Сәйҙәнең, йырлағандағы һымаҡ, сылтыратып көлөп ебәреүен үҙ иткән мин генә түгелдер. Тауышының сафлығы, моңо күңеленең тәрәнлегенән киләлер, моғайын. Бергә төрлө сараларҙа ҡатнашҡан, сәфәрҙәрҙә йөрөгән бар, тик Сәйҙә Ильясова хаҡында бер ҙә яҙғаным юҡ икән. Талантлы замандашым хаҡында күңелем түренән сыҡҡан һүҙҙәремде һөйләйем.“Башҡортостан” гәзите өсөн үҙ кеше Сәйҙә – ошо баҫманың ҡыҙы, тиһәң дә була хатта. Билдәле ҡурайсы, көрәшсе, гәзитебеҙҙең үҙ хәбәрсеһе Ғәли Ильясовтың өлкән балаһы ул. Әсәһе – Федоровка районының Оло Сытырман ауылы ҡыҙы Шәрифә апай ҙа йыр-моңға әүәҫ, музыканттар нәҫеленән. Шуға күрә ҡыҙыҡай ҡасан йырлай башлағанын хәтерләмәй ҙә тиерлек. Сөнки өйҙәрендә һәр саҡ моң ағылып тора: йә атаһы йырлай, йә ҡурайҙа уйнай, әле әсәһе моңдарын һуҙа, радио, телевидение аша ла тик туған көйҙәр ағыла. Ошондай мөхиттә үҫеп, халыҡ ижадына ғашиҡ булмау мөмкинме һуң? Бәлки, әммә ҡаныңда батырҙар йыры аҡҡанда, бар булмышың туған моңдарға ынтылғанда, сәнғәт донъяһына табан атламау үҙе гонаһ булыр ине. Ана бит Миңзифа өләсәһе хаҡында әле булһа хәтерләүселәр бар: Нөгөштә һал ағыҙғанда йәш ҡатын йырлап ебәрһә, бөтөн тирә-яҡ моңға күмелә, имеш. Ауыр эшен онотоп барыһы ла, Миңзифа, тағы бер йырла әле, әллә һин, әллә һандуғас һайраны, тиҙәр икән. “Һандуғас”, “Азамат”, “Сибай”, “Зөлхизә” кеүек халыҡ йырҙарын күңеленә һалып башҡарған йәш ҡатын, йылдар үткәс, ейәнсәренә лә моңон тапшырыр. Ә уның әкиәттәре, әйтерһең, әллә ниндәй мөғжизәле илдәргә әйҙәй, ғәжәйеп ҡитғаларға саҡыра.
Ғәли ағай менән Шәрифә апай Күмертау ҡалаһындағы халыҡ театрында танышҡан. Икеһе лә йыр-моңға әүәҫ зат өсөн, әйтерһең, сәхнә үҙе осраштырыр күпер булған. Ғашиҡ булып, яратышып өйләнешкән улар. “Салауат” спектаклендә Ғәли ағай төп ролде башҡара, ә уның һөйгәне был ваҡытта тәүге сабыйҙарына ауырлы була. Урғып торған хис донъяһында ҡайнаған йәштәрҙең бер-бер артлы өс ҡыҙы тыуа. Сәйҙә, Йәмилә, Сәлимә тип исем ҡушалар уларға.
Ҡайғы ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, тиҙәр: йәшләй китеп бара ялҡынлы журналист Ғәли ағай Ильясов был донъянан. Шәрифә апай башта шаңҡып ҡала: был тормоштоң ҡатмарлы юлдары бар тигәнде ишеткәйне бер мәл... Һынау тигәндәре әллә ошомо, тип баға ул өс ҡыҙсығының күҙҙәренә. Йәшәргә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк тигән уй-ниәт менән улар Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсенә.
Эске һыҙланыуҙарын әсәй кеше генә түгел, ҡыҙҙар ҙа моң менән баҫа. Бигерәк тә Сәйҙә пластинкаларҙы тыңлап, уларға ҡушылып йырларға әүәҫләнеп ала. Әсмә Шайморатованың тауышын үҙ итә ул. Ә 6-сы класта дауаханаға эләккән ҡыҙҙың палатанан сығып, баҫҡыс аҫтында йырлап торғанын шәфҡәт туташы ишетеп ҡала. Йүгертеп уны үҙҙәренең бүлмәһенә алып инә һәм, әйҙә, беҙгә лә йырлап ишеттер, ти. Әммә бәләкәйҙән оялсан Сәйҙә тамам баҙай. Кеше алдында йырлау уға серен сисеүгә тиң була. Юҡ, йырламайым, тип ҡаршы төшә һәм, үҙен кемдер тыңлап тороуҙан уңайһыҙланып, палатаһына инеп китә. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында уҡығайны ла инде – башҡорт ҡыҙы оялсан, тыйнаҡ, бар эштәрҙе башҡарһа ла, маҡтансыҡ түгел, тип яҙылғайны.
