Халыҡ китап уҡыймы?13.02.2015
Әҙәбиәт йылы асылыу менән яҙыусыларҙы төрлө райондарға, китапханаларға, мәктәптәргә осрашыуға йыш саҡыра башланылар. Бының насар яғы юҡ, әммә ошо йәнле аралашыуҙар менән генә сикләнмәҫме йылыбыҙ, тигән фекер ҙә тыуып ҡуя. Ниндәйҙер ҙур эштәр башҡарылырға, уҡымлы китаптар сығырға тейеш. Ә әҙиптәр уҡыусыларҙа әҫәргә, ташҡа баҫылған ижад емештәренә мөмкин тиклем ҙурыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятырға бурыслы.
Матбуғат йортона яҡын ғына урынлашҡан “Букинист” магазинына инеп, китап уҡыусыларҙың әүҙемлегенә иғтибар итәйем әле, тинем. Халыҡ күп кенә, әле береһе, әле икенсеһе килеп инә. Шуныһы ҡыҙыҡ: шиғыр китаптарын йышыраҡ һорайҙар. Классик шиғриәт кенә түгел, верлибр менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа юҡ түгел.
— Башҡа милләт яҙыусыларының урыҫ теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәрен алып килмәнеләрме? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Тәржемә нимә инде ул. Төп нөсхәһен уҡырға кәрәк. Рәсүл Ғамзатовты “ауҙарған” кеүек һөнәр оҫталары юҡ бит ул хәҙер! – тип аптыратмаһынмы һатыусы!!! Халыҡ китап уҡымай, яҙыусыларҙы белмәй, тибеҙ, әммә әҙәбиәт менән мауыҡҡандар бөтөнләй үк тарих туҙаны аҫтында ҡалмаған икән дә. Етмәһә, бында килеүселәрҙең йәш айырмаһы ла төрлөсә: өлкәндәр ҙә, урта быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә өҙөлмәй. Ҙур булмаған магазинда халыҡ күп кенә йыйылғайны, әҙәбиәт хаҡында бәхәс тә сығып китте. Кемгәлер Бродский оҡшай, ә икенсе берәү уның аҡыллы фекерҙәр менән мауығыуын үҙһенмәй, имеш. Өсөнсөгә Есениндан да хислерәк шағир юҡ... Тыңлап торһаң, әҙәби түңәрәккә барып эләккәндәй булаһың.
— Һеҙҙә гелән улай булмай торғайны ла инде, был тиклем ҡыҙыу әңгәмәләр йыш ҡороламы? – тип ҡыҙыҡһынам һатыусынан.
— Быйыл бит Әҙәбиәт йылы. Шул үҙе генә лә халыҡты бер ҡыйыҡ аҫтына туплай, – тине ул.
Ә бит, бер уйлаһаң, бик ыңғай күренеш! Әлбиттә, әлеге магазинда даими һатып алыусылар, бер-береһе менән китап алмашҡандар барҙыр, тик, нимә генә тимә, улар уҡыған әҫәрҙең тәьҫире хаҡында һөйләшә.
Ҡаҙаҡтың мәшһүр яҙыусыһы Олжас Сөләймәновтың китабын табыуы бик ауыр. Бына инде нисәнсегә шуны һорайым төрлө магазиндарҙан, әммә “Букинист”а уның әҫәрҙәре йыш булып, һатылып бөтөп тора икән. “Һеҙ бит әйткән көндө килеп ала белмәйһегеҙ, һуңғыһын бер йәш кенә егет алып китте”, – тине һатыусы.
Әйткәндәй, магазин “Бәйләнештә” селтәрендә махсус битен асып, йәштәр аудиторияһына үҙе юл тапҡан. Шунан нисек халыҡ китап уҡымай, йәштәр яҙыусыларҙы белмәй тип әйтергә мөмкин?! Иҫбатлағыҙ, ҡулығыҙҙан килһә!