарына яҡын урында ине) “архитектура ҡомартҡыһы” тигән һылтау менән беҙгә бирергә рөхсәт итмәнеләр.
Тағы әллә күпме ойошмаларға, хәлле кешеләргә мөрәжәғәттәр яҙып ҡараным. Улар араһынан әгәр ер участкаһы булғанда китапхана һалып бирергә, проектын эшләргә лә риза зыялылар табылғайны, тик ер биләмәһе алып булманы. “Китапхана “культовый учреждение” түгел, уның өсөн ер биреү ҡаралмаған” тигән яуап бирҙеләр республикабыҙҙың Ер һәм мөлкәт министрлығы хужалары. Үҙем эҙләп табып, урынын күрһәтеп һораған ер участкаларында хәҙер ҡайһыһында “Макдональдс” күкрәк киреп ултыра, ҡайһыһында ниндәйҙер таныш булмаған төҙөлөш бара. Ни өсөн? Сөнки уларҙың аҡсаһы бар. Еребеҙҙе аҡсаға һатып алалар. Ә беҙҙең атай-ағайҙар ошо еребеҙ өсөн ғәзиз баштарын һалды. “Хәтер” китабын асып ҡараһаң, бер биттә генә минең атайым да, ағайым да, әллә нисә туғаным да теркәп ҡуйылған. Улар, үҙ ғүмерҙәре менән ошо еребеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Ә мин халыҡтың рухи мираҫын һаҡлау өсөн бер китапханалыҡ урын йәки берәй ҡулайлы бина һорап, күпме йөҙ һыуымды түгеп йөрөйөм. Бөтәһен уйлап эсем яна. Архитекторҙар менән үҙемсә күҙ алдына килтергән матур, зауыҡ менән һалынған китапхана ла күҙ алдымда тора хатта.
— Ә кемдәр эшләйәсәк ине ул китапханала?
– Барыһы ла уйланылып, устав ҡабул ителеп бөткәйне. Эшләүселәр – тәүге мәлдә ирекмәндәр тип күҙалланыҡ. Улар – китаптарын тапшырған кешеләр, пенсионерҙар, студенттар, уҡыусылар, ейән-ейәнсәрҙәр. Ә инде ойоштороу эшендә тәжрибәле китапханасылар Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәйсә Тимерғәлина, Ғайса Йыһаншин, архитектор Камилә Вәлиева кеүек кешеләр ихлас күңелдән ярҙам итергә теләк белдерҙе. Эш башланып артабан дауам иткән хәлдә, китапхана етәкселеге тарафынан уставҡа китапхананың үҙен финанслау мөмкинлеген булдырыу юлдары ла индерелгәйне. Былар барыһы ла тормошҡа ашырырлыҡ ғәмәлдәр ине. Ләкин ер майҙаны йәки берәй уңайлы бина таба алмағас, эш туҡталып ҡалды.
– Шулай итеп, йыйылған китаптарығыҙҙы кире таратып бирҙегеҙме?
– Барыһы ла таратып бөтөлмәне. Урын булмағанлыҡтан, тапшырырға теләк белдергән кешеләрҙең барыһынан да алып бөтмәгәйнем. Ә инде йыйылғандарын үҙебеҙҙең “Салауаттар” яҡташтар ойошмаһының бәләкәй генә бүлмәһенә, рәйестең ризалығы менән, “Яҡташтар китапханаһы” итеп ҡалдырҙыҡ. Тик унда әлегә барлыҡ китап ҡуйылманы. Асылда халҡыбыҙҙың бөйөк сәсәне Айҙар Байыҡ, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, оло йөрәкле халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, донъяға билдәле спортсы Харис Йосопов, революция һәм золом ҡорбандары, Арҡауыл мәктәбенән сыҡҡан өс Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Ғәйфуллин, Алексей Головин, Зөбәй Үтәғолов, Дан ордендарының тулы кавалеры Фәррух Харисов, Бөйөк Ватан һуғышында вафат булған шағир һәм яҙыусылар Мазһар Абдуллин, Сыңғыҙ Ханов, шул уҡ мәктәптә эшләп Социалистик Хеҙмәт Геройы булған халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Искәндәрова, халыҡ артистары Ғәлиә Солтанова, Фәриҙә Камалетдинова, Хәмит Яруллин, Рәсимә Ғәйфуллина, күренекле опера йырсыһы Хәбир Ғәлимов кеүек данлыҡлы шәхестәр хаҡында, уларға арналған йәки үҙҙәренең әҫәрҙәре тупланған өлөшө генә ҡуйылды. Был китапхана, әлбиттә, һәр кем инеп файҙалана ала торған урын түгел. Унда үҙебеҙҙең райондаштар ғына килә, ул да йыйылыш көндәрендә генә.
