Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ рухи байлыҡҡа ылыға
Халыҡ рухи байлыҡҡа ылыға Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын асыу кисәләре әле бер, әле икенсе урында уҙып тора. Ошо көндәрҙә тантаналар Учалы ҡалаһында ла гөрләне. Төбәктәрҙең әүҙемлеге ҡыуандыра – тимәк, халыҡ­ты әҙәбиәткә ылыҡтырыу эше яйға һалына.

Учалылағы байрам ҡала һәм ауыл мәктәп­тәрендә уңышлы эшләгән башҡорт, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, китапхана хеҙ­мәткәрҙәрен ҡотлау, уларға Рәхмәт хаты тап­шырыуҙан башланды. Артабан һүҙ башҡорт халыҡ ижадына, милли әҙәбиәткә күсте. Был йәһәттән мәктәп уҡыусылары отҡорлоҡ күрһәтте – “Урал батыр” эпосынан өҙөк, Мостай Кәрим­дең “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” һәм Ш. Ба­бичтың “Кем өсөн?” шиғырҙарын яттан һөй­ләне. Шулай уҡ С. Юлаев, М. Аҡмулла. Ш. Ба­бич, М. Кәрим, Я. Ҡолмой, Р. Ға­рипов, Р. Бик­баев кеүек халҡыбыҙҙың бөйөк улдарының ижады хаҡында телмәр тоттолар. Урыҫ әҙә­биәтенә лә иғтибар бүленде: А. Пушкин, Л. Толстой, А. Че­хов, Б. Пастернак, А. Блок кеүек шәхестәрҙең әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны.
Учалы Яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары Әҡлимә Сафина әҙәбиәттәге бөгөнгө проблемалар, ижади ҡыуаныстар хаҡында сы­ғыш яһаны, шулай уҡ былтыр ойошмаға алын­ған йәш шағирҙарҙы ҡотлап, уларға ижади уңыш­тар теләне. Район хакимиәте баш­лығы­ның социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары Зөһрә Гордеенко йәштәргә райондың 75 йыл­лығына арналған “Ватан” исемле китап бүләк итте.
Балалар ижады йортоноң “Осҡон”, сәнғәт училищеһының “Алтынай” бейеү ансамблдәре үҙенсәлекле сығыштары менән тамашаны йәм­ләне. “Халыҡтар дуҫлығы” бейеүе, кескәй­ҙәр­ҙең өлкәндәрҙе китап уҡырға өйрәтеүе ҡыҙыҡлы бер тамаша булды.
– Йәмғиәтебеҙҙә компьютерҙарҙы файҙала­ныу йышайған һайын китапҡа иғтибар кәмей бара. Ошо заманда иң тәүге маҡсаттарыбыҙҙың береһе – әҙәбиәткә һөйөү уятыу, – тине йомғаҡ­лау һүҙендә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779