Сығырынан-сыҡты Гөлфайза. Әйтерең бармы, асыуынан гәзитен йомарлап сүплеккә ырғытты, бер аҙҙан тағы барып алып, өҫтәлгә клеенка аҫтына һалып ҡуйҙы. Асыуланмаҫлыҡмы ни: тағы ла бушты яҙғандар.
Шәмбене түҙемһеҙләнеп көтөп ала ул. Почтальон күренгәс тә, йүгереп ҡаршы сыға. Гәзитте ҡулынан тартып тигәндәй ала ла иң тәүҙә дүртенсе битендәге йондоҙнамәне уҡый башлай. Үткән аҙнала “шәхси тормошоғоҙҙа етди үҙгәрештәр көтөлә, көтмәгәндә никахҡа инерһегеҙ” тип яҙылғайны. Гөлфайза шатлығынан үрле-ҡырлы һикерҙе.
– Ай, Аллам, былай булғас, хыялым тормошҡа ашты: берәй абонент хат яҙыр, йә үҙе килеп төшөр, – тип йорт-ҡураһын ялт иттереп, тәм-томон, әсе-сөсөһөн әҙерләп ҡуйҙы.
Көттө-көттө, әммә берәү ҙә килмәне. Почтальон да уның өйөн урап үтте. “Танышайыҡ, ҡауышайыҡ”ты уҡығас та, ике-өс тарафҡа үҙе тураһында яҙып ебәргәйне, фотоһын да һалды. Был аҙнала ни тиелгән әле? Әһә, “тормошоғоҙҙа көтөлмәгән ҡыуаныслы ваҡиға булыр, кеҫәгеҙгә аҡса төшөр, әммә сығымдары ла шул самараҡ”, тиелгән. “Юҡ, ышанмайым, алдаша йондоҙнамә”.
Гөлфайза гәзитте тағы бер алып ҡараны ла мал-тыуарына сығып китте. Биш һыйырын һауҙы, быҙауҙарын имеҙҙе, һарыҡ-кәзәләрен барланы, тауыҡ-ҡаҙҙарына ем һипте. Кәртәһе тулы мал, өйө тулы йыһаз уның. Кеше ҡотора тип былтыр трактор ҙа һатып алғайны, ултыра ана, йөрөтөүсеһе юҡ. Бәлки, берәй уңайы сығыр, кейәүле лә булырмын тип, малын ишәйткәйне. Ана хәҙер бер үҙе интегә, һөтөн-майын, итен һата. Картуф ере лә ҡырҡ сутый. Уныһы ишелеп уңа. Хоҙай, исмаһам, теләктәрен ҡабул ҡылып, берәй ярҙамсы ебәрһәсе.
Шулай уйланып йөрөй торғас, Гөлфайза ҡалаға барырға ниәт итте. ”Инәйем әле редакцияға, ниңә минең йондоҙнамәм бер ҙә тура килмәй? Үҙҙәренә, моғайын, арыу итеп яҙып сығараларҙыр әле”.
Әллә ни булды Гөлфайзаға, йондоҙнамә, ноҡот һалыу менән мауыҡты ла киттесе. Анау “лурнис-мурнисы” ла ҡалманы, кәрт тә астырҙы, усындағы һырҙарын да тикшертте. Юҡ, бер ҙә рәте сыҡмай.
Иртәнсәк Гөлфайза биш литрлыҡ ике феләккә һөт ҡойоп, биштәренә ун ҡаҙаҡ май, биш банка ҡаймаҡ һалып алды ла ҡалаға юлланды, һөт-ҡаймағын һатып бөткәс, редакцияға йүнәлде.
Кабинетҡа ауыл, һөт-май еҫтәре аңҡытып, бер ҡатын килеп инде.
– Һеңлем, миңә йондоҙнамә, “Танышайыҡ, ҡауышайыҡ”ты яҙыусы кеше кәрәк ине...
