Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Үткән аҙнаның шәмбеһендә Хәтирә инәйҙең башы ауыртып алды. Тороп сәй эсте, ятып алды, ары-бире йөрөнө. Ләкин һыҙланыуы бер нисек тә баҫылманы. Төш үтеп, көн кискә табан ауыша башлағас, ике улы менән Гөлназ килеп төштө. Ул — әсәһенең күҙ терәп торған берҙән-бер ҡыҙы, уның эшен эшләгән дә, дауаханаларға йөрөткән дә, йыуанысы ла, шатлығы ла.

Гөлназ йәй көнө отпуск алып, әсәһе янына ауылға ҡайта. Ире Иҙрис Себер тарафтарында бер ай эшләп, бер ай ял итә. Кейәүенең ата-әсәһе күптән инде мәрхүм, шуға күрә ул Хәтирә инәйҙе әсәһендәй яҡын күреп, хөрмәт итә. Һыйыр малы тотмаһа ла, унлап һарыҡ, егермеләп ҡош-ҡорт аҫрай инәй. Ҡарт­лыҡты баҫырға бер эше бар.
Гөлназ килеп ингәндә, әсәһе ята ине. Уны уятмайым тип, бер йылы ҡараш ташланы ла өй эштәренә сумды. Ә улдары Айгиз менән Илгиз, тышта күрше малай­ҙарын осратып, ҡар бәрешеп уйнай­быҙ, тип тороп ҡалды.
Бер аҙҙан ике бала сыр-сыу килеп өйгә инде. Өҫ-башын да ҡағып тормай, өләсә­ләре ятҡан бүлмәгә йүгерҙеләр. Гөлназ тәүҙә уларҙы абайламай ҡалды, туҡтатып та өлгөрмәне. Тегеләре өләсә­лә­ре менән иҫәнләште лә кире урамға сапты.
Ҡыҙы әсәһен ҡосаҡланы, хәл-әхүәлен белеште һәм сәйгә саҡырҙы. Инәй ба­шын ҡалҡытты, шул ваҡыт башының яңы­нан ауыртыуын һиҙҙе. Быны ул Гөл­назға әйт­мәҫ­кә булды. Теге-был хәбәрҙе һөйләшеп алғас, ҡыҙына ейәндәрен дә сәйгә саҡы­рырға ҡушты. Балалар инмәҫ элек Гөл­назды шелтәләп алды: ма­лайҙар бигерәк шуҡ булып үҫеп килә.
— Балам, әҙерәк тыйыр кә­рәк. Үҙеңә аҙаҡ ҡыйын булып тормаһын, — тине әсәһе. Гөлназ һүҙ өндәшеп өлгөрмә­не, Айгиз менән Илгиз килеп инде.
Хәтирә инәй гәзит-журнал ҡарайым, тип, үҙенең бүлмәһенә сыҡты. Ләкин бер хәрефен дә, яҙыуын да күрә алманы. Теге баш ауыртыуы ебәрмәй ине.
Икенсе көндә Гөлназ балалары ме­нән ҡайтып китте. Инәйҙең бөгөн кә­йе­фе шәп түгел ине, башы ауыр­ты­уын-ауыртмай, ләкин ҡыҙы менән һөйләшеп ултыра алмауына бошондо. Гөлназ быны үҙенсә аңла­ны. Ҡартлыҡ бит, бәлки, аҙыраҡ әсәһенә яңғыҙы торорға ла кәрәктер, тип уйланы. Эстән ҡыйын булһа ла, әсәй, балаларға ҡышҡы кейем алырға кәрәк, ҡайтып бул­маҫ, ахыры, тине. Инәй нимәгәлер мауы­ғып китеп, ҡыҙының һүҙҙәрен ишетмәне. Гөлназ ҡабат өндәшмәне.