– Китаптарҙы тапшырыусылар араһында билдәле шәхестәр булдымы?
– Асылда үҙебеҙҙең яҡташтар, райондаштар бирҙе. Бергә уҡыған, бергә эшләгән кешеләр ҙә килтерҙе. Шулай уҡ минең бер мәҡәләлә һүҙ ыңғайы ғына телгә алып киткән әлеге китапхана тураһында уҡып, Нәжибә Юнысова исемле бик мөләйем, уҡымышлы, үҙе лә шиғырҙар, китаптар яҙыу менән мәшғүл бер ханым бик күп рус һәм сит ил әҙәбиәте әҫәрҙәрен тапшырҙы. Хатта Мәскәүҙә йәшәгән ғалим яҡташыбыҙ Венер Ғәлин менән Зөбәйер Иҫәнғолов (Булат ағай Рафиҡовтың ауылдашы) йөк машинаһына тейәп үҙҙәренең китапханаларын килтерергә вәғәҙә иткәйне.
– Сәнә апай, хәҙер инде һеҙ ошондай бай йөкмәткеле, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә һис шикһеҙ ҙур өлөш индерәсәк ғәмәлегеҙҙең шулай юғалып ҡалыуына нисек ҡарайһығыҙ?
– Әле әйтеп үткәнемсә, хыялымдың тормошҡа ашмай ҡалғанына һаман да эсем боша. Шулай ҙа был башланғыс бөтөнләй юғалып ҡалмаҫ тигән өмөтөм дә бар. Халҡыбыҙҙа зыялы, илһөйәр кешеләр юҡ түгел бит. Улар араһында, Алла бойорһа, хәллеләре лә табылыр. Үҙ көстәре менән ошондай матур китапхана бинаһы һалдырырҙар әле. Оло ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар үҙҙәренең китаптары юғалып ҡалмаһын, киләсәктә лә халыҡҡа файҙаһы тейһен тиһә, рухи байлыҡтарын ошондай китапханаға тапшырырҙар, тип ышанам. Иң мөһиме – бында зыялы кешеләр бер-береһен табыр, йәштәр осрашыр, матур шиғри кисәләр, зауыҡлы табындар ойошторолор. Күпме кеше үҙенең ғүмере буйына йыйған рухи байлығын сүплеккә сығарып ырғытмаҫ, ә оҙаҡ йылдар һаҡланып, быуындан быуынға тапшырыласағына инанып, тыныс күңел менән ҡалыр.
– Халыҡ китапханаһын ойоштороуҙы ниндәй ниәт менән башлап ебәргәйнегеҙ?
– Күңелдә һәр ваҡыт маҡсат йөрөй. Уны бик мөһим тип инанам. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын, телен һаҡлау юҫығында ниндәйҙер ҡоро һүҙҙәр, буш саҡырыуҙар менән мауыҡмайынса, бәләкәй генә булһа ла ғәмәли файҙаһы булырлыҡ бер эш башҡарыу ине маҡсатым. Ҙур тырышлыҡ һалып эшләгән башҡорт диалекттары һүҙлектәре, күләмле ғилми хеҙмәт – Башҡорт теленең диалектологик атласы, халыҡ йолаларын, тел байлығын сағылдырған мәҡәләләр, пенсияға сыҡҡас, тыуған районыбыҙға бағышлап яҙылған энциклопедик китап шундай хеҙмәттәр тип баһалайым. Әлеге халыҡ китапханаһы ла, һис шикһеҙ, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға тос өлөш индерәсәк ғәмәл булыр ине.
Бынан бер нисә йыл элек “Бинаһыҙ музей” тигән мәҡәлә яҙып сыҡҡайным. Унда республикабыҙҙа Әҙәбиәт музейына бина таба алмауҙары, Башҡортостан яҙыусыларының ҡәҙерле ҡомартҡылары, иҫтәлектәре, ҡулъяҙмалары ҡыҫыҡ бүлмәләрҙә, музей талаптарына тап килмәгән ғәҙәти офистарҙа һаҡланыуы тураһында һүҙ бара ине. Был мәсьәлә әле һаман да хәл ителмәгән. Төрлө исемдәге йылдар килә лә китә, ә хәлдәр бер ҙә үҙгәрмәй. Һеҙ әйткәнсә, рухи байлыҡҡа бөтөнләй ҡағылышы булмаған, хатта ниндәйҙер шикле ойошмаларға бинаһы ла табыла, урын да бирелә. Әҙәбиәт йылында, бәлки, үҙгәрештәр булыр, тип өмөтләнергә генә ҡала беҙгә. Һәр хәлдә шуға ышанайыҡ.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.