Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изге ниәт илтә хыялға
Изге ниәт  илтә хыялға Ҡыҙыл алҡа таҡҡан 9-10 йәштәге ҡыҙсыҡтың йырсы эргәһенә сығып башҡалар кеүек бейегеһе, күңел асҡыһы килә, тик атай-әсәй һөйөүе аша бирелгән батырлыҡ, ышаныс тойғоһо булмауы уны сараһыҙҙан борсоулы һәм йәлләткес ҡараш менән тирә-яҡты байҡарға мәжбүр итә... Ярай әле, ошондай хәлдә ҡалған кескәйҙәр янында уларҙы йөрәк йылыһын һалып тәрбиәләгән, ҡурсалаған яратҡан апай-ағайҙары бар. Яңғыҙ балаларға кем тәрбиәселәренән дә ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ һуң был йортта?!


Йырсы Диана Ишниязова тарафынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йортонда ойошто­рол­ған сараның маҡсаты ғаилә наҙынан мәхрүм малай һәм ҡыҙҙар менән ихлас аралашыу, йөрәк йылыһын бүләк итеү, тәмле күстә­нәстәр менән һыйлау ине.
– Мәрхәмәтлек концерттарында йыш ҡатнашам, әммә шәхсән бындай аҙымды тәү тапҡыр яһауым. Балаларҙы 29 ғин­уар­ҙа үтәсәк “Осрашыу көтәм” тигән та­ма­шама саҡырам, уларҙың наҙға сар­са­ған күңелдәренә аҙ ғына булһа ла дәрт, яңы­лыҡ өҫтәгем килә, – тип белдерҙе йырсы.
Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә ҡунаҡҡа халыҡ һәм заманса бейеүҙәрҙән, йыр-моңдан торған концерт әҙерләгәйне.
Ишле ғаиләлә тыуып үҫкән, тулы тәр­биә алған Диана Ишниязованың ихтирам һәм иғтибарға лайыҡ осрашыуын уның ба­ла саҡтағы изге хыялын тормошҡа ашы­рыуға бер аҙым тип атарға ла була.
– Заманында аҡсаны ғына иң ҙур бай­лыҡ тип һанап, уны күп итеп алып, иң тәүҙә әсәйемә мөһабәт, матур йорт төҙөргә, һу­ңынан Ер йө­ҙөн­дәге барлыҡ мохтаждарға, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам ҡулы һу­ҙыу, бәхет таратыу ине хыялым, – тип серҙәре менән уртаҡлашты сәхнә йондоҙо.
Тығыҙ ижади эшмәкәрлек мәшәҡәт­­тә­ре ара­һында ваҡыт табып килеп, йөрәк йы­лыһына зарыҡҡан балалар менән аралашыуы, һис шикһеҙ, йырсы күңе­ле­нең киң­леген, юға­ры­лығын билдә­ләй. Ш. Хо­ҙай­бирҙин исемен­дә­ге 1-се респуб­лика балалар йорто ди­рек­торы Фә­нисә Бәҙ­ретдинова етәкләгән һоҡ­ланғыс коллек­тивтың һәр кемде ихлас ҡаршы алып, ҡунаҡсыл, йылы хөрмәт күрһә­теү­ҙәре лә – уларҙың иң ауыр һө­нәр­ҙе намыҫлы, етди башҡарыуын дәлилләй.


Радмила Хәлилова (14 йәш):
– Диана Ишниязованы телевизор­ҙан ғына түгел, үҙебеҙҙең сәхнәлә лә кү­реүемә бик шатмын. Тәрбиәсе­ләре­беҙ менән концерт-театрҙарға йыш йө­рөйбөҙ, мин үҙем дә йырларға, бейергә яратам.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780