Һәр кем тыуған яғының матур күренештәре хаҡында хәбәрҙар бит инде. Дәүләкән ерендә сыҡҡан халыҡ йырҙары (мәҫәлән, “Хәйрүләкәй”ҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин иҫ киткес итеп башҡара торғайны), һуғылған балаҫтар, миҙгел менән бәйле кәкүк сәйҙәре, өмәләр, әбейҙәрҙең бер-береһенә сәйгә йөрөшөүе һәм башҡа сағыу йола байрамдары хаҡында уйландым мин ағинәйҙәр ҡорона йыйынғанда. Хәтирәләр бала сағыма алып ҡайтҡандай булды. Ә инде зал тултырып райондың “Әхирәттәр” фольклор ансамбле йырлап ебәргәс, юҡ, һүнмәгән ул төбәктәрҙә халҡыбыҙ ҡуҙҙары, уны бары тоҡандырып ҡына ебәрергә кәрәк, тигән фекер балҡыны аңда.Ағинәйҙәр йыйыны, уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында һуңғы йылдарҙа йыш телгә алабыҙ, әммә бөтә ерҙә лә ил терәге булған гүзәл заттың рухи потенциалы хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеп бармайбыҙ шул. Юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ тимәйҙәрҙер: илдең именлеге лә, киләсәге лә, бөгөнгөһө лә тап уларҙың балалары, ейәндәре, быуындар яҙмышы хаҡында хәстәрлегенә бәйле. Ғалимдар, халыҡтарҙың үҙенсәлеген өйрәнеүсе фән белгестәре “башҡорт ҡыҙҙары яугир заттан” тигән фекер әйтһә лә, ҡатындарыбыҙ иң тәү сиратта сабырлығы, тыйнаҡлығы менән күптәрҙе әсир иткән. Юҡҡа ғына ҡаҙаҡ бауырҙаштарыбыҙҙа “Батыр үҫтергең килһә, башҡорт ҡыҙына өйлән” тигән әйтем барлыҡҡа килмәгәндер. Улар был һүҙбәйләнеште хатта мәҡәл тип атай! Бына бит күршеләребеҙ беҙҙең гүзәлдәр хаҡында ниндәй яҡшы фекерҙә! Мәшһүр “Ете ҡыҙ” бейеүен генә иҫкә алғанда ла, ҡыҙҙарыбыҙҙың саф асылы йөрәктәрҙе өтөп, быуаттар аша рухи асманыбыҙға шаҡығандай! Быларҙың барыһы ла – тарихтан.
Дәүләкән районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ғәрифулла Ҡотлоғәлләмов ҡаланың мәҙәниәт йортона йыйылған ханымдарҙы сара менән тәбрикләп, төбәктәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп үтте. “Башҡорт малы сыҡҡан Асылыкүле булған, халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларының береһе “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын ижад иткән, ҡобайырҙың төп геройҙары булған ике һөйгән йәрҙең аҫыл һөйәген һаҡлаған Балҡантаулы ер – милләтебеҙ өсөн иң изге төбәктәрҙең береһе. Борон-борондан һәр төрлө ҡул эштәренә оҫта, бигерәк тә брендҡа әйләнгән балаҫтары менән дан ҡаҙанған Дәүләкәндең үҙендә генә һаҡланып ҡалған йолалар бар, бары тик уларҙы әүҙемләштереп кенә ебәрергә кәрәк”, – тине ул.
Бөгөн нисек йәшәй һуң ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ? Ошо хаҡта һәм башҡа райондарҙа ағинәйҙәр хәрәкәтенең эшмәкәрлеге тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева кинәйәле һүҙ тотто. “Баймаҡ, Әбйәлил райондарында ағинәйҙәрҙең эшмәкәрлеге уларҙың көнкүрешенә, йәшәү рәүешенә әйләнгән. Рухиәт, милләт һағына баҫҡан ҡатындар донъяуи кимәлдәге, ил-йорттағы һәр төрлө проблемаларға битараф ҡала алмай. Улар традициялар, кәсепселек, кеше тыуғандан алып уны һуңғы юлға оҙатҡанға тиклемге һәр йоланы еренә еткереп башҡарып, йәштәрҙе тәрбиәләү, ирҙәргә ҡәҙер күрһәтеү бурысын үтәргә, ауылды һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшергә тейеш”, – тине ул үҙ сығышында.
