Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йондоҙнамә Сығырынан-сыҡты Гөлфайза. Әйтерең бармы, асыуынан гәзитен йомарлап сүплеккә ырғытты, бер аҙҙан тағы барып алып, өҫтәлгә клеенка аҫтына һалып ҡуйҙы. Асыуланмаҫлыҡмы ни: тағы ла бушты яҙғандар.
Шәмбене түҙемһеҙләнеп көтөп ала ул. Почтальон күренгәс тә, йүгереп ҡаршы сыға. Гәзитте ҡулынан тартып тигәндәй ала ла иң тәүҙә дүртенсе битендәге йондоҙнамәне уҡый башлай. Үткән аҙнала “шәхси тор­мошоғоҙҙа етди үҙгәрештәр көтөлә, көтмәгәндә никахҡа инерһегеҙ” тип яҙылғайны. Гөлфайза шат­лығынан үрле-ҡырлы һикерҙе.
– Ай, Аллам, былай булғас, хыялым тормошҡа ашты: берәй абонент хат яҙыр, йә үҙе килеп тө­шөр, – тип йорт-ҡураһын ялт иттереп, тәм-томон, әсе-сөсөһөн әҙер­ләп ҡуйҙы.
Көттө-көттө, әммә берәү ҙә килмәне. Почтальон да уның өйөн урап үтте. “Та­нышайыҡ, ҡа­уышайыҡ”ты уҡы­ғас та, ике-өс тарафҡа үҙе тура­һын­да яҙып ебәргәйне, фотоһын да һалды. Был аҙнала ни тиелгән әле? Әһә, “тормошоғоҙҙа кө­төл­мә­гән ҡы­уа­ныслы ваҡиға булыр, ке­ҫәгеҙгә аҡса төшөр, әммә сы­ғымдары ла шул сама­раҡ”, тиелгән. “Юҡ, ышанмайым, алдаша йондоҙ­намә”.
Гөлфайза гәзитте тағы бер алып ҡараны ла мал-тыуарына сығып китте. Биш һыйырын һау­ҙы, быҙауҙарын имеҙҙе, һарыҡ-кәзә­ләрен барланы, та­уыҡ-ҡаҙҙарына ем һипте. Кәр­тәһе тулы мал, өйө тулы йыһаз уның. Кеше ҡотора тип былтыр трактор ҙа һатып алғайны, ултыра ана, йөрөтөүсеһе юҡ. Бәлки, берәй уңайы сығыр, кейәүле лә булырмын тип, малын ишәйткәйне. Ана хәҙер бер үҙе интегә, һөтөн-майын, итен һата. Картуф ере лә ҡырҡ сутый. Уныһы ишелеп уңа. Хоҙай, исмаһам, теләктәрен ҡабул ҡылып, берәй ярҙамсы ебәрһәсе.
Шулай уйланып йөрөй торғас, Гөлфайза ҡалаға барырға ниәт итте. ”Инәйем әле редакцияға, ниңә минең йондоҙнамәм бер ҙә тура килмәй? Үҙҙәренә, моғайын, арыу итеп яҙып сығараларҙыр әле”.
Әллә ни булды Гөлфайзаға, йондоҙнамә, ноҡот һа­лыу менән мауыҡты ла киттесе. Анау “лурнис-мурнисы” ла ҡалманы, кәрт тә астырҙы, усындағы һырҙа­рын да тикшертте. Юҡ, бер ҙә рәте сыҡмай.
Иртәнсәк Гөлфайза биш литрлыҡ ике феләккә һөт ҡойоп, биштәренә ун ҡаҙаҡ май, биш банка ҡаймаҡ һалып алды ла ҡалаға юлланды, һөт-ҡаймағын һатып бөт­кәс, редакцияға йүнәлде.
Кабинетҡа ауыл, һөт-май еҫтәре аңҡытып, бер ҡатын килеп инде.
– Һеңлем, миңә йондоҙнамә, “Танышайыҡ, ҡауы­ша­йыҡ”ты яҙыусы кеше кәрәк ине...
– Һаумыһығыҙ, дөрөҫ ингәнһегеҙ, тыңлайым.
