Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Дегәнәк балы”
“Дегәнәк балы” Кис күр­ше ауылда йәшәгән дуҫым телефондан шылтыратып, йоҡомдо ҡасырҙы.
– Мин, – тине ул ҡаты ғына тауыш менән. – Хәҙер бал ҡорттары тотам. Уларҙы айыр­тып, һатыу итәм.
– Әллә миңә лә әҙерәк арт­тыраһыңмы? – тип һораным ауыҙымда бал тәмен тойоп.
– Һатам, һатам... Өс литр­ының хаҡы мең ярым һум тора. Аҡсаңды ал да тиҙерәк килеп ет, кешеләр күпләп ала, – тине был, һүҙемде йыҡмайынса. – Баҙарҙан алып йөрөмә, унда барыһы ла яһалма.
– Иртәгә үк килеп алам, – тинем дә телефонды һалдым.
Икенсе көндә бал алырға барам тип торғанда, ҡапыл ауырып киттем. Уның иртәгәһенә лә ҡуҙғала алманым.
Йорт тирәһендә күренмәгәс:
– Әллә үлеп ятаһыңмы? – Күрше мине юғалтып килеп инде.
– Ундай хәлгә етеүен етмәнем, әммә аяҡтан йыҡты, – тинем. Ул маңлайымды тотоп ҡараны ла:
– О-о... бында ҡырҡ градус бар, – тине. – Һиңә баллап сәй эсеп, төрөнөп ятырға кәрәк.
– Күрше ауылда йәшәгән Әптерәй танышыма балға барырға ине, ауырып киттем шул. Әллә алып ҡайтып бирәһеңме? Балым бик һәйбәт, тип маҡтаны.
– Ниңә бармаҫҡа? Уны та­ныш кешенән генә алырға кәрәк. Хәҙер алдаҡсылар күп, күбеһе химия ҡуллана. Бер барғас, үҙемә лә алырмын. Һинең танышың бул­ғас, моғайын, алдашмаҫ, – тине лә сығып китте.
Ҡояш байып өлгөрмәне, күршем әйләнеп тә ҡайтты. Баллап сәй эсеп, төрөнөп ятып ҡараһам да, сирҙе еңеп булманы. Хәлемде ишетепме, әллә юл ыңғайымы, баяғы сауҙагәр дуҫ килеп инде.
– Баллап-майлап сәй ҙә эсеп дауаланып ҡараным, бер ҙә алдырмай, – тинем маңлайҙағы тирҙе һөртөп.
– Мин бит һиңә әйттем, теләһә кемдән бал алма, тип. Химик ҡәләм бир әле. Хәҙер ниндәй икәнен күрһәтәм һиңә, – тип ҡәләм менән һауытты болғарға керешеп китте. Бал – һинеке, тип әйтергә ауыҙымды асҡайным, әллә ниңә телем көрмәлде.
– Бына күрҙеңме? Был бал “липовый”, бер кемгә лә ярамай. Күпкәнсе ашаһаң да, файҙаһы булмаясаҡ. Бына ошондай көрән ҡәләм төҫөнә әйләнәсәкһең, – тине дуҫым...
Телефондан шылтыратып, күршегә балын алып инергә ҡуштым. Ул ҡарсығын ебәргән.
“Белгес” уларҙың балына ла ҡәләм менән анализ яһаны:
– Күрҙегеҙме? Был да – “липо­вый” бал. Уны “дегәнәк балы” тип әйтәләр, – тип “белгес” һүҙен дә әйтеп бөтөрмәне, күрше ҡарсыҡҡа ут ҡапҡандай булды.
– Әйтеп сығарҙым үҙенә, белмәгән, күрмәгән кешенән алма тип. Юҡ, аңламағас аңламай инде. Күрше ауылдағы Әптерәй исемле кешенән алып ҡайттым, уның балын бик маҡтайҙар, тигән була. Үҙе ашаһын был балды, – тигәс, Әптерәй дуҫым бер миңә, бер балға ҡараны ла, бер һүҙ ҙә өндәшмәй боролоп, өйҙән сығып та китте.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780