Балалар шағирәһе Рәсимә Ураҡсина Дәүләкән ерлегендә үткән Дим буйы ҡатын-ҡыҙҙары йыйынын иҫкә алды, үҙенең бала сағы миҫалында ижад иткән китаптары хаҡында һөйләне. Эйе, бөгөн әллә ниҙәр яҙып та әгәр балаларға иң кәрәкле һүҙҙе әйтергә, бишек йырын көйләргә онотабыҙ икән, башҡа эштәребеҙҙең киләсәк өсөн һис кәрәге булмауы ла ихтимал. Бына ошолар хаҡында уйланырға һәм файҙалы саралар үткәреү менән мәшғүл булырға тейеш тә инде ағинәйҙәр йыйыны.
Сара барышында Дәүләкән районы ҡатын-ҡыҙҙары Гөлниса Нәғимйәнованы төбәктең ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе итеп һайланы. Гөлфиә Янбаева уға танытма, йәмәғәт ойошмаһының положениеһын тапшырҙы. Соколовка ауылында идарасы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Гөлниса Мәхмүт ҡыҙы: “Берҙәм ниәт менән ҙур эштәр атҡарырға яҙһын”, – тигән теләген белдерҙе.
Кисә барышында Мәкәш ауылының тарихын өйрәнеүсе Клара Хәмиҙуллина әсенеп, төбәктәге милләттәштәренең үтә тыйнаҡ, хатта ҡыйыуһыҙ булыуына баҫым яһаны. Әйткәндәй, сара уңайынан ойошторолған күргәҙмәлә уның ҡул эштәре лә ҡуйылғайны. Фойела шулай уҡ Дәүләкән районында ғына түгел, республикаға киң билдәле балаҫ һуғыусы Нәжиә Әхмәтвәлиеваның күркәм эштәре урын алғайны. Был балаҫтар, Мәскәүҙе лә күрҙек беҙ, сит илде лә гиҙҙек беҙ, тип “көйләй” торғандыр. Хужаһы менән бергә ҡайҙа ғына халҡыбыҙ данын таратманы улар!
“Әхирәттәр” фольклор ансамбленең сығышы һәм Ҡоръятмаҫ ауылынан моңло тауышлы Гөлнур Солтанова кисәне ерлектә тыуған көйҙәр менән биҙәне. “Асылыҡай буйы” йырының төрлө варианты бар, тап ошо яҡ вәкилдәре башҡарғанда яландар киңлеге, Асылыкүл тулҡынының ҡағышы тойолғандай. Сараның һуңында Баймаҡ ҡыҙы, Дәүләкән килене, шағирә Миңзәлә Хәлилованы, юбилейы менән ҡотлап, ағинәйҙәр ҡорона ағза итеп алдылар. Уны уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, һабаҡташтары тәбрикләне.
Эйе, тәүге йыйында уҡ башҡарылған эштәр хаҡында һөйләү дөрөҫ тә булмаҫ, әммә ауылдарҙа йолаларҙы йәнләндереү, ир-егеттәрҙе өйләндереү, сит тарафтарға ебәрмәйенсә, үҙебеҙҙә эшле итеү маҡсатын ҡуйыу ниәте менән таралышты ҡатын-ҡыҙҙар. Ниндәйҙер мәҙәни сараларҙан бигерәк, бында оҙайлы йылдарға һуҙылған даими атҡарылырға тейешле эштәр хаҡында һүҙ алып барыу зарур. Иң мөһиме – битарафлыҡтан арынырға тейешбеҙ. Үҙебеҙҙең генә түгел, милләтебеҙ яҙмышын ҡулына алырға бурыслы ағинәйҙәр. Ҡайҙалыр – яҡшы һүҙ, икенсе ерҙә – яҡты сырай, өсөнсө урында – эшлекле кәңәш, дүртенсе тарафта бәрәкәтле ғәмәл менән ауылына ҡот, ырыҫ өҫтәү ниәте менән янһа ине ҡатын-ҡыҙҙар йөрәге! Милләт бишеген гүзәл зат бәүелтә. Киләсәктә Дәүләкән ерендә сая егеттәр, һылыу Һыуһылыуҙар тыуһын!