Ҡыҙыл алҡа таҡҡан 9-10 йәштәге ҡыҙсыҡтың йырсы эргәһенә сығып башҡалар кеүек бейегеһе, күңел асҡыһы килә, тик атай-әсәй һөйөүе аша бирелгән батырлыҡ, ышаныс тойғоһо булмауы уны сараһыҙҙан борсоулы һәм йәлләткес ҡараш менән тирә-яҡты байҡарға мәжбүр итә... Ярай әле, ошондай хәлдә ҡалған кескәйҙәр янында уларҙы йөрәк йылыһын һалып тәрбиәләгән, ҡурсалаған яратҡан апай-ағайҙары бар. Яңғыҙ балаларға кем тәрбиәселәренән дә ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ һуң был йортта?!Йырсы Диана Ишниязова тарафынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йортонда ойошторолған сараның маҡсаты ғаилә наҙынан мәхрүм малай һәм ҡыҙҙар менән ихлас аралашыу, йөрәк йылыһын бүләк итеү, тәмле күстәнәстәр менән һыйлау ине.
– Мәрхәмәтлек концерттарында йыш ҡатнашам, әммә шәхсән бындай аҙымды тәү тапҡыр яһауым. Балаларҙы 29 ғинуарҙа үтәсәк “Осрашыу көтәм” тигән тамашама саҡырам, уларҙың наҙға сарсаған күңелдәренә аҙ ғына булһа ла дәрт, яңылыҡ өҫтәгем килә, – тип белдерҙе йырсы.
Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә ҡунаҡҡа халыҡ һәм заманса бейеүҙәрҙән, йыр-моңдан торған концерт әҙерләгәйне.
Ишле ғаиләлә тыуып үҫкән, тулы тәрбиә алған Диана Ишниязованың ихтирам һәм иғтибарға лайыҡ осрашыуын уның бала саҡтағы изге хыялын тормошҡа ашырыуға бер аҙым тип атарға ла була.
– Заманында аҡсаны ғына иң ҙур байлыҡ тип һанап, уны күп итеп алып, иң тәүҙә әсәйемә мөһабәт, матур йорт төҙөргә, һуңынан Ер йөҙөндәге барлыҡ мохтаждарға, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙыу, бәхет таратыу ине хыялым, – тип серҙәре менән уртаҡлашты сәхнә йондоҙо.
Тығыҙ ижади эшмәкәрлек мәшәҡәттәре араһында ваҡыт табып килеп, йөрәк йылыһына зарыҡҡан балалар менән аралашыуы, һис шикһеҙ, йырсы күңеленең киңлеген, юғарылығын билдәләй. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинова етәкләгән һоҡланғыс коллективтың һәр кемде ихлас ҡаршы алып, ҡунаҡсыл, йылы хөрмәт күрһәтеүҙәре лә – уларҙың иң ауыр һөнәрҙе намыҫлы, етди башҡарыуын дәлилләй.
Радмила Хәлилова (14 йәш): – Диана Ишниязованы телевизорҙан ғына түгел, үҙебеҙҙең сәхнәлә лә күреүемә бик шатмын. Тәрбиәселәребеҙ менән концерт-театрҙарға йыш йөрөйбөҙ, мин үҙем дә йырларға, бейергә яратам.