Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хазинабыҙ сағыла был һүрәттәрҙә
Хазинабыҙ сағыла был һүрәттәрҙә Республиканың Милли музейында “Башҡорт­остан­дағы мәҙәни мираҫ объекттарының иң яҡшы фотоһүрәте” конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булды.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн киң мәғлүмәт саралары фото­хәбәрселәре, һөнәри һәм һәүәҫкәр фотографтар ара­һынан 50 ғариза, йәғни 200 һүрәт ҡабул ителгән. Төп шарт уларҙа тарихи, мәҙәни һәйкәлдәр, архитектура һәм археология өлгөләре сағылдырылырға тейеш булһа, маҡсат – йәмә­ғәтселектә мәҙәни мираҫҡа ҡарата һаҡсыл һәм ижади ҡараш тәрбиәләү.
Фотоһүрәттәрҙән ҡоролған күргәҙмәне асыу тантана­һын­да республика Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге тарафынан әҙерләнгән “Башҡорт балы” концепцияһы, Өфөнөң яңыртылған һәм реставрация­ланасаҡ объекттары, киләсәктә ҡала мөхитен биҙәү, камиллаштырыу эшенең планы менән таныштырҙылар.
Ике мөһим ваҡиғаны берләштергән сарала республика­ның мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Күсем­һеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм фай­ҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, “Боронғо Өфө” тарихи музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова һәм башҡалар ҡатнашты.
Республика Хөкүмәтенең 2011 йылдағы ҡарары буйынса ойошторолған, бөгөн Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында эшләп килгән “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан “Өфө-2” ҡаласығын фәнни яҡтан өйрәнә, ҡурсалай. Был ғәжәп ҡомартҡы хаҡында 1953 йылда уҡ мәғлүм булһа ла, уның сиктәре бынан өс йыл элек кенә раҫланған, хәҙер иһә археологик майҙанда бер ойошма ла рөхсәтһеҙ төҙөлөш башлай, юл һала алмай.
Музей-ҡурсаулыҡта билдәле фән кандидаттары һәм докторҙары менән берлектә ойошторолған археологик экспедиция даими тикшеренеүҙәр үткәрә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779