Ғүмер буйы ваҡытлы матбуғаттан айырылмаған ата-әсәһе уларҙы милли йолалар йоғонтоһонда тәрбиәләне. Юҡ, таныш түгел кеше алдында йырламаясаҡ ул, ана, өйҙә, туғандары ҡаршыһына баҫып концерт күрһәтеүе лә етә. Әммә үҫкән һайын Сәйҙә бер нәмәне ныҡлап аңлай башлай: ул йырһыҙ йәшәй алмаясаҡ. Ҡыуанһа ла, хәүефләнһә лә, бар кисерештәре йыр булып сығырға тора бит күңеленән. Стәрлетамаҡтағы ул ваҡыттағы мәҙәни ағартыу техникумына уҡырға инергә ниәтләй, әммә әсәһе ҡаршы төшә: юғары белемгә ынтыл, ижад менән мауығып, йә шәхси тормошоңдо онотоп ҡуйырһың, ти ул. “Әсәйем беҙҙең тәрбиә, белем алыуыбыҙға шул тиклем ҙур иғтибар бирҙе, хатта һәр аҙымыбыҙ хаҡында туғандары менән кәңәш тотто. Көндәлектәремдә биологиянан, химиянан тик “5” билдәләре генә булғанын күреп, Ҡорбанғәли ағайыбыҙ уға мине Башҡорт дәүләт университетына барырға өндәне”, – тип хәтерләй Сәйҙә.Ҡәҙерле кешеһе әйткәс, ҡаршы килеп буламы ни? Өс йыл рәттән инеп ҡарай сәмле ҡыҙ юғары уҡыу йортоноң биология факультетына... Ул арала Стәрлетамаҡтың “Каучук” заводының медицина часында эшкә урынлаша. Шунда бер ҡыҙыҡай уның менән бәхәскә инә: йырлаған булаһың да ул, ә кеше алдында сығыш яһай алырһыңмы һуң? Сәменә тейеп ҡуя был һүҙ. Ниңә йырлай алмаһын, ти, атаһы ла, әсәһе лә йырсылар! Тотош заттары шул моң менән йәшәгән бит. Башҡалар алдында йырламаҫҡа ул ҡыйыуһыҙ кеше түгел дә инде! Әле булһа үҙен ана шул рәүешле сәмләндергән ҡыҙға рәхмәтле Сәйҙә. Һүҙҙәрен дә таба белгән бит ул, кем белә, бәлки, башҡа төрлө фекер әйтелһә, ул һаман да яҡындары, туғандары өсөн генә йырлап йөрөр инеме икән? Хәйер, барыбер сәхнәгә сығыр ине Сәйҙә: уның йырын халыҡ ишетер, күтәреп алыр ине. Ул бит халҡы яҙмышын йырлай.
Медицина часының вокаль ансамблендә ҡыҙҙың һәләтен тиҙ күреп ҡалалар. Хатта бер мәл Өфөгә “Химиктар” мәҙәниәт һарайына саҡыралар. Анна Герман репертуарынан “Эхо любви” йырын башҡарған ҡыҙҙың сығышынан һуң залда көслө алҡыштар оҙаҡ тынмай. Йәш санитаркаға кружка бүләк итеп ҡайтаралар. Өфө сәхнәһенә тәүге юл шулай һалына.
Һәм, ниһайәт, Сәйҙә – студент. Ә ул йылдарҙа йәштәрҙең мәҙәни тормошо бик йәнле була. Тауышының моңло икәнен ишетеп ҡалған әхирәттәре уны башҡаларға йырларға өндәй. Тора-бара йәш ҡыҙҙы “Шоңҡар” түңәрәгенә осрашыуға саҡыралар, һәм ул студент концерттарының солисына әүерелгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. 1986 йылда студенттар коллективы Германияға юллана. Марат Тулыбаев ҡурайҙа уйнап, Сәйҙә халыҡ йырҙары менән сығыш яһап ҡайта унда. Аҙағыраҡ “Ирәндек” ансамбленең етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Екатерина Варламова уны алып барыусы булараҡ та концерттарға йәлеп итә. Тап ул Сәйҙәгә тәүге сәхнә хәрәкәте дәрестәрен бирә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, вокал студияһының етәксеһе Тәнзилә Кәримоваға ла рәхмәтле йырсы: ул да бит бала саҡ хыялдарына ышаныс уята белгән.
