Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ китап уҡыймы?
Әҙәбиәт йылы асылыу менән яҙыусыларҙы төрлө райондарға, китапханаларға, мәктәптәргә осрашыуға йыш саҡыра башланылар. Бының насар яғы юҡ, әммә ошо йәнле аралашыуҙар менән генә сикләнмәҫме йылыбыҙ, тигән фекер ҙә тыуып ҡуя. Ниндәйҙер ҙур эштәр башҡарылырға, уҡымлы китаптар сығырға тейеш. Ә әҙиптәр уҡыусыларҙа әҫәргә, ташҡа баҫылған ижад емештәренә мөмкин тиклем ҙурыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятырға бурыслы.

Матбуғат йортона яҡын ғына урынлашҡан “Букинист” магазинына инеп, китап уҡыусыларҙың әүҙемлегенә иғтибар итәйем әле, тинем. Халыҡ күп кенә, әле береһе, әле икенсеһе килеп инә. Шуныһы ҡыҙыҡ: шиғыр китаптарын йышыраҡ һорайҙар. Классик шиғриәт кенә түгел, верлибр менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа юҡ түгел.
— Башҡа милләт яҙыусыларының урыҫ теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәрен алып килмәнеләрме? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Тәржемә нимә инде ул. Төп нөсхәһен уҡырға кәрәк. Рәсүл Ғамзатовты “ауҙарған” кеүек һөнәр оҫталары юҡ бит ул хәҙер! – тип аптыратмаһынмы һатыусы!!! Халыҡ китап уҡымай, яҙыусыларҙы белмәй, тибеҙ, әммә әҙәбиәт менән мауыҡҡандар бөтөнләй үк тарих туҙаны аҫтында ҡалмаған икән дә. Етмәһә, бында килеү­селәрҙең йәш айырмаһы ла төрлөсә: өлкәндәр ҙә, урта быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә өҙөлмәй. Ҙур булмаған магазинда халыҡ күп кенә йыйылғайны, әҙәбиәт хаҡында бәхәс тә сығып китте. Кемгәлер Бродский оҡшай, ә икенсе берәү уның аҡыллы фекерҙәр менән мауығыуын үҙһенмәй, имеш. Өсөнсөгә Есениндан да хислерәк шағир юҡ... Тыңлап торһаң, әҙәби түңәрәккә барып эләккәндәй булаһың.
— Һеҙҙә гелән улай булмай торғайны ла инде, был тиклем ҡыҙыу әңгәмәләр йыш ҡороламы? – тип ҡыҙыҡһынам һатыусынан.
— Быйыл бит Әҙәбиәт йылы. Шул үҙе генә лә халыҡты бер ҡыйыҡ аҫтына туплай, – тине ул.
Ә бит, бер уйлаһаң, бик ыңғай күренеш! Әлбиттә, әлеге магазинда даими һатып алыусылар, бер-береһе менән китап алмашҡандар барҙыр, тик, нимә генә тимә, улар уҡыған әҫәрҙең тәьҫире хаҡында һөйләшә.
Ҡаҙаҡтың мәшһүр яҙыусыһы Олжас Сөләй­мәновтың китабын табыуы бик ауыр. Бына инде нисәнсегә шуны һорайым төрлө магазиндарҙан, әммә “Букинист”а уның әҫәрҙәре йыш булып, һатылып бөтөп тора икән. “Һеҙ бит әйткән көндө килеп ала белмәйһегеҙ, һуңғыһын бер йәш кенә егет алып китте”, – тине һатыусы.
Әйткәндәй, магазин “Бәйләнештә” селтәрендә махсус битен асып, йәштәр аудиторияһына үҙе юл тапҡан. Шунан нисек халыҡ китап уҡымай, йәштәр яҙыусыларҙы белмәй тип әйтергә мөмкин?! Иҫбатлағыҙ, ҡулығыҙҙан килһә!









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779