Республиканың Милли музейында “Башҡортостандағы мәҙәни мираҫ объекттарының иң яҡшы фотоһүрәте” конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булды. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн киң мәғлүмәт саралары фотохәбәрселәре, һөнәри һәм һәүәҫкәр фотографтар араһынан 50 ғариза, йәғни 200 һүрәт ҡабул ителгән. Төп шарт уларҙа тарихи, мәҙәни һәйкәлдәр, архитектура һәм археология өлгөләре сағылдырылырға тейеш булһа, маҡсат – йәмәғәтселектә мәҙәни мираҫҡа ҡарата һаҡсыл һәм ижади ҡараш тәрбиәләү.
Фотоһүрәттәрҙән ҡоролған күргәҙмәне асыу тантанаһында республика Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге тарафынан әҙерләнгән “Башҡорт балы” концепцияһы, Өфөнөң яңыртылған һәм реставрацияланасаҡ объекттары, киләсәктә ҡала мөхитен биҙәү, камиллаштырыу эшенең планы менән таныштырҙылар.
Ике мөһим ваҡиғаны берләштергән сарала республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, “Боронғо Өфө” тарихи музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова һәм башҡалар ҡатнашты.
Республика Хөкүмәтенең 2011 йылдағы ҡарары буйынса ойошторолған, бөгөн Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында эшләп килгән “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан “Өфө-2” ҡаласығын фәнни яҡтан өйрәнә, ҡурсалай. Был ғәжәп ҡомартҡы хаҡында 1953 йылда уҡ мәғлүм булһа ла, уның сиктәре бынан өс йыл элек кенә раҫланған, хәҙер иһә археологик майҙанда бер ойошма ла рөхсәтһеҙ төҙөлөш башлай, юл һала алмай.
Музей-ҡурсаулыҡта билдәле фән кандидаттары һәм докторҙары менән берлектә ойошторолған археологик экспедиция даими тикшеренеүҙәр үткәрә.