Уның тулҡындары беҙҙең күңелдәргә Башҡортостандың халыҡ артистары Нурия Ирсаева менән Олег Хановтың тауышы аша килеп инде. Урыҫ телендәге “Ретро FM” каналын да хәтерләткән кеүек булды. Әммә тыңлаған һайын тапшырыуҙарҙың милли асылыбыҙға ғына йүнәлтелгәнен тәрән аңлайһың. Боронғолоҡ ауаздары ишетелгәндәй була хатта халыҡ моңдарынан, арабыҙҙан күптән мәңгелеккә күскән шәхестәрҙең яҙмаларынан. Бөгөн үҙенең кескенә юбилейын билдәләгән “Ашҡаҙар” радиоһы хаҡында һүҙем. Уҙған быуатты иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле! Башҡортостан радиоһы яңылыҡтарын, иртәнге концертты һәр кем көтөп ала ине. Стеналарға беркетелеп ҡуйылған радиоалғыстар республикала йәшәгән һәр кемдең өй түрендә һөйләп торҙо. Йылдар уҙыу менән “Юлдаш” радиоһы барлыҡҡа килде. Тәүлек әйләнәһенә үҙ йыр-моңдарыбыҙға ҡойоноп йәшәүе ҡалай рәхәт икән, тиештек. Шул арала барлыҡҡа килгән “Ашҡаҙар” каналы халҡыбыҙ рухына көс өҫтәп, яңы рубрикалары, үҙенсәлекле тапшырыуҙары менән тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. “Халыҡ гәүһәрҙәре”, “Сәсмәүер”, “Ҡиссаи бәндә”, “Үткәндәр һағында”, “Беҙҙең донъя”, “Ижади портрет”, “Халыҡ педагогикаһы”, “Сәм”, “Матбуғат”, “Илһам” проекттары аша милли каналда эшләгән һәр журналист радио тыңлаусыларға тарих төпкөлдәрен айҡап, заманса фекерҙәр еткерә. “Тыуған төйәк”, “Мәңгелек моң”, “Фатиха”, “Һүҙ ҡәҙере”, “Яңы китап”, “Заман йөҙө”, “Ашҡаҙар”ҙа – премьера”, “Ил даны”, “Осҡон”, “Әкиәттә – хәҡиҡәт”, “Клуб уттары”, “Элмәлек”, “Хазина” кеүек халыҡ араһында популярлыҡ яулаған рубрикаларҙың исемдәре үк йөкмәткеһе хаҡында әйтеп тора. Милли моңдарыбыҙҙан алып иманыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, сәнғәт әһелдәре, халыҡ таланттарының эшмәкәрлеге, балалар донъяһы, башҡорт кейемдәре тураһында ла һөйләй улар.
Һәр журналистың эшмәкәрлегенә айырым туҡталып китке килә. Тәүге эфирға Рәйес Исмәғилев, Розалия Солтангәрәева, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Юлай Ғәйнетдинов, Инбер Япаров, Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Гөлсирә Ғиззәтуллина кеүек республикала исемдәре киң билдәле шәхестәр сыҡты. “Беҙҙең донъя” тапшырыуының мәҙәниәтте, әҙәбиәтте сағылдырған мәлдәрен көтөп алдыҡ. Рәйес ағай үҙенсәлекле һорауҙары, Сара һәр артистың асылын аңларға тырышыуы, Илдар ағай тәрән фекерле уйланыуҙары менән эфир киңлегендә үҙ йөҙөн тапты. Зилә Сәғәҙиева журналист булараҡ артистарҙы үҙенсә асырға тырышты. Актриса Светлана Хәкимова шиғырҙарҙы, хикәйәләрҙе нисек еренә еткереп уҡыны! Юлай Ғәйнетдиновтың рухи хазиналарыбыҙ хаҡындағы йотлоғоп һөйләгән сығыштары – һәр кемдең хәтерендә. Таһир хәҙрәт Дәүләтҡолдоң иманға саҡырған ауаздары йөрәктәребеҙгә инеп ояланымы? Ояланы! Венера Кәримова ҡайһылай үҙенсәлекле итеп донъя, Рәсәй музыкаһы менән таныштырҙы. Марсель Вахитовтың ҡурай хаҡында яратып әҙерләгән тапшырыуҙары – йәш музыкантҡа үҙе бер дәрес, халыҡҡа рухи кинәнес.
Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҙәби тапшырыуҙары – үҙе бер донъя. Ул хатта сценарийһыҙ эшләй ала ине, ахыры, сөнки әңгәмә барышында әҙибә авторҙың һис көтөлмәгән кисерештәрен, һыҙланыуҙарын асты. Тура эфирҙың үҙенсәлеге лә шунда: һүҙебеҙ уйҙан алдан йүгергән төҫлө, һөҙөмтәлә, әйтерһең, ижадсы майҙанға асыҡ күңеле менән сығып баҫа.
