Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағинәйҙәр һүҙе ил имләр
Ағинәйҙәр һүҙе ил имләр Һәр кем тыуған яғының матур күренештәре хаҡында хәбәрҙар бит инде. Дәүләкән ерендә сыҡҡан халыҡ йырҙары (мәҫәлән, “Хәйрүләкәй”ҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин иҫ киткес итеп башҡара торғайны), һуғылған балаҫтар, миҙгел менән бәйле кәкүк сәйҙәре, өмәләр, әбейҙәрҙең бер-береһенә сәйгә йөрөшөүе һәм башҡа сағыу йола байрамдары хаҡында уйландым мин ағинәйҙәр ҡорона йыйынғанда. Хәтирәләр бала сағыма алып ҡайтҡандай булды. Ә инде зал тултырып райондың “Әхирәттәр” фольклор ансамбле йырлап ебәргәс, юҡ, һүнмәгән ул төбәктәрҙә халҡыбыҙ ҡуҙҙары, уны бары тоҡандырып ҡына ебәрергә кәрәк, тигән фекер балҡыны аңда.
Ағинәйҙәр йыйыны, уларҙың эш­мәкәрлеге хаҡында һуңғы йылдарҙа йыш телгә алабыҙ, әммә бөтә ерҙә лә ил терәге булған гүзәл заттың рухи потенциалы хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеп бармайбыҙ шул. Юҡҡа ғы­на ҡатын-ҡыҙҙың сы­рағы ҡырҡ ти­мәй­ҙәрҙер: илдең именлеге лә, килә­сәге лә, бө­гөн­гөһө лә тап уларҙың балалары, ейәндәре, быуындар яҙ­­мышы хаҡында хәстәрлегенә бәйле. Ғалим­дар, халыҡтарҙың үҙенсәлеген өйрә­неүсе фән бел­гестәре “башҡорт ҡыҙҙары яугир зат­тан” тигән фекер әйтһә лә, ҡа­тындарыбыҙ иң тәү сиратта сабырлығы, тыйнаҡлығы менән күптәрҙе әсир иткән. Юҡҡа ғына ҡаҙаҡ бауырҙаштарыбыҙҙа “Батыр үҫтергең килһә, башҡорт ҡыҙына өйлән” тигән әйтем барлыҡҡа килмә­гәндер. Улар был һүҙбәйләнеште хатта мәҡәл тип атай! Бына бит күршеләребеҙ беҙҙең гүзәлдәр ха­ҡын­да ниндәй яҡшы фекерҙә! Мәш­һүр “Ете ҡыҙ” бейеүен генә иҫкә алғанда ла, ҡыҙҙарыбыҙҙың саф асылы йөрәктәрҙе өтөп, быуаттар аша рухи асманыбыҙға шаҡығандай! Быларҙың барыһы ла – тарихтан.
Ағинәйҙәр һүҙе ил имләрДәүләкән районы хакимиәте баш­лығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ғәрифулла Ҡот­ло­ғәлләмов ҡаланың мәҙәниәт йортона йыйылған ханымдарҙы сара менән тәбрикләп, төбәктәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп үтте. “Башҡорт малы сыҡҡан Асылыкүле булған, халҡыбыҙҙың ру­хи ҡомартҡыларының береһе “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын ижад иткән, ҡобайырҙың төп герой­ҙары булған ике һөйгән йәрҙең аҫыл һөйәген һаҡлаған Балҡантаулы ер – милләтебеҙ өсөн иң изге төбәктәрҙең береһе. Борон-борондан һәр төрлө ҡул эштәренә оҫта, бигерәк тә брендҡа әйләнгән балаҫтары ме­нән дан ҡаҙанған Дәүләкәндең үҙендә генә һаҡланып ҡалған йолалар бар, бары тик уларҙы әүҙемләштереп кенә ебәрергә кәрәк”, – тине ул.
Бөгөн нисек йәшәй һуң ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ? Ошо хаҡта һәм башҡа райондарҙа ағинәйҙәр хәрәкәтенең эшмәкәрлеге тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡара­ма­ғын­дағы Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Ян­баева кинәйәле һүҙ тотто. “Бай­маҡ, Әбйәлил райондарында ағинәй­ҙәр­ҙең эшмәкәрлеге уларҙың көн­күрешенә, йәшәү рәүешенә әй­лән­гән. Рухиәт, милләт һағына баҫҡан ҡатындар донъяуи кимәлдәге, ил-йорттағы һәр төрлө проблемаларға битараф ҡала алмай. Улар традициялар, кәсепселек, кеше тыуғандан алып уны һуңғы юлға оҙатҡанға тиклемге һәр йоланы еренә еткереп башҡарып, йәштәрҙе тәрбиәләү, ирҙәргә ҡәҙер күрһәтеү бурысын үтәргә, ауылды һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшергә тейеш”, – тине ул үҙ сығышында.
