Бәхетле халыҡбыҙ, ни тиһәң дә: теләйбеҙ икән, театрға барып, туған телебеҙҙә спектакль ҡарайбыҙ, тамаша ҡылабыҙ, башҡортса яҙылған алтаҡталарҙы күреп кинәнәбеҙ, урамда милләттәштәребеҙ менән хаҡ телебеҙҙә аралашабыҙ, танышабыҙ... Бары тик ата-бабабыҙҙан ҡалған ошо мираҫҡа лайыҡлы мөнәсәбәт күрһәтеү, һаҡсыл ҡарашта булыу мөһим. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үткән “Туған тел” республика байрамы әлеге етди бурыстарҙы бик йылы һәм миһырбанлы атҡарыуҙы дәлилләне.Сараның шаһиты булған һәр тамашасының үҙен сағыу, киң аҡлан ҡунағылай хис итеүенә шигем юҡ. Ниндәй генә милләт күрһәтелмәне лә күпме оҫталыҡ йәлеп ителмәне был байрамға?! Әлбиттә, туған телгә ҡарата һөйөү орлоғон сәңгелдәктә иҙрәп тыңлап үҫкән бишек йырыбыҙ иң беренселәрҙән булып сәсә һәм ғүмер буйына күңел төбөндә моңло, наҙлы елдәй йыуатып тора. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡарған башҡорт, урыҫ, ҡаҙаҡ, француз, вьетнам, грузин телдәрендәге бишек йырҙары был хәҡиҡәтте раҫлауға өлгәште.
Әйтергә кәрәк, республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған туған тел байрамы тамашасы алдына билдәле сәхнә йондоҙҙарын ғына түгел, баш ҡаланың йәкшәмбе мәктәптәрендә шөғөлләнгән йәш таланттарҙы ла сығарҙы, халыҡҡа танытты. Башҡорт телендә яңғыраған шиғырҙы татар, украин, әрмән, поляк, сыуаш йырҙары дауам итһә, йәһүд, мордва, һинд бейеүҙәренән һуң сараны үҙешмәкәр театр вәкилдәре сығышы йәмләне. Үҙенә генә хас сифаттар менән яралтылған һәр милләт сәнғәте икһеҙ-сикһеҙ донъя тарафтарының, унда йәшәгән халыҡтарҙың юғары зауыҡлы, ихтирамға лайыҡлы икәненә ишаралай. Туған телгә ҡарата һөйөү тап ошондай сағыштырма “йәйғор” аша йөрәккә тағы ла нығыраҡ ерегәлер.
Милли байрамды асыу тантанаһында республиканың мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латыпова әйтеп үтеүенсә, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, әле беҙҙә 160 этнос вәкиле йәшәй. Ысынында иһә, башҡорт ерлегендә бер нисә милләт сәнғәтенең урын алыуы халҡыбыҙҙың ихласлығын сағылдырып ҡына ҡалмай, башҡаларҙа ла үҙенә ҡарата ихтирам, ышаныс уята. Белеүебеҙсә, баш ҡалала туған телдәрҙе үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, йәкшәмбе мәктәптәре эшләй, төрлө милли саралар йыш үткәрелә. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда камиллыҡта ярышып, татыу ғүмер итеүгә бер ни етмәйҙер, моғайын. “Туған тел” республика байрамы ла тап ошо маҡсат менән ойошторолоп, матур йоланы дауам итеп, Башҡортостан халыҡтары өсөн ҙур, ҡәҙерле бүләк булды.