Көн артынан көн үтте. Йома килеп еткәс, Хәтирә инәй магазинға барып, балаларға тәм-том алып ҡуйҙы. Шәмбе кисе. Ләкин ишек шаҡыусы булманы. Бер тәҙрәгә һуғылды, икенсеһенән ҡа­раш ташланы, яҡындары күренмәне. Ҡапыл машина фа­раларының утын абай­лап ҡалды. Такси-фәлән менән ҡайтып киләләрме икән, тип, ҡапҡа тышына уҡ сыҡты инәй… Шау-гөр булып күрше Зөләйханың балалары ҡайтты.
Өйгә кергәс, Хәтирә инәй үҙенә урын таба алманы. Күңелен нимәлер ҡырҙы. Һәм шул ваҡыт Гөлназға әйткән шелтә һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ҡыҙы аҡыллы шул, әсәһен ҡыйырһытманы, балаларын яҡлап бер һүҙ өндәшмәне. Үпкә­ләтте, ахыры. Ни был башы ваҡытһыҙ ауыртты, һөйләшеп тә булманы, ни һа­ман телефон үткәрә алмайҙар, тип инәй үҙен әрләне. Йөрәге һыҙлап, барып дарыу ҡаба һалып, йылы шәленә бөр­кәнеп ятты. Үҙенә урын таба алмай, бер уңға, бер һулға боролдо. Тыштағы Аҡбай ҙа, балаларҙы көткән һымаҡ, сеңләне лә сеңләне.
Инәй тәҙрәнең бер яҡ пәрҙәһен асып, ҡарап ятырға булды. Күктән ялтырап тө­шөп, ап-аҡ ер өҫтөндә юғалған ҡар бөр­төктәрен күреүен-күрмәне, ләкин шул ҡар өҫтөндә балаларының эҙҙәренә күҙ һал­ғыһы килә ине. Улар булмаһа, был донъя­ла йәшәүҙең бер йәмен дә тапмаҫ кеүек. Яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡты инәй. Ҡарты Хафиз да иртә китте был донъянан, йөрәк өйәнәгенән.
Иртән ул балалар тауышына уянып китте. Төндән ябылмай ҡалған тәҙрә пәрҙәһенән башын тығып ҡараны. Айгиз менән Илгиз Аҡбайҙы шаяртып, ҡар өҫтөн­дә аунай ине. Гөлназдың: “Әсәй, һаумы!” — тигәнен дә көтөп тормай, Хәтирә инәй ҡыҙының күкрәгенә һы­рыл­ды. “Ғәфү ит, ҡыҙым”, — тине ул, күҙ йәш­тәрен йәшер­мәй. “Әсәй, ҡуйсы, юҡты һөйләмә. Иҙрис шәмбе көн ҡайтам тигәс, уны һуңға тиклем көттөк, ул төндә генә килеп инде. Һин үҙең беҙҙе ғәфү ит. Үткән аҙна ауырып ҡалғас, һинең өсөн бик борсолдом, түҙеп булмаҫ, тип, бер көнгә булһа ла, күреп китергә ҡайттыҡ”.
Хәтирә инәй ҡыҙын ҡосағынан оҙаҡ ебәр­мәй торҙо, шаулап-гөрләп Иҙрис кейәүенең, Айгиз менән Илгиздең килеп инеүенә уларҙы ла ҡосағына алды. Шул ваҡытта насар уйҙары юҡҡа сыҡты, шатлыҡ йәштәре түгелде.
Әсә йөрәге шул тиклем нескә. Унда бер ваҡытта ла насар уйҙарға урын ҡал­маҫ­ҡа тейеш. Беҙ, иң тәүҙә ғәзиз балалары, быны булдырмаҫ өсөн, барлыҡ эше­беҙ­ҙе ташлап, етмәгән ваҡытты табып, ғә­зиз кеше­беҙгә йылы һүҙебеҙҙе, наҙлы ҡа­ра­шы­быҙ­ҙы йәлләмәҫкә бурыслыбыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780