Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батыр йырҙар йырлау еңелме?
Батыр йырҙар йырлау еңелме? Сәйҙәнең, йырлағандағы һымаҡ, сылтыратып көлөп ебәреүен үҙ иткән мин генә тү­гелдер. Тауышының сафлығы, моңо кү­ңе­ленең тәрәнлегенән киләлер, моға­йын. Бергә төрлө сараларҙа ҡатнашҡан, сәфәр­ҙәрҙә йөрөгән бар, тик Сәйҙә Ильясова хаҡында бер ҙә яҙғаным юҡ икән. Талант­лы замандашым хаҡында күңелем түренән сыҡҡан һүҙҙәремде һөйләйем.

“Башҡортостан” гәзите өсөн үҙ кеше Сәйҙә – ошо баҫманың ҡыҙы, тиһәң дә була хатта. Билдәле ҡурайсы, көрәшсе, гәзитебеҙҙең үҙ хәбәрсеһе Ғәли Ильясовтың өлкән балаһы ул. Әсәһе – Федоровка районының Оло Сытырман ауылы ҡыҙы Шәрифә апай ҙа йыр-моңға әүәҫ, музыканттар нәҫеленән. Шуға күрә ҡыҙыҡай ҡасан йырлай башлағанын хәтерләмәй ҙә тиерлек. Сөнки өйҙә­рендә һәр саҡ моң ағылып тора: йә атаһы йырлай, йә ҡурайҙа уйнай, әле әсәһе моңдарын һуҙа, радио, телевидение аша ла тик туған көйҙәр ағыла. Ошондай мө­хиттә үҫеп, халыҡ ижадына ғашиҡ булмау мөм­­кинме һуң? Бәлки, әммә ҡаныңда батырҙар йы­ры аҡҡанда, бар булмышың туған моңдарға ынтылғанда, сәнғәт донъя­һына табан атламау үҙе гонаһ булыр ине. Ана бит Миңзифа өләсәһе хаҡында әле булһа хәтерләүселәр бар: Нөгөштә һал ағыҙғанда йәш ҡатын йырлап ебәрһә, бөтөн тирә-яҡ моңға күмелә, имеш. Ауыр эшен онотоп барыһы ла, Миңзифа, тағы бер йырла әле, әллә һин, әллә һан­дуғас һайраны, тиҙәр икән. “Һан­дуғас”, “Азамат”, “Си­бай”, “Зөл­хизә” кеүек халыҡ йырҙарын кү­ңе­ленә һалып баш­ҡарған йәш ҡатын, йылдар үткәс, ейәнсәренә лә моңон тапшырыр. Ә уның әкиәт­тәре, әйтерһең, әллә ниндәй мөғжизәле илдәргә әйҙәй, ғәжәйеп ҡитғаларға саҡыра.
Ғәли ағай менән Шәрифә апай Күмертау ҡала­һындағы халыҡ театрында танышҡан. Икеһе лә йыр-моңға әүәҫ зат өсөн, әйтерһең, сәхнә үҙе осраштырыр күпер булған. Ғашиҡ булып, яратышып өйләнешкән улар. “Салауат” спектаклендә Ғәли ағай төп ролде башҡара, ә уның һөйгәне был ваҡытта тәүге сабыйҙарына ауырлы була. Урғып тор­ған хис донъяһында ҡайнаған йәштәрҙең бер-бер артлы өс ҡыҙы тыуа. Сәйҙә, Йәмилә, Сәлимә тип исем ҡушалар уларға.
Ҡайғы ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, тиҙәр: йәшләй китеп бара ялҡынлы журналист Ғәли ағай Ильясов был донъянан. Шәрифә апай башта шаңҡып ҡала: был тормоштоң ҡат­марлы юлдары бар тигәнде ишеткәйне бер мәл... Һынау тигәндәре әллә ошомо, тип баға ул өс ҡыҙ­сығының күҙҙәренә. Йәшәргә, балаларҙы аяҡ­ҡа баҫтырырға кәрәк тигән уй-ниәт менән улар Стәр­летамаҡ ҡалаһына күсенә.