– Бына нимә, һеңлем, мин һеҙгә бер насарлыҡ та ҡылманым. Гәзитегеҙҙе икешәр дана алдырам хатта. Ә һеҙ юрамал минең нервыла уйнайһығыҙ.
– Ни булды, апай?
– Мин “игеҙәк”, ә һеҙ кем?
Редакция хеҙмәткәре көлөп ебәрҙе.
– Ә-ә, аңланым, “һыуғояр”.
– То-то, шуға күрә лә үҙегеҙҙең йондоҙнамәгеҙ ал да гөл була. Бөгөнгә нимә тип яҙылған һеҙгә?
Бүлек хеҙмәткәре гәзит төпләмәһенә үрелде.
– Хәҙер әйтәм. Таптым. “Дүшәмбелә ниндәйҙер әҙәм менән юҡ-бар өсөн бәхәскә инерһегеҙ”, тиелгән. “Игеҙәк”тәргә бик матур яҙылған да баһа.
– Шулай шул. Бына шуны көтөп ултырам әле. Бәлки, миңә лә бәхет йылмайыр.
– Баҙарға килдегеҙме?
– Әйе, ун литр һөт, май-ҡаймаҡ һаттым.
– Бәй, шулай булғас, ҡулығыҙға аҡса төштөмө, төштө булып сыға. Дөрөҫ әйтә йондоҙнамә.
– Һи-и, әҙ генә. Илле тәңкәһенә ысталауай ашаным, илле тәңкәһе туды-суды юлға китә.
– Барыбер ҡала.
Шул саҡ кабинетҡа бер ағай килеп инде.
– Ғәфү итегеҙ, – тине ул, – мин бер генә секундҡа, ваҡытығыҙҙы алмайым. Туғаным, миңә 6-сы абоненттың адресын бирмәҫһегеҙме?
Гөлфайза ялт итеп теге иргә ҡараны, йөҙөн ҡапыл ситкә борҙо, танымаһын, йәнәһе.
– Рәхим итегеҙ!
– Ул ауыл йыраҡ микән?
– 25 саҡрымда ята, автобустар йөрөп тора.
– Рәхмәт, туғаным, иртәнсәк юлға сығам.
Теге ағай адресты алды ла һаубуллашып сығып китте. Кинәт Гөлфайзаның йөҙө яҡтырҙы, яңғыратып көлөп ебәрҙе. Был ҡатындың кем, ҡайҙан икәнлеген бүлек хеҙмәткәре башта уҡ һиҙгәйне инде, хат ебәргәйне бит.
– Апай, һеҙ 6-сы абонент, эйеме?
– Кәнт үҙе, туғанҡайым, нишләйем икән хәҙер? – Ул ишек яғына ымланы. – Теге кеше менән?
– Былай булғас, ауылығыҙға ҡайта һалып, ҡунаҡ көтөргә әҙерләнегеҙ. Ағай арыу күренә.
– Эйе ләһә, – Гөлфайза сумкаһына тотондо, – һеңлем, миңә был аҙнала никах яҙмағайның бит, үткән аҙнала булғайны.
– Һуң, апай, үҙегеҙ әйтмешләй, һеҙ бит ”игеҙәк”. Үткән аҙналағыһы игеҙәгегеҙгә тура килгәндер.
– Шулай микән? Уф, ҡана ҡайта һалайым. – Ул әйләнеп тағы һораны:
– Тракторсы танытмаһы бар микән, ауылда йә­шәргә риза булыр микән? Рәхмәт инде, һылыу, онота яҙғанмын, был абонентты инде берәүгә лә бирәһе булма, үҙемдән артмаҫ. Ярай, хуш, һау бул. Киләһе аҙнаға теге никах тигәнен ҡабатлап бир инде, онотма.
Гөлфайза шатлығынан йәштәрсә йүгерә-атлай сығып китте.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 730

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 842

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 582

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779