Кейәүгә сығып, бала хәсрәтен дә кисерә был йылдарҙа йәш ҡатын. Әллә йәшлеге менән, әллә йыр донъяһына һыйыныу уға тәрән ҡайғыһын еңеп сығырға ярҙам итә. Р. Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләүе лә йәненә тынғылыҡ бирә, сөнки ул балаларҙы ярата. Әлегә тиклем уҡыусылары менән аралашып, дуҫ йәшәй Сәйҙә.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ойошторолған “Аманат” төркөмөн күптәр яҡшы хәтерләйҙер. Уның тәүге солисы Сәйҙә ине. Беренсе сығыштары “Аҡ тирмә”лә үтте. Милли моңға һыуһаған халыҡ берсә илап, берсә күңел тантанаһы менән ҡаршы ала уларҙың сығыштарын. “Ант” төркөмө барлыҡҡа килгәс, улар менән дә сәхнәгә, Башҡортостан буйлап гастролдәргә сыға.
“Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең сараларында ҡатнашҡан ҡурайсы егет Роберт Юлдашев килеп инә бер көн Сәйҙәләргә. “Һин сәнғәт институтының халыҡ йыры бүлегенә уҡырға инергә тейешһең, әйҙә, киттек Фәрит ағай Камаевҡа”, – ти ул. Көлөп ебәрә Сәйҙә – ҡапылғара бындай тәҡдим ишетеүҙән күңеле күтәрелеп китә уның, әммә ғәжәпләнеүенең сиге булмай. Күрәһең, ижадсыларға ана шулай үҙ ваҡытында дөрөҫ кәңәш биреп, дөрөҫ юл күрһәтеп ебәреү ҙә кәрәк. Башҡорт дәүләт университетының “Физиолог человека и животных. Учитель биологии и химии” дипломын алған белгескә тағы ла юғары белем алыу кәрәкме икән тигән шик тә уянып ҡуя. Әммә әҙерлек бүлегендә үҙен йырсы итеп танытып, ул ваҡыттағы Өфө дәүләт сәнғәт институтының “Халыҡ йыры” бүлегенә инеп китә.
Ә сәнғәттең арбағыс көсө уны йәнә таң ҡалдыра: әгәр ошонда уҡырға инмәһәм, донъяның ниндәй серҙәрен белмәгән булыр инем. Әлбиттә, уҡыу еңел бирелмәй. Әммә көндәрҙең береһендә уҡытыусыһы Мәжит Алкиндың: “Беҙҙең төркөмдө бүләләр, Сәйҙә, һин Флүрә Килдейәровала шөғөлләнәсәкһең”, – тигән һүҙҙәрен ишетеп, йырсы быны Күктәрҙең билдәһе тип ҡабул итә. Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрованың моңона һәр саҡ һоҡланған ҡыҙыҡай дәртләнеп, ҡанатланып яратҡан уҡытыусыһынан һабаҡ ала. “Былар барыһы ла ҙур сәнғәт юлына ныҡлы аҙымдар яһауға тиң ине!” – тип хәтерләй ул көндәрҙе Сәйҙә.
“Халыҡ йыры” бүлеге! Үҙ эсенә күпме моң, һағыш, тарих һыйҙырған был һүҙбәйләнештең тәрәнлеген аңлау йырсының ҡанында барлығы хаҡында әйтә биреп ҡуйғайныҡ, шикелле. Сәйҙә өсөн халыҡ йырын башҡарыу – сәхнәгә сығып, йыр тексын көйләү генә түгел, ә һәр әҫәрҙең асылына төшөнөү, үҙе шул моң аша кисергән тойғоларын тамашасыға еткереү! Киң билдәле булһынмы, әллә һирәк осрай торғанымы, әммә профессионал булараҡ, ул йыр башҡарыуҙан үҙенсәлекле сәнғәт миҙгеле ҡора.