Эске һыҙланыуҙарын әсәй кеше генә түгел, ҡыҙ­ҙар ҙа моң менән баҫа. Бигерәк тә Сәйҙә плас­тин­каларҙы тыңлап, уларға ҡушылып йырларға әүәҫ­ләнеп ала. Әсмә Шайморатованың тауышын үҙ итә ул. Ә 6-сы класта дауа­ханаға эләккән ҡыҙҙың палатанан сығып, баҫҡыс аҫ­тында йырлап тор­ғанын шәфҡәт туташы ишетеп ҡала. Й­ү­гертеп уны үҙҙәренең бүлмә­һенә алып инә һәм, әйҙә, беҙгә лә йырлап ишеттер, ти. Әммә бә­ләкәйҙән оял­сан Сәйҙә тамам баҙай. Кеше алдында йырлау уға серен сисеүгә тиң була. Юҡ, йырламайым, тип ҡаршы төшә һәм, үҙен кемдер тыңлап тороуҙан уңай­һыҙ­ла­нып, ­па­ла­та­һына инеп китә. “Баш­ҡорт­остан ҡы­ҙы” журналында уҡы­ғайны ла инде – баш­ҡорт ҡы­ҙы оялсан, тый­наҡ, бар эштәрҙе баш­ҡарһа ла, маҡ­тан­сыҡ түгел, тип яҙыл­ғайны.
Ғүмер буйы ва­ҡытлы мат­буғат­тан айы­ры­л­ма­ған ата-әсәһе улар­ҙы мил­ли йо­ла­лар йо­ғон­то­һонда тәрбиәләне. Юҡ, та­ныш түгел кеше ал­дында йыр­ламаясаҡ ул, ана, өйҙә, туған­дары ҡар­шы­­һына ба­ҫып концерт күрһәтеүе лә етә. Әммә үҫкән һайын Сәй­ҙә бер нәмәне ныҡ­лап аңлай башлай: ул йырһыҙ йә­шәй алмаясаҡ. Ҡыуан­һа ла, хә­үеф­­лән­һә лә, бар кисе­реш­тәре йыр булып сығырға тора бит күңе­ле­нән. Стәр­летамаҡ­та­ғы ул ва­ҡыттағы мәҙәни ағартыу тех­никумына уҡыр­ға инер­гә ниәт­ләй, әммә әсәһе ҡар­шы төшә: юғары белемгә ын­тыл, ижад менән мауы­ғып, йә шәхси тормо­шоңдо онотоп ҡу­йырһың, ти ул. “Әсә­йем беҙҙең тәрбиә, белем алыуыбыҙға шул тиклем ҙур иғтибар бирҙе, хатта һәр аҙы­мыбыҙ хаҡында туғандары менән кәңәш тотто. Көндә­лек­тәремдә биологиянан, химиянан тик “5” билдәләре генә булғанын күреп, Ҡорбанғәли аға­йыбыҙ уға мине Башҡорт дәүләт университетына ба­рырға өн­дәне”, – тип хәтерләй Сәй­ҙә.Ҡәҙерле кешеһе әйт­кәс, ҡар­шы килеп буламы ни? Өс йыл рәттән инеп ҡа­рай сәмле ҡыҙ юғары уҡыу йортоноң биология факультетына... Ул арала Стәрле­та­маҡтың “Каучук” заводының медицина часында эшкә урынлаша. Шунда бер ҡыҙыҡай уның менән бәхәс­кә инә: йырлаған булаһың да ул, ә кеше алдында сығыш яһай алырһыңмы һуң? Сәменә тейеп ҡуя был һүҙ. Ниңә йырлай алмаһын, ти, атаһы ла, әсәһе лә йырсылар! Тотош заттары шул моң менән йәшәгән бит. Башҡалар алдында йыр­ламаҫҡа ул ҡыйыуһыҙ ке­ше түгел дә инде! Әле булһа үҙен ана шул рәүешле сәмләндергән ҡыҙға рәхмәтле Сәйҙә. Һүҙҙәрен дә таба белгән бит ул, кем белә, бәлки, башҡа төрлө фекер әйтелһә, ул һаман да яҡын­дары, туғандары өсөн генә йырлап йөрөр инеме икән? Хәйер, барыбер сәхнәгә сығыр ине Сәйҙә: уның йырын халыҡ ишетер, күтәреп алыр ине. Ул бит халҡы яҙмышын йырлай.
