Баш ҡала башланы!03.02.2015
Уҙған йомала Өфөлә Әҙәбиәт йылы башланыу айҡанлы ҙур байрам булды.
– Әҙәбиәт быуындар араһын бәйләү, йәмғиәтте тәрбиәләү, шәхестәр үҫтереү һәләтенә эйә һәм һәр беребеҙҙең тормошонда мөһим урын биләп тора. Рухи байлыҡты, белемде кеше китаптан ала. Бала саҡтан уҡ китап беҙҙе уйланырға өйрәтә, донъяға үҙ ҡарашыбыҙҙы булдыра, рухиәтебеҙҙе камиллаштыра. Был йәһәттән Әҙәбиәт йылы яңы биттәр асыр, мәҙәниәтебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индерер, Башҡортостан халҡы яҡшылыҡҡа һәм ижади бейеклеккә өндәгән сифатлы китаптарҙы күберәк уҡыр тигән ышаныста ҡалам, – тине, тантанаға фатиха биреп, баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов.
Уның артынса Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә төрлө замандың арҙаҡлы әҙиптәрен һынландырған “Пушкин”, “Гоголь”, “Толстой”, “Блок”, “Ахматова” һәм “Аҡмулла” сығып баҫты. Улар әҙәбиәт, әҙәп һәм әхлаҡ хаҡында әңгәмә ҡорғандан һуң “Пушкин”дың: “Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы ҡотло булһын!” – тигән ораны яңғыраны, ә “Толстой” байрамда ҡатнашыусыларға Президент В.В. Путиндың Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы айҡанлы тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. Артабан В.М. Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайының балет бейеүселәре залға йән өрҙө. “Мираҫ” ансамбле лә “Ҡатыҡ”, “Һалдаттар” бейеүҙәре һәм попурри менән тамашасыларға дәрт өҫтәп торҙо.
Сираттағы сығышында “Аҡмулла” “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғыры менән Әҙәбиәт йылының әһәмиәтен күтәреп ебәрҙе. Әйткәндәй, олуғ мәғрифәтсебеҙҙең образын Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һынландырҙы. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мостай Кәримдең шиғырҙары менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Ҡорбанғәлиев, халыҡ артистары Ольга Мусина һәм Олег Ханов күңел ҡылдарында уйнаһа, өс быуын әҙиптәре – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаев, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина һәм йәш ҡәләм тирбәтеүсе Денис Ғилманов – үҙ ижад емештәрен тәҡдим итте. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Ете ҡыҙ” менән сараны йәмләһә, Диана Ишниязова “Танцкласс” ансамбле менән берлектә “Башҡортостан” йырын башҡарып, халыҡты рухландырҙы.
Шул уҡ ваҡытта Ҡала мәҙәниәт һарайының фойеһында әҙәби ҡомартҡылар, яңы китаптар күргәҙмәһе барҙы. Унда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”, “Инеш” нәшриәттәре, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, “Планета” магазиндар селтәре, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы үҙ баҫмаларын ҡуйғайны.
Ғөмүмән, Өфөлә Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы үҙенсәлекле һәм юғары кимәлдә үтте. Бындай саралар Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарында күп уҙғарыласаҡ әле. Улар әҙәбиәтебеҙ өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.