Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын асыу кисәләре әле бер, әле икенсе урында уҙып тора. Ошо көндәрҙә тантаналар Учалы ҡалаһында ла гөрләне. Төбәктәрҙең әүҙемлеге ҡыуандыра – тимәк, халыҡты әҙәбиәткә ылыҡтырыу эше яйға һалына.Учалылағы байрам ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә уңышлы эшләгән башҡорт, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, китапхана хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау, уларға Рәхмәт хаты тапшырыуҙан башланды. Артабан һүҙ башҡорт халыҡ ижадына, милли әҙәбиәткә күсте. Был йәһәттән мәктәп уҡыусылары отҡорлоҡ күрһәтте – “Урал батыр” эпосынан өҙөк, Мостай Кәримдең “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” һәм Ш. Бабичтың “Кем өсөн?” шиғырҙарын яттан һөйләне. Шулай уҡ С. Юлаев, М. Аҡмулла. Ш. Бабич, М. Кәрим, Я. Ҡолмой, Р. Ғарипов, Р. Бикбаев кеүек халҡыбыҙҙың бөйөк улдарының ижады хаҡында телмәр тоттолар. Урыҫ әҙәбиәтенә лә иғтибар бүленде: А. Пушкин, Л. Толстой, А. Чехов, Б. Пастернак, А. Блок кеүек шәхестәрҙең әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны.
Учалы Яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары Әҡлимә Сафина әҙәбиәттәге бөгөнгө проблемалар, ижади ҡыуаныстар хаҡында сығыш яһаны, шулай уҡ былтыр ойошмаға алынған йәш шағирҙарҙы ҡотлап, уларға ижади уңыштар теләне. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордеенко йәштәргә райондың 75 йыллығына арналған “Ватан” исемле китап бүләк итте.
Балалар ижады йортоноң “Осҡон”, сәнғәт училищеһының “Алтынай” бейеү ансамблдәре үҙенсәлекле сығыштары менән тамашаны йәмләне. “Халыҡтар дуҫлығы” бейеүе, кескәйҙәрҙең өлкәндәрҙе китап уҡырға өйрәтеүе ҡыҙыҡлы бер тамаша булды.
– Йәмғиәтебеҙҙә компьютерҙарҙы файҙаланыу йышайған һайын китапҡа иғтибар кәмей бара. Ошо заманда иң тәүге маҡсаттарыбыҙҙың береһе – әҙәбиәткә һөйөү уятыу, – тине йомғаҡлау һүҙендә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев.