Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүерҙәрҙе миҙгелдәргә бәйләй “Ашҡаҙар”
Дәүерҙәрҙе миҙгелдәргә  бәйләй “Ашҡаҙар” Уның тулҡындары беҙҙең күңелдәргә Башҡортостандың халыҡ артистары Нурия Ирсаева менән Олег Хановтың тауышы аша килеп инде. Урыҫ телендәге “Ретро FM” каналын да хәтерләткән кеүек булды. Әммә тыңлаған һайын тапшырыуҙар­ҙың милли асылыбыҙға ғына йүнәлтел­гәнен тәрән аңлайһың. Боронғолоҡ ауаздары ишетелгәндәй була хатта халыҡ моңдарынан, арабыҙҙан күптән мәңгелеккә күскән шәхестәрҙең яҙмаларынан. Бөгөн үҙенең кескенә юбилейын билдәләгән “Ашҡаҙар” радиоһы хаҡында һүҙем.

Уҙған быуатты иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле! Баш­ҡортостан радиоһы яңылыҡтарын, иртән­ге концертты һәр кем көтөп ала ине. Стеналар­ға беркетелеп ҡуйылған радиоалғыстар рес­публикала йәшәгән һәр кемдең өй түрендә һөйләп торҙо. Йылдар уҙыу менән “Юлдаш” радиоһы барлыҡҡа килде. Тәүлек әйләнәһенә үҙ йыр-моңдарыбыҙға ҡойоноп йәшәүе ҡалай рәхәт икән, тиештек. Шул арала барлыҡҡа килгән “Ашҡаҙар” каналы халҡыбыҙ рухына көс өҫтәп, яңы рубрикалары, үҙенсәлекле тапшырыуҙары менән тормошобоҙҙоң айы­рыл­ғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. “Халыҡ гәүһәрҙәре”, “Сәсмәүер”, “Ҡиссаи бәндә”, “Үт­кәндәр һағында”, “Беҙҙең донъя”, “Ижади портрет”, “Халыҡ педагогикаһы”, “Сәм”, “Матбуғат”, “Илһам” проекттары аша милли каналда эшләгән һәр журналист радио тыңлаусыларға тарих төпкөлдәрен айҡап, заманса фекерҙәр еткерә. “Тыуған төйәк”, “Мәңгелек моң”, “Фатиха”, “Һүҙ ҡәҙере”, “Яңы китап”, “Заман йөҙө”, “Ашҡаҙар”ҙа – премьера”, “Ил даны”, “Осҡон”, “Әкиәттә – хәҡиҡәт”, “Клуб уттары”, “Элмәлек”, “Хазина” кеүек халыҡ араһында популярлыҡ яулаған рубрикаларҙың исемдәре үк йөкмәт­кеһе хаҡында әйтеп тора. Милли моңдары­быҙҙан алып иманыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, сәнғәт әһелдәре, халыҡ таланттарының эшмәкәр­леге, балалар донъяһы, башҡорт кейемдәре тураһында ла һөйләй улар.
Һәр журналистың эшмәкәрлегенә айырым туҡталып китке килә. Тәүге эфирға Рәйес Исмәғилев, Розалия Солтангәрәева, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Юлай Ғәйнетдинов, Инбер Япаров, Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Гөлсирә Ғиззәтуллина кеүек республикала исемдәре киң билдәле шәхестәр сыҡты. “Беҙ­ҙең донъя” тапшырыуының мәҙәниәтте, әҙә­биәт­те сағылдырған мәлдәрен көтөп алдыҡ. Рәйес ағай үҙенсәлекле һорауҙары, Сара һәр артистың асылын аңларға тырышыуы, Илдар ағай тәрән фекерле уйланыуҙары менән эфир киңлегендә үҙ йөҙөн тапты. Зилә Сәғәҙиева журналист булараҡ артистарҙы үҙенсә асырға тырышты. Актриса Светлана Хәкимова шиғыр­ҙарҙы, хикәйәләрҙе нисек еренә еткереп уҡы­ны! Юлай Ғәйнетдиновтың рухи ха­зина­ла­ры­быҙ хаҡындағы йотлоғоп һөйләгән сығыштары – һәр кемдең хәтерендә. Таһир хәҙ­рәт Дәүләтҡолдоң иманға саҡырған ауаздары йөрәктәребеҙгә инеп ояланымы? Ояланы! Венера Кәримова ҡай­һылай үҙен­сә­лекле итеп донъя, Рәсәй музы­каһы менән таныштырҙы. Марсель Ва­хитовтың ҡурай хаҡында яратып әҙерләгән тапшырыу­ҙары – йәш музыкантҡа үҙе бер дәрес, халыҡҡа рухи кинәнес.
Дәүерҙәрҙе миҙгелдәргә  бәйләй “Ашҡаҙар”Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҙәби тапшырыу­ҙары – үҙе бер донъя. Ул хатта сценарийһыҙ эшләй ала ине, ахыры, сөнки әңгәмә барышында әҙибә авторҙың һис көтөлмәгән кисе­рештәрен, һыҙланыуҙарын асты. Тура эфир­ҙың үҙенсәлеге лә шунда: һүҙебеҙ уйҙан алдан йүгергән төҫлө, һөҙөмтәлә, әйтерһең, ижадсы майҙанға асыҡ күңеле менән сығып баҫа.