Медицина часының вокаль ан­сам­блендә ҡыҙ­ҙың һәләтен тиҙ күреп ҡа­лалар. Хатта бер мәл Өфөгә “Химиктар” мәҙәниәт һара­йына саҡыралар. Анна Герман репертуарынан “Эхо люб­ви” йы­рын башҡарған ҡыҙ­ҙың сығышы­нан һуң залда көслө алҡыштар оҙаҡ тынмай. Йәш санитаркаға кружка бүләк итеп ҡайтаралар. Өфө сәх­нәһенә тәүге юл шулай һалына.
Һәм, ниһайәт, Сәйҙә – студент. Ә ул йылдарҙа йәштәрҙең мәҙәни тормошо бик йәнле була. Тауы­шының моңло икәнен ишетеп ҡалған әхирәт­тәре уны баш­ҡаларға йырларға өндәй. Тора-бара йәш ҡыҙҙы “Шоңҡар” түңә­рәгенә осра­шыуға саҡыра­лар, һәм ул студент кон­церт­та­рының солисына әүерел­гәнен һиҙ­мәй ҙә ҡала. 1986 йылда сту­дент­тар коллективы Гер­манияға юллана. Ма­рат Тулыбаев ҡу­райҙа уй­нап, Сәйҙә халыҡ йыр­ҙары ме­нән сығыш яһап ҡайта ун­да. Аҙа­ғыраҡ “Ирән­дек” ансам­бле­нең етәк­сеһе, Баш­­­ҡорт­­ос­тан­­дың халыҡ арти­сы Екатерина Вар­ламова уны алып барыусы була­раҡ та концерт­тарға йәлеп итә. Тап ул Сәйҙәгә тәүге сәхнә хәрә­кәте дәрес­тә­рен бирә. Баш­ҡорт­остандың ат­ҡаҙанған артисы, вокал студия­һының етәксеһе Тәнзилә Кә­­римова­ға ла рәхмәт­ле йырсы: ул да бит бала саҡ хыялдарына ышаныс уята белгән.
Кейәүгә сығып, бала хәсрәтен дә кисерә был йыл­дарҙа йәш ҡатын. Әллә йәшлеге менән, әллә йыр донъяһына һыйыныу уға тәрән ҡайғыһын еңеп сығырға ярҙам итә. Р. Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында тәрбиәсе бу­лып эшләүе лә йәненә тынғылыҡ бирә, сөнки ул балаларҙы ярата. Әлегә тиклем уҡыусылары менән аралашып, дуҫ йәшәй Сәйҙә.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ойошторол­ған “Аманат” төркөмөн күптәр яҡшы хәтерләйҙер. Уның тәүге солисы Сәйҙә ине. Беренсе сығыш­тары “Аҡ тирмә”лә үтте. Милли моңға һыу­һаған халыҡ берсә илап, берсә күңел тантанаһы менән ҡаршы ала уларҙың сығыш­тарын. “Ант” төркөмө бар­лыҡҡа килгәс, улар менән дә сәхнәгә, Баш­ҡортостан буйлап гастролдәргә сыға.
“Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең сараларында ҡатнашҡан ҡурайсы егет Роберт Юлдашев килеп инә бер көн Сәй­ҙәләргә. “Һин сәнғәт институтының халыҡ йыры бүлегенә уҡырға инергә тейешһең, әйҙә, киттек Фәрит ағай Камаевҡа”, – ти ул. Көлөп ебәрә Сәйҙә – ҡапылғара бындай тәҡдим ишетеү­ҙән күңеле күтәрелеп китә уның, әммә ғәжәп­ләнеүенең сиге булмай. Күрәһең, ижадсы­ларға ана шулай үҙ ваҡытында дөрөҫ кәңәш биреп, дөрөҫ юл күрһәтеп ебәреү ҙә кәрәк. Башҡорт дәүләт универ­ситетының “Физиолог человека и животных. Учитель биологии и химии” дипломын алған белгескә тағы ла юғары белем алыу кәрәкме икән тигән шик тә уянып ҡуя. Әммә әҙерлек бүлегендә үҙен йырсы итеп танытып, ул ваҡыт­тағы Өфө дәүләт сәнғәт институтының “Халыҡ йыры” бүлегенә инеп китә.