Ағинәйҙәр һүҙе ил имләрБалалар шағирәһе Рәсимә Ураҡ­сина Дәүләкән ерлегендә үткән Дим буйы ҡатын-ҡыҙҙары йыйынын иҫкә алды, үҙенең бала сағы миҫалында ижад иткән китаптары хаҡында һөйләне. Эйе, бөгөн әллә ниҙәр яҙып та әгәр балаларға иң кәрәкле һүҙҙе әйтергә, бишек йырын көйләргә онотабыҙ икән, башҡа эштәребеҙҙең киләсәк өсөн һис кәрәге булмауы ла ихтимал. Бына ошолар хаҡында уйланырға һәм файҙалы саралар үткәреү менән мәшғүл булырға тейеш тә инде ағинәйҙәр йыйыны.
Сара барышында Дәүләкән райо­ны ҡатын-ҡыҙҙары Гөлниса Нәғим­йәнованы төбәктең ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе итеп һайланы. Гөл­фиә Янбаева уға танытма, йәмәғәт ойош­маһының положениеһын тап­шырҙы. Соколовка ауылында идарасы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Гөлниса Мәхмүт ҡыҙы: “Берҙәм ниәт менән ҙур эштәр атҡарырға яҙһын”, – тигән теләген белдерҙе.
Кисә барышында Мәкәш ауы­лы­ның тарихын өйрәнеүсе Клара Хәмиҙуллина әсенеп, төбәктәге мил­ләттәштәренең үтә тыйнаҡ, хатта ҡы­йыуһыҙ булыуына баҫым яһаны. Әйткәндәй, сара уңайынан ойош­торолған күргәҙмәлә уның ҡул эштәре лә ҡуйылғайны. Фойела шулай уҡ Дәүләкән районында ғына тү­гел, республикаға киң билдә­ле балаҫ һуғыусы Нәжиә Әхмәт­вәли­еваның күркәм эштәре урын алғайны. Был балаҫтар, Мәскәүҙе лә күрҙек беҙ, сит илде лә гиҙҙек беҙ, тип “көйләй” торғандыр. Хужаһы менән бергә ҡайҙа ғына халҡыбыҙ данын таратманы улар!
“Әхирәттәр” фольклор ансамбле­нең сығышы һәм Ҡоръятмаҫ ауылынан моңло тауышлы Гөлнур Сол­танова кисәне ерлектә тыуған көйҙәр менән биҙәне. “Асылыҡай буйы” йырының төрлө варианты бар, тап ошо яҡ вәкилдәре башҡарғанда яландар киң­леге, Асылыкүл тул­ҡынының ҡа­ғышы тойолғандай. Сараның һуңында Бай­маҡ ҡыҙы, Дәүләкән килене, шағирә Миңзәлә Хәлилованы, юбилейы менән ҡотлап, ағинәйҙәр ҡоро­на ағза итеп алдылар. Уны уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, һабаҡташтары тәбрик­ләне.
Эйе, тәүге йыйында уҡ башҡа­рыл­ған эштәр хаҡында һөйләү дөрөҫ тә булмаҫ, әммә ауылдарҙа йолаларҙы йәнләндереү, ир-егеттәрҙе өйлән­дереү, сит тарафтарға ебәрмәйенсә, үҙебеҙҙә эшле итеү маҡсатын ҡуйыу ниәте менән таралышты ҡатын-ҡыҙҙар. Ниндәйҙер мәҙәни саралар­ҙан бигерәк, бында оҙайлы йылдарға һуҙылған даими атҡарылырға тейешле эштәр хаҡында һүҙ алып барыу зарур. Иң мөһиме – битараф­лыҡтан арынырға тейешбеҙ. Үҙебеҙ­ҙең генә түгел, милләтебеҙ яҙмышын ҡулына алырға бурыслы ағинәйҙәр. Ҡайҙалыр – яҡшы һүҙ, икенсе ерҙә – яҡты сырай, өсөнсө урында – эшлекле кәңәш, дүртенсе тарафта бәрәкәтле ғәмәл менән ауылына ҡот, ырыҫ өҫтәү ниәте менән янһа ине ҡатын-ҡыҙҙар йөрәге! Милләт бишеген гүзәл зат бәүелтә. Киләсәктә Дәүләкән ерендә сая егеттәр, һылыу Һыуһылыуҙар тыуһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779