Шағирә Гөлназ Ҡотоева алып барған тапшырыуҙар шуныһы менән ҡыҙыҡлы булды: йәштәр, уларҙың әҫәрҙәре менән таныштыҡ. Әҙәбиәтсе Зәки Әлибаевтың да сығышын көтөп ала торғайныҡ. Яңы фекер, ижтимағи-сәйәси тормошта яҙыусыларҙың тотҡан урыны хаҡында һүҙ әйтеү кәрәклеген ул еткерҙе. Әҙәби тапшырыуҙарҙы үҙенсәлекле яңылыҡ­тар менән байытты бөгөнгө алып барыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. Инбер Япаровтың Башҡортостан тәбиғәте тураһындағы кинәйә­ләре, төбәктәге көн-торош хаҡындағы уйла­ныу­ҙары, әлбиттә, радио тыңлаусыға ла ҡы­ҙыҡлы булды.
Сәсәниә Розалия Солтангәрәева менән публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов – “Ашҡа­ҙар”ҙың йөҙө бөгөн. Башҡорт фольклорын ентекле өйрәнгән ғалимәнең һәр тапшырыуы еренә еткереп башҡарылған йола кеүек ҡабул ителә. Ул, әйтерһең, һәр яҡты һүҙе менән “Ашҡаҙар” аша радио тыңлаусыларға ҡот ҡоя. Башҡортостан публицистикаһының сағыу вәкиле Марсель Ҡотлоғәлләмов эфирҙа илдең, республиканың сәйәси хәл-торошон ғына бәйән итеп ҡалманы, әңгәмәләр аша рухи, мәҙәни тормош хаҡында образлы фекер еткерҙе. Уның тауышында уҙған быуат, Совет осороноң йәнле лә, йәмле лә ваҡиғалары менән хушлашыу ауаздары, шул уҡ ваҡытта замандың һынауҙарына ҡаршы торорлоҡ көс эҙләгән сәм дә ишетелде.
Тауыш режиссерҙары Рөстәм Ҡәҙерғолов, Илнур Кәлимуллин, Юлай Үҙәнбаев тураһын­да айырым әйтеп китеү зарур. Иғтибар итһәгеҙ, “Ашҡаҙар” эфирын бары тик моңло, йөрәктән сыҡҡан көйҙәргә яҙылған йырҙар ғына биҙәй. Был да бит радио тыңлаусыла зауыҡ тәрбиәләүҙең бер күренеше.
Журналистар Гөлдәр Күзбәкова, Нурия Кинйәбаева йәштәрсә яғымлы тауышы менән мәҙәни яңылыҡтар тураһында еткереп торһа, Фәимә Мәжитова музейҙар, Зөлфиә Рәхмә­туллина рәссамдар менән таныштырып, ижади портреттар аша тыңлаусы күңеленә юл һала. Зөмәйрә Сафина мәғариф мәсьә­ләлә­рен сисеү юлдарын эҙләү менән бергә яңы китаптарҙы тәҡдим итә, үҙешмәкәр һәләттәр­ҙең күңел емештәрен барлай. Урал Ниғмәтул­лин һәр райондың клуб, китапханалар эш­мә­кәрлеген яҡтырта, халыҡ таланттары менән быуаттар төпкөлөнә юл ала, ә Фәнүзә Баһауетдинова матбуғатта эшләгәндәрҙең проблемаларын үҙенекеләй күреп, асыҡтан-асыҡ һөйләшә. Һәр береһенең үҙ урыны, һәр бер фекерҙең үҙ маҡсаты, үҙ ваҡыты.
Каналдың етәксеһе Миләүшә Ғәлиеваны “Юлдаш” аша ла белә радио тыңлаусылар. Тап “Ашҡаҙар”ҙа милли асылыбыҙҙы сағыл­дырған эфирҙа үҙен баҙығыраҡ асты, минеңсә, уның етәкселек һәм ижади эшмәкәрлеге!
Ҡайһы саҡта уйлап тороп, ҡайһылай тап­шы­рыуҙар урынлы, һәр яҡлап көнитмеше­беҙҙе асыуға үҙ өлөшөн индерә, тип һоҡланып ҡуям. “Беҙҙең донъя”ның мәҙәни, әҙәби йәки башҡа төрө генә лә эфирға сығыуҙан туҡта­һын, шунда уҡ түңәрәк донъябыҙ кителгән кеүек булыр ине. Шағирә булараҡ, каналдың әҙәбиәткә булған иғтибарына айырым рәхмәт еткерәм. Рәми айлығы, Рәшит Назаров уҡыу­ҙары, Мостай шиғриәте кеүек мәңгелеккә күскән классиктарыбыҙ хаҡында тапшырыуҙар циклы тәҡдим ителә тыңлаусыларға. Бынан тыш, заман әҙиптәренең ижадына ҙур иғтибар бүленә. Барыһы ла үҙ тыңлаусыһының юғары зауығын ҡәнәғәтләндереү һәм милли асылға тоғро ҡалыу маҡсатынан эшләнә.
Шуныһы ғына эсте бошора: “Ашҡаҙар” каналы республиканың бөтә райондарында ла тотмай. Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштә­ребеҙ ҙә тыңлаһа, уларҙың яралы йөрәктәренә им булыр ине был тулҡын. Ошо каналды ойоштороуға көсөн йәлләмәгән һәр кемгә рәхмәт. Бөгөн “Ашҡаҙар” – беҙҙең рухташы­быҙ, дуҫыбыҙ, серҙәшебеҙ. “Ашҡаҙар” – ул беҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. зәйтүнә
    зәйтүнә от 07.02.2015, 10:31
    Беҙ ҙә бик яратып тыңлайбыҙ Ашҡаҙарҙы. Һәр алып барыусының эшенә анализ ҡыҙыҡ яҙылған. Мин Гөлсирәнең эфирҙарын һағынам






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779