Ә сәнғәттең арбағыс көсө уны йәнә таң ҡал­дыра: әгәр ошонда уҡырға инмәһәм, донъяның ниндәй серҙәрен белмәгән булыр инем. Әлбиттә, уҡыу еңел бирелмәй. Әммә көндәрҙең береһендә уҡытыусыһы Мәжит Алкин­дың: “Беҙҙең төркөмдө бүләләр, Сәйҙә, һин Флүрә Килде­йәровала шөғөл­ләнәсәкһең”, – тигән һүҙҙәрен ишетеп, йырсы бы­ны Күктәрҙең билдәһе тип ҡабул итә. Рәсәйҙең, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килде­йә­рова­ның моңона һәр саҡ һоҡланған ҡыҙыҡай дәртләнеп, ҡанатланып яратҡан уҡытыусыһынан һабаҡ ала. “Былар барыһы ла ҙур сәнғәт юлына ныҡлы аҙымдар яһауға тиң ине!” – тип хәтерләй ул көндәрҙе Сәйҙә.
“Халыҡ йыры” бүлеге! Үҙ эсенә күпме моң, һағыш, тарих һыйҙырған был һүҙбәйләнештең тәрәнлеген аңлау йырсының ҡанында барлығы хаҡында әйтә биреп ҡуйғайныҡ, шикелле. Сәйҙә өсөн халыҡ йырын башҡарыу – сәхнәгә сығып, йыр тексын көйләү генә түгел, ә һәр әҫәрҙең асылына төшөнөү, үҙе шул моң аша кисергән тойғо­ларын тамашасыға еткереү! Киң билдәле бул­һын­мы, әллә һирәк осрай торғанымы, әммә профессионал булараҡ, ул йыр башҡарыуҙан үҙенсәлекле сәнғәт миҙгеле ҡора.
Яратҡан концертмейстеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙан­ған артисы Елена Мороз – республикала киң билдәле музыкант. Сәйҙә уның кеүек тәрән фекерле, моңдо нескә тойған остаздары өсөн һәр саҡ Күктәргә рәхмәтле. Профессиональ­ йырҙары, баш­ҡорт шағирҙары­ның ши­ғыр­­ҙары ла уның иғтиба­ры­нан ситтә ҡалғаны юҡ. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт фи­лар­монияһының музыкаль-әҙәби лекторийында башҡорт телендәге төрлө шиғыр һәм йыр кисә­ләрен ойоштороу йолаһын да ХХI быуатта Сәйҙә тергеҙеп ебәрә. “Кәкүк сәйе”, “Ҡыл-ҡумыҙҙа та­мырҙарым сыңы”, “Күңелем – ҡурай”, ҡурайға ар­налған айырым концерт – былар барыһы ла уның күңеле һәм илһамы емеше. Филармония етәк­селәренең һәр ижади идеяны хуплап йәки үҙҙәре тәҡдим итеп ойоштороуҙары ла маҡтауға лайыҡ. Бөгөн дә йыр сәнғәте хаҡында төп һүҙҙе Х. Әх­мәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармони­яһы әйтергә тейеш! Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡурай кон­церты үтеп китеп күпмелер ваҡыт уҙғандан һуң, афишаға ҡарап, Сәйҙә үҙе таң ҡала. Баҡ­тиһәң, был байрам тап атаһының тыуған көнөндә ойош­торолған икән. Был да үҙенә күрә Күктәрҙең ишараһы, йә иһә ҡыҙының сәнғәт юлын һайла­уына атаһы фатихаһы түгелме икән? Шундай ҡыйыу, ярһыу, рухлы булған тип хәтерләйҙәр Ғәли ағай­ҙы. Сәйҙәнең бөгөнгө уңыштарына ул һис шикһеҙ ҡыуаныр ине. Бәлки, шатланалыр ҙа, беҙ генә күрмәйбеҙ. Әммә атаһының рухи терәк икәнлеген, уларҙы тойғанын яҡшы һиҙә Сәйҙә. “Әсәйемә мең рәхмәтлемен! Тормоштоң һикәл­тәле юлдарын үткәндә, яҡты ҡарашы, йылы мөнәсәбәте терәк булды. Һаулыҡ, аҡ бәхеттәр теләйем уға!” – ти йырсы.