Яратҡан концертмейстеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Елена Мороз – республикала киң билдәле музыкант. Сәйҙә уның кеүек тәрән фекерле, моңдо нескә тойған остаздары өсөн һәр саҡ Күктәргә рәхмәтле. Профессиональ йырҙары, башҡорт шағирҙарының шиғырҙары ла уның иғтибарынан ситтә ҡалғаны юҡ. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийында башҡорт телендәге төрлө шиғыр һәм йыр кисәләрен ойоштороу йолаһын да ХХI быуатта Сәйҙә тергеҙеп ебәрә. “Кәкүк сәйе”, “Ҡыл-ҡумыҙҙа тамырҙарым сыңы”, “Күңелем – ҡурай”, ҡурайға арналған айырым концерт – былар барыһы ла уның күңеле һәм илһамы емеше. Филармония етәкселәренең һәр ижади идеяны хуплап йәки үҙҙәре тәҡдим итеп ойоштороуҙары ла маҡтауға лайыҡ. Бөгөн дә йыр сәнғәте хаҡында төп һүҙҙе Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы әйтергә тейеш! Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡурай концерты үтеп китеп күпмелер ваҡыт уҙғандан һуң, афишаға ҡарап, Сәйҙә үҙе таң ҡала. Баҡтиһәң, был байрам тап атаһының тыуған көнөндә ойошторолған икән. Был да үҙенә күрә Күктәрҙең ишараһы, йә иһә ҡыҙының сәнғәт юлын һайлауына атаһы фатихаһы түгелме икән? Шундай ҡыйыу, ярһыу, рухлы булған тип хәтерләйҙәр Ғәли ағайҙы. Сәйҙәнең бөгөнгө уңыштарына ул һис шикһеҙ ҡыуаныр ине. Бәлки, шатланалыр ҙа, беҙ генә күрмәйбеҙ. Әммә атаһының рухи терәк икәнлеген, уларҙы тойғанын яҡшы һиҙә Сәйҙә. “Әсәйемә мең рәхмәтлемен! Тормоштоң һикәлтәле юлдарын үткәндә, яҡты ҡарашы, йылы мөнәсәбәте терәк булды. Һаулыҡ, аҡ бәхеттәр теләйем уға!” – ти йырсы.
Милли көйҙәребеҙҙең халыҡҡа, замана тамашасыһына барып етеүен тәьмин итеү эше – ошо ижад усағы иңендә. Мәскәүҙә Мәҙәниәт, сәнғәт, туризм хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан әҙерләү академияһында ла һәр халыҡтың милли асылы донъяуи сәнғәт өсөн иң ҙур ҡаҙаныш булыуы хаҡында фекерҙәрҙе йыш ишетте Сәйҙә. Уҡытыусыһы, данлыҡлы Александр Рубб был хаҡта ҡабатларға ярата ине. Эйе, бынау хәтлем зәһәр заман елдәре иҫкәндә һәр милләткә үҙ йөҙөн һаҡлап алып ҡалыу ҙа еңел түгел һымаҡ, әммә тамырҙарына тоғро ҡалған һәр халыҡ ҡына түгел, һәр кеше лә имәндәй шауларында һис шикләнмәй Сәйҙә.
Рәсәйҙең Силәбе, Ырымбур, Пермь, Ҡурған кеүек төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең милли байрамға нигеҙләнгән сығыштарын Өфөлә сәхнәләштереү бәхете тейә Сәйҙә Ильясоваға. “Мәҙәниәт министрлығынан ошо проекттарҙы тап миңә ышанып тапшырғандарына сикһеҙ рәхмәтлемен, сөнки республиканан ситтә йәшәгән халҡыбыҙ вәкилдәре хаҡында бик күп мәғлүмәт белдем, милләтебеҙ баҡсаһында үҫмәгән, әммә үҙ йәмен һаҡлаған гөлләмәгә юлыҡҡандай булдым. Ҡайҙа ғына ишетһәм дә, башҡорт йырҙарынан батырлыҡ рухы бөркөлә”, – тип кисерештәре менән уртаҡлашты йырсы-режиссер.
Бөгөн Сәйҙәнең ғаиләһендә ике ҡыҙ үҫә – Дилбәр Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алһа, Ғәлиә мәктәптә уҡый. Улар икеһе лә йырлай. Ана бит, кем белә, бәлки, улар ҙа, әсәләре кеүек, үҙҙәренән генә тәғәйен йыр юлы менән халыҡ күңеленә атлар. Бер нәмә генә эсте бошорғандай, сөнки ошо йәмғиәттә, ошо дәүерҙә йәшәгәс, уның ҡанундары менән килешмәй булмай. Күптән халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ танылған Сәйҙә Ильясованың халыҡ артисы тигән даны рәсмиләштерелеп тә ҡуйһа ине ул. Интернетҡа инеп уның хаҡында мәғлүмәт эҙләй башлаһаң, ҡыҙыҡ хәлгә тарыйһың. Халыҡ артисы Сәйҙә Ильясова тигән яҙмаларҙы уҡып, ирекһеҙҙән йылмайып ебