Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәҙәниәттәр гөлләмәһе балҡышы
Мәҙәниәттәр гөлләмәһе балҡышы Бәхетле халыҡбыҙ, ни тиһәң дә: теләйбеҙ икән, театрға барып, туған телебеҙҙә спектакль ҡарайбыҙ, тамаша ҡылабыҙ, башҡортса яҙылған алтаҡталарҙы күреп кинәнәбеҙ, урамда милләттәштәребеҙ менән хаҡ телебеҙҙә аралашабыҙ, танышабыҙ... Бары тик ата-бабабыҙҙан ҡалған ошо мираҫҡа лайыҡлы мөнәсәбәт күрһәтеү, һаҡсыл ҡарашта булыу мөһим. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үткән “Туған тел” республика байрамы әлеге етди бурыстарҙы бик йылы һәм миһырбанлы атҡарыуҙы дәлилләне.
Сараның шаһиты булған һәр тамашасының үҙен сағыу, киң аҡлан ҡунағылай хис итеүенә шигем юҡ. Ниндәй генә милләт күрһәтелмәне лә күпме оҫталыҡ йәлеп ителмәне был байрамға?! Әлбиттә, туған телгә ҡарата һөйөү орлоғон сәңгелдәктә иҙрәп тыңлап үҫкән бишек йырыбыҙ иң беренселәрҙән булып сәсә һәм ғүмер буйына күңел төбөндә моңло, наҙлы елдәй йыуатып тора. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡарған башҡорт, урыҫ, ҡаҙаҡ, француз, вьетнам, грузин телдәрендәге бишек йырҙары был хәҡиҡәтте раҫлауға өлгәште.
Әйтергә кәрәк, республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған туған тел байрамы тамашасы алдына билдәле сәхнә йондоҙҙарын ғына түгел, баш ҡаланың йәкшәмбе мәктәптәрендә шөғөлләнгән йәш таланттарҙы ла сығарҙы, халыҡҡа танытты. Башҡорт телендә яңғыраған шиғырҙы татар, украин, әрмән, поляк, сыуаш йырҙары дауам итһә, йәһүд, мордва, һинд бейеүҙәренән һуң сараны үҙешмәкәр театр вәкилдәре сығышы йәмләне. Үҙенә генә хас сифаттар менән яралтылған һәр милләт сәнғәте икһеҙ-сикһеҙ донъя тарафтарының, унда йәшәгән халыҡтарҙың юғары зауыҡлы, ихтирамға лайыҡлы икәненә ишаралай. Туған телгә ҡарата һөйөү тап ошондай сағыштырма “йәйғор” аша йөрәккә тағы ла нығыраҡ ерегәлер.
Милли байрамды асыу тантанаһында республиканың мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латыпова әйтеп үтеүенсә, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, әле беҙҙә 160 этнос вәкиле йәшәй. Ысынында иһә, башҡорт ерлегендә бер нисә милләт сәнғәтенең урын алыуы халҡы­быҙҙың ихласлығын сағылдырып ҡына ҡалмай, башҡаларҙа ла үҙенә ҡарата ихтирам, ышаныс уята. Белеүебеҙсә, баш ҡалала туған телдәрҙе үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, йәкшәмбе мәктәп­тәре эшләй, төрлө милли саралар йыш үткәрелә. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда камиллыҡта ярышып, татыу ғүмер итеүгә бер ни етмәйҙер, моғайын. “Туған тел” республика байрамы ла тап ошо маҡсат менән ойошторолоп, матур йоланы дауам итеп, Башҡортостан халыҡтары өсөн ҙур, ҡәҙерле бүләк булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782