Милли көйҙәребеҙҙең халыҡҡа, замана тама­шасы­һына барып етеүен тәьмин итеү эше – ошо ижад усағы иңендә. Мәскәүҙә Мәҙәниәт, сәнғәт, туризм хеҙмәткәр­ҙәрен ҡайтанан әҙерләү акаде­мияһында ла һәр ха­лыҡтың милли асылы донъяуи сәнғәт өсөн иң ҙур ҡаҙаныш булыуы хаҡын­да фекерҙәрҙе йыш ишетте Сәйҙә. Уҡы­тыусыһы, данлыҡлы Александр Рубб был хаҡта ҡабатларға ярата ине. Эйе, бынау хәтлем зәһәр заман елдәре иҫкәндә һәр милләткә үҙ йөҙөн һаҡлап алып ҡалыу ҙа еңел түгел һымаҡ, әммә тамырҙарына тоғро ҡалған һәр халыҡ ҡына түгел, һәр кеше лә имәндәй шауларында һис шикләнмәй Сәйҙә.
Рәсәйҙең Силәбе, Ырымбур, Пермь, Ҡурған кеүек төбәктәрендә йәшәүсе милләт­тәш­тәре­беҙ­ҙең милли байрамға нигеҙ­лән­гән сығыштарын Өфөлә сәхнәләштереү бәхете тейә Сәйҙә Илья­соваға. “Мәҙәниәт министрлы­ғынан ошо проект­тарҙы тап миңә ышанып тап­шырғандарына сикһеҙ рәх­мәтлемен, сөнки рес­пуб­ликанан ситтә йәшәгән халҡыбыҙ вәкил­дәре хаҡында бик күп мәғлүмәт белдем, милләте­беҙ баҡсаһында үҫмәгән, әммә үҙ йәмен һаҡлаған гөлләмәгә юлыҡҡандай булдым. Ҡайҙа ғына ишетһәм дә, башҡорт йырҙарынан батырлыҡ рухы бөркөлә”, – тип кисерештәре менән уртаҡлашты йырсы-режиссер.
Бөгөн Сәйҙәнең ғаиләһендә ике ҡыҙ үҫә – Дилбәр Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алһа, Ғәлиә мәктәптә уҡый. Улар икеһе лә йырлай. Ана бит, кем белә, бәлки, улар ҙа, әсәләре кеүек, үҙҙәренән генә тәғәйен йыр юлы менән ха­лыҡ күңеленә атлар. Бер нәмә генә эсте бо­шор­ғандай, сөнки ошо йәмғиәттә, ошо дә­үерҙә йә­шәгәс, уның ҡанундары менән килешмәй булмай. Күптән халыҡ йырҙарын башҡарыусы була­раҡ танылған Сәйҙә Ильясованың халыҡ артисы тигән даны рәсмиләштерелеп тә ҡуйһа ине ул. Интернетҡа инеп уның хаҡында мәғлүмәт эҙләй башлаһаң, ҡыҙыҡ хәлгә тарыйһың. Халыҡ артисы Сәйҙә Ильясова тигән яҙма­ларҙы уҡып, ирек­һеҙҙән йылмайып ебәрәһең, сөнки күптәр уның был мәртәбәле исеме бар тип уйлай. Батыр халҡы­быҙ­ҙың азатлыҡ рухын сағылдырған йырҙар башҡара ул. Киләсәктә исем биргәндәрен ишетеп ҡы­уанырға яҙһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780