Шағирә Гөлназ Ҡотоева алып барған тапшырыуҙар шуныһы менән ҡыҙыҡлы булды: йәштәр, уларҙың әҫәрҙәре менән таныштыҡ. Әҙәбиәтсе Зәки Әлибаевтың да сығышын көтөп ала торғайныҡ. Яңы фекер, ижтимағи-сәйәси тормошта яҙыусыларҙың тотҡан урыны хаҡында һүҙ әйтеү кәрәклеген ул еткерҙе. Әҙәби тапшырыуҙарҙы үҙенсәлекле яңылыҡтар менән байытты бөгөнгө алып барыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. Инбер Япаровтың Башҡортостан тәбиғәте тураһындағы кинәйәләре, төбәктәге көн-торош хаҡындағы уйланыуҙары, әлбиттә, радио тыңлаусыға ла ҡыҙыҡлы булды.
Сәсәниә Розалия Солтангәрәева менән публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов – “Ашҡаҙар”ҙың йөҙө бөгөн. Башҡорт фольклорын ентекле өйрәнгән ғалимәнең һәр тапшырыуы еренә еткереп башҡарылған йола кеүек ҡабул ителә. Ул, әйтерһең, һәр яҡты һүҙе менән “Ашҡаҙар” аша радио тыңлаусыларға ҡот ҡоя. Башҡортостан публицистикаһының сағыу вәкиле Марсель Ҡотлоғәлләмов эфирҙа илдең, республиканың сәйәси хәл-торошон ғына бәйән итеп ҡалманы, әңгәмәләр аша рухи, мәҙәни тормош хаҡында образлы фекер еткерҙе. Уның тауышында уҙған быуат, Совет осороноң йәнле лә, йәмле лә ваҡиғалары менән хушлашыу ауаздары, шул уҡ ваҡытта замандың һынауҙарына ҡаршы торорлоҡ көс эҙләгән сәм дә ишетелде.
Тауыш режиссерҙары Рөстәм Ҡәҙерғолов, Илнур Кәлимуллин, Юлай Үҙәнбаев тураһында айырым әйтеп китеү зарур. Иғтибар итһәгеҙ, “Ашҡаҙар” эфирын бары тик моңло, йөрәктән сыҡҡан көйҙәргә яҙылған йырҙар ғына биҙәй. Был да бит радио тыңлаусыла зауыҡ тәрбиәләүҙең бер күренеше.
Журналистар Гөлдәр Күзбәкова, Нурия Кинйәбаева йәштәрсә яғымлы тауышы менән мәҙәни яңылыҡтар тураһында еткереп торһа, Фәимә Мәжитова музейҙар, Зөлфиә Рәхмәтуллина рәссамдар менән таныштырып, ижади портреттар аша тыңлаусы күңеленә юл һала. Зөмәйрә Сафина мәғариф мәсьәләләрен сисеү юлдарын эҙләү менән бергә яңы китаптарҙы тәҡдим итә, үҙешмәкәр һәләттәрҙең күңел емештәрен барлай. Урал Ниғмәтуллин һәр райондың клуб, китапханалар эшмәкәрлеген яҡтырта, халыҡ таланттары менән быуаттар төпкөлөнә юл ала, ә Фәнүзә Баһауетдинова матбуғатта эшләгәндәрҙең проблемаларын үҙенекеләй күреп, асыҡтан-асыҡ һөйләшә. Һәр береһенең үҙ урыны, һәр бер фекерҙең үҙ маҡсаты, үҙ ваҡыты.
Каналдың етәксеһе Миләүшә Ғәлиеваны “Юлдаш” аша ла белә радио тыңлаусылар. Тап “Ашҡаҙар”ҙа милли асылыбыҙҙы сағылдырған эфирҙа үҙен баҙығыраҡ асты, минеңсә, уның етәкселек һәм ижади эшмәкәрлеге!
Ҡайһы саҡта уйлап тороп, ҡайһылай тапшырыуҙар урынлы, һәр яҡлап көнитмешебеҙҙе асыуға үҙ өлөшөн индерә, тип һоҡланып ҡуям. “Беҙҙең донъя”ның мәҙәни, әҙәби йәки башҡа төрө генә лә эфирға сығыуҙан туҡтаһын, шунда уҡ түңәрәк донъябыҙ кителгән кеүек булыр ине. Шағирә булараҡ, каналдың әҙәбиәткә булған иғтибарына айырым рәхмәт еткерәм. Рәми айлығы, Рәшит Назаров уҡыуҙары, Мостай шиғриәте кеүек мәңгелеккә күскән классиктарыбыҙ хаҡында тапшырыуҙар циклы тәҡдим ителә тыңлаусыларға. Бынан тыш, заман әҙиптәренең ижадына ҙур иғтибар бүленә. Барыһы ла үҙ тыңлаусыһының юғары зауығын ҡәнәғәтләндереү һәм милли асылға тоғро ҡалыу маҡсатынан эшләнә.
Шуныһы ғына эсте бошора: “Ашҡаҙар” каналы республиканың бөтә райондарында ла тотмай. Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә тыңлаһа, уларҙың яралы йөрәктәренә им булыр ине был тулҡын. Ошо каналды ойоштороуға көсөн йәлләмәгән һәр кемгә рәхмәт. Бөгөн “Ашҡаҙар” – беҙҙең рухташыбыҙ, дуҫыбыҙ, серҙәшебеҙ. “Ашҡаҙар” – ул беҙ!