Әсә йөрәге07.03.2015
Үткән аҙнаның шәмбеһендә Хәтирә инәйҙең башы ауыртып алды. Тороп сәй эсте, ятып алды, ары-бире йөрөнө. Ләкин һыҙланыуы бер нисек тә баҫылманы. Төш үтеп, көн кискә табан ауыша башлағас, ике улы менән Гөлназ килеп төштө. Ул — әсәһенең күҙ терәп торған берҙән-бер ҡыҙы, уның эшен эшләгән дә, дауаханаларға йөрөткән дә, йыуанысы ла, шатлығы ла.
Гөлназ йәй көнө отпуск алып, әсәһе янына ауылға ҡайта. Ире Иҙрис Себер тарафтарында бер ай эшләп, бер ай ял итә. Кейәүенең ата-әсәһе күптән инде мәрхүм, шуға күрә ул Хәтирә инәйҙе әсәһендәй яҡын күреп, хөрмәт итә. Һыйыр малы тотмаһа ла, унлап һарыҡ, егермеләп ҡош-ҡорт аҫрай инәй. Ҡартлыҡты баҫырға бер эше бар.
Гөлназ килеп ингәндә, әсәһе ята ине. Уны уятмайым тип, бер йылы ҡараш ташланы ла өй эштәренә сумды. Ә улдары Айгиз менән Илгиз, тышта күрше малайҙарын осратып, ҡар бәрешеп уйнайбыҙ, тип тороп ҡалды.
Бер аҙҙан ике бала сыр-сыу килеп өйгә инде. Өҫ-башын да ҡағып тормай, өләсәләре ятҡан бүлмәгә йүгерҙеләр. Гөлназ тәүҙә уларҙы абайламай ҡалды, туҡтатып та өлгөрмәне. Тегеләре өләсәләре менән иҫәнләште лә кире урамға сапты.
Ҡыҙы әсәһен ҡосаҡланы, хәл-әхүәлен белеште һәм сәйгә саҡырҙы. Инәй башын ҡалҡытты, шул ваҡыт башының яңынан ауыртыуын һиҙҙе. Быны ул Гөлназға әйтмәҫкә булды. Теге-был хәбәрҙе һөйләшеп алғас, ҡыҙына ейәндәрен дә сәйгә саҡырырға ҡушты. Балалар инмәҫ элек Гөлназды шелтәләп алды: малайҙар бигерәк шуҡ булып үҫеп килә.
— Балам, әҙерәк тыйыр кәрәк. Үҙеңә аҙаҡ ҡыйын булып тормаһын, — тине әсәһе. Гөлназ һүҙ өндәшеп өлгөрмәне, Айгиз менән Илгиз килеп инде.
Хәтирә инәй гәзит-журнал ҡарайым, тип, үҙенең бүлмәһенә сыҡты. Ләкин бер хәрефен дә, яҙыуын да күрә алманы. Теге баш ауыртыуы ебәрмәй ине.
Икенсе көндә Гөлназ балалары менән ҡайтып китте. Инәйҙең бөгөн кәйефе шәп түгел ине, башы ауыртыуын-ауыртмай, ләкин ҡыҙы менән һөйләшеп ултыра алмауына бошондо. Гөлназ быны үҙенсә аңланы. Ҡартлыҡ бит, бәлки, аҙыраҡ әсәһенә яңғыҙы торорға ла кәрәктер, тип уйланы. Эстән ҡыйын булһа ла, әсәй, балаларға ҡышҡы кейем алырға кәрәк, ҡайтып булмаҫ, ахыры, тине. Инәй нимәгәлер мауығып китеп, ҡыҙының һүҙҙәрен ишетмәне. Гөлназ ҡабат өндәшмәне.
Көн артынан көн үтте. Йома килеп еткәс, Хәтирә инәй магазинға барып, балаларға тәм-том алып ҡуйҙы. Шәмбе кисе. Ләкин ишек шаҡыусы булманы. Бер тәҙрәгә һуғылды, икенсеһенән ҡараш ташланы, яҡындары күренмәне. Ҡапыл машина фараларының утын абайлап ҡалды. Такси-фәлән менән ҡайтып киләләрме икән, тип, ҡапҡа тышына уҡ сыҡты инәй… Шау-гөр булып күрше Зөләйханың балалары ҡайтты.
Өйгә кергәс, Хәтирә инәй үҙенә урын таба алманы. Күңелен нимәлер ҡырҙы. Һәм шул ваҡыт Гөлназға әйткән шелтә һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ҡыҙы аҡыллы шул, әсәһен ҡыйырһытманы, балаларын яҡлап бер һүҙ өндәшмәне. Үпкәләтте, ахыры. Ни был башы ваҡытһыҙ ауыртты, һөйләшеп тә булманы, ни һаман телефон үткәрә алмайҙар, тип инәй үҙен әрләне. Йөрәге һыҙлап, барып дарыу ҡаба һалып, йылы шәленә бөркәнеп ятты. Үҙенә урын таба алмай, бер уңға, бер һулға боролдо. Тыштағы Аҡбай ҙа, балаларҙы көткән һымаҡ, сеңләне лә сеңләне.
Инәй тәҙрәнең бер яҡ пәрҙәһен асып, ҡарап ятырға булды. Күктән ялтырап төшөп, ап-аҡ ер өҫтөндә юғалған ҡар бөртөктәрен күреүен-күрмәне, ләкин шул ҡар өҫтөндә балаларының эҙҙәренә күҙ һалғыһы килә ине. Улар булмаһа, был донъяла йәшәүҙең бер йәмен дә тапмаҫ кеүек. Яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡты инәй. Ҡарты Хафиз да иртә китте был донъянан, йөрәк өйәнәгенән.
Иртән ул балалар тауышына уянып китте. Төндән ябылмай ҡалған тәҙрә пәрҙәһенән башын тығып ҡараны. Айгиз менән Илгиз Аҡбайҙы шаяртып, ҡар өҫтөндә аунай ине. Гөлназдың: “Әсәй, һаумы!” — тигәнен дә көтөп тормай, Хәтирә инәй ҡыҙының күкрәгенә һырылды. “Ғәфү ит, ҡыҙым”, — тине ул, күҙ йәштәрен йәшермәй. “Әсәй, ҡуйсы, юҡты һөйләмә. Иҙрис шәмбе көн ҡайтам тигәс, уны һуңға тиклем көттөк, ул төндә генә килеп инде. Һин үҙең беҙҙе ғәфү ит. Үткән аҙна ауырып ҡалғас, һинең өсөн бик борсолдом, түҙеп булмаҫ, тип, бер көнгә булһа ла, күреп китергә ҡайттыҡ”.
Хәтирә инәй ҡыҙын ҡосағынан оҙаҡ ебәрмәй торҙо, шаулап-гөрләп Иҙрис кейәүенең, Айгиз менән Илгиздең килеп инеүенә уларҙы ла ҡосағына алды. Шул ваҡытта насар уйҙары юҡҡа сыҡты, шатлыҡ йәштәре түгелде.
Әсә йөрәге шул тиклем нескә. Унда бер ваҡытта ла насар уйҙарға урын ҡалмаҫҡа тейеш. Беҙ, иң тәүҙә ғәзиз балалары, быны булдырмаҫ өсөн, барлыҡ эшебеҙҙе ташлап, етмәгән ваҡытты табып, ғәзиз кешебеҙгә йылы һүҙебеҙҙе, наҙлы ҡарашыбыҙҙы йәлләмәҫкә бурыслыбыҙ!