Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баш ҡала башланы!
Уҙған йомала Өфөлә Әҙәбиәт йылы башланыу айҡанлы ҙур байрам булды.

– Әҙәбиәт быуындар араһын бәйләү, йәм­ғиәтте тәрбиәләү, шә­хестәр үҫтереү һә­ләтенә эйә һәм һәр беребеҙҙең тормошонда мөһим урын биләп тора. Рухи байлыҡты, белемде кеше китаптан ала. Бала саҡтан уҡ китап беҙҙе уйланырға өйрәтә, донъяға үҙ ҡарашыбыҙҙы булдыра, рухиәтебеҙҙе камиллаштыра. Был йәһәттән Әҙәбиәт йылы яңы биттәр асыр, мәҙәниәтебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индерер, Башҡортостан халҡы яҡшылыҡҡа һәм ижади бейеклеккә өндәгән сифатлы китаптарҙы күберәк уҡыр тигән ышаныста ҡалам, – тине, тантанаға фатиха биреп, баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов.
Уның артынса Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә төрлө за­мандың арҙаҡлы әҙиптәрен һынландырған “Пушкин”, “Гоголь”, “Толстой”, “Блок”, “Ахматова” һәм “Аҡмулла” сығып баҫты. Улар әҙәбиәт, әҙәп һәм әхлаҡ хаҡында әңгәмә ҡорғандан һуң “Пушкин”дың: “Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы ҡотло булһын!” – тигән ораны яңғы­раны, ә “Толстой” байрамда ҡатнашыу­сыларға Президент В.В. Путиндың Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы айҡанлы тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. Артабан В.М. Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайының балет бейеү­селәре залға йән өрҙө. “Мираҫ” ансамбле лә “Ҡатыҡ”, “Һалдаттар” бейеүҙәре һәм попурри менән тамашасыларға дәрт өҫтәп торҙо.
Сираттағы сығышында “Аҡмулла” “Баш­ҡорттарым, уҡыу кәрәк!” ши­ғыры менән Әҙәбиәт йылының әһәмиәтен күтәреп ебәрҙе. Әйткән­дәй, олуғ мәғрифәтсебеҙҙең образын Башҡортостандың халыҡ арти­сы Хөрмәтулла Үтәшев һын­ландырҙы. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мостай Кә­римдең шиғырҙары менән Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Марат Ҡорбанғәлиев, халыҡ артистары Ольга Мусина һәм Олег Ханов күңел ҡылдарында уйнаһа, өс быуын әҙиптәре – Башҡорт­остандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаев, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина һәм йәш ҡәләм тирбәтеүсе Денис Ғилманов – үҙ ижад емештәрен тәҡдим итте. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Ете ҡыҙ” менән сараны йәмләһә, Диана Ишниязова “Танцкласс” ансамбле менән берлектә “Башҡортостан” йырын башҡарып, халыҡ­ты рух­ландырҙы.
Шул уҡ ваҡытта Ҡала мәҙәниәт һара­йының фойеһында әҙәби ҡо­мартҡылар, яңы китаптар күргәҙ­мәһе барҙы. Унда Зәйнәб Биишева исе­мендәге “Китап”, “Инеш” нәш­риәт­тәре, Әхмәтзәки Вәлиди исе­мендәге Милли китапхана, “Пла­нета” магазиндар селтәре, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы үҙ баҫмаларын ҡуйғайны.
Ғөмүмән, Өфөлә Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы үҙенсәлекле һәм юғары ки­мәлдә үтте. Бындай саралар Башҡорт­остандың төрлө ҡала һәм райондарында күп уҙғарыласаҡ әле. Улар әҙәбиәтебеҙ өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.




Автор: Ғ. ДИНИСОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779