Кис күрше ауылда йәшәгән дуҫым телефондан шылтыратып, йоҡомдо ҡасырҙы.
– Мин, – тине ул ҡаты ғына тауыш менән. – Хәҙер бал ҡорттары тотам. Уларҙы айыртып, һатыу итәм.
– Әллә миңә лә әҙерәк арттыраһыңмы? – тип һораным ауыҙымда бал тәмен тойоп.
– Һатам, һатам... Өс литрының хаҡы мең ярым һум тора. Аҡсаңды ал да тиҙерәк килеп ет, кешеләр күпләп ала, – тине был, һүҙемде йыҡмайынса. – Баҙарҙан алып йөрөмә, унда барыһы ла яһалма.
– Иртәгә үк килеп алам, – тинем дә телефонды һалдым.
Икенсе көндә бал алырға барам тип торғанда, ҡапыл ауырып киттем. Уның иртәгәһенә лә ҡуҙғала алманым.
Йорт тирәһендә күренмәгәс:
– Әллә үлеп ятаһыңмы? – Күрше мине юғалтып килеп инде.
– Ундай хәлгә етеүен етмәнем, әммә аяҡтан йыҡты, – тинем. Ул маңлайымды тотоп ҡараны ла:
– О-о... бында ҡырҡ градус бар, – тине. – Һиңә баллап сәй эсеп, төрөнөп ятырға кәрәк.
– Күрше ауылда йәшәгән Әптерәй танышыма балға барырға ине, ауырып киттем шул. Әллә алып ҡайтып бирәһеңме? Балым бик һәйбәт, тип маҡтаны.
– Ниңә бармаҫҡа? Уны таныш кешенән генә алырға кәрәк. Хәҙер алдаҡсылар күп, күбеһе химия ҡуллана. Бер барғас, үҙемә лә алырмын. Һинең танышың булғас, моғайын, алдашмаҫ, – тине лә сығып китте.
Ҡояш байып өлгөрмәне, күршем әйләнеп тә ҡайтты. Баллап сәй эсеп, төрөнөп ятып ҡараһам да, сирҙе еңеп булманы. Хәлемде ишетепме, әллә юл ыңғайымы, баяғы сауҙагәр дуҫ килеп инде.
– Баллап-майлап сәй ҙә эсеп дауаланып ҡараным, бер ҙә алдырмай, – тинем маңлайҙағы тирҙе һөртөп.
– Мин бит һиңә әйттем, теләһә кемдән бал алма, тип. Химик ҡәләм бир әле. Хәҙер ниндәй икәнен күрһәтәм һиңә, – тип ҡәләм менән һауытты болғарға керешеп китте. Бал – һинеке, тип әйтергә ауыҙымды асҡайным, әллә ниңә телем көрмәлде.
– Бына күрҙеңме? Был бал “липовый”, бер кемгә лә ярамай. Күпкәнсе ашаһаң да, файҙаһы булмаясаҡ. Бына ошондай көрән ҡәләм төҫөнә әйләнәсәкһең, – тине дуҫым...
Телефондан шылтыратып, күршегә балын алып инергә ҡуштым. Ул ҡарсығын ебәргән.
“Белгес” уларҙың балына ла ҡәләм менән анализ яһаны:
– Күрҙегеҙме? Был да – “липовый” бал. Уны “дегәнәк балы” тип әйтәләр, – тип “белгес” һүҙен дә әйтеп бөтөрмәне, күрше ҡарсыҡҡа ут ҡапҡандай булды.
– Әйтеп сығарҙым үҙенә, белмәгән, күрмәгән кешенән алма тип. Юҡ, аңламағас аңламай инде. Күрше ауылдағы Әптерәй исемле кешенән алып ҡайттым, уның балын бик маҡтайҙар, тигән була. Үҙе ашаһын был балды, – тигәс, Әптерәй дуҫым бер миңә, бер балға ҡараны ла, бер һүҙ ҙә өндәшмәй боролоп, өйҙән сығып та китте.