– Һаумыһығыҙ, дөрөҫ ингәнһегеҙ, тыңлайым.
– Бына нимә, һеңлем, мин һеҙгә бер насарлыҡ та ҡылманым. Гәзитегеҙҙе икешәр дана алдырам хатта. Ә һеҙ юрамал минең нервыла уйнайһығыҙ.
– Ни булды, апай?
– Мин “игеҙәк”, ә һеҙ кем?
Редакция хеҙмәткәре көлөп ебәрҙе.
– Ә-ә, аңланым, “һыуғояр”.
– То-то, шуға күрә лә үҙегеҙҙең йондоҙнамәгеҙ ал да гөл була. Бөгөнгә нимә тип яҙылған һеҙгә?
Бүлек хеҙмәткәре гәзит төпләмәһенә үрелде.
– Хәҙер әйтәм. Таптым. “Дүшәмбелә ниндәйҙер әҙәм менән юҡ-бар өсөн бәхәскә инерһегеҙ”, тиелгән. “Игеҙәк”тәргә бик матур яҙылған да баһа.
– Шулай шул. Бына шуны көтөп ултырам әле. Бәлки, миңә лә бәхет йылмайыр.
– Баҙарға килдегеҙме?
– Әйе, ун литр һөт, май-ҡаймаҡ һаттым.
– Бәй, шулай булғас, ҡулығыҙға аҡса төштөмө, төштө булып сыға. Дөрөҫ әйтә йондоҙнамә.
– Һи-и, әҙ генә. Илле тәңкәһенә ысталауай ашаным, илле тәңкәһе туды-суды юлға китә.
– Барыбер ҡала.
Шул саҡ кабинетҡа бер ағай килеп инде.
– Ғәфү итегеҙ, – тине ул, – мин бер генә секундҡа, ваҡытығыҙҙы алмайым. Туғаным, миңә 6-сы абоненттың адресын бирмәҫһегеҙме?
Гөлфайза ялт итеп теге иргә ҡараны, йөҙөн ҡапыл ситкә борҙо, танымаһын, йәнәһе.
– Рәхим итегеҙ!
– Ул ауыл йыраҡ микән?
– 25 саҡрымда ята, автобустар йөрөп тора.
– Рәхмәт, туғаным, иртәнсәк юлға сығам.
Теге ағай адресты алды ла һаубуллашып сығып китте. Кинәт Гөлфайзаның йөҙө яҡтырҙы, яңғыратып көлөп ебәрҙе. Был ҡатындың кем, ҡайҙан икәнлеген бүлек хеҙмәткәре башта уҡ һиҙгәйне инде, хат ебәргәйне бит.
– Апай, һеҙ 6-сы абонент, эйеме?
– Кәнт үҙе, туғанҡайым, нишләйем икән хәҙер? – Ул ишек яғына ымланы. – Теге кеше менән?
– Былай булғас, ауылығыҙға ҡайта һалып, ҡунаҡ көтөргә әҙерләнегеҙ. Ағай арыу күренә.
– Эйе ләһә, – Гөлфайза сумкаһына тотондо, – һеңлем, миңә был аҙнала никах яҙмағайның бит, үткән аҙнала булғайны.
– Һуң, апай, үҙегеҙ әйтмешләй, һеҙ бит ”игеҙәк”. Үткән аҙналағыһы игеҙәгегеҙгә тура килгәндер.
– Шулай микән? Уф, ҡана ҡайта һалайым. – Ул әйләнеп тағы һораны:
– Тракторсы танытмаһы бар микән, ауылда йәшәргә риза булыр микән? Рәхмәт инде, һылыу, онота яҙғанмын, был абонентты инде берәүгә лә бирәһе булма, үҙемдән артмаҫ. Ярай, хуш, һау бул. Киләһе аҙнаға теге никах тигәнен ҡабатлап бир инде, онотма.
Гөлфайза шатлығынан йәштәрсә йүгерә-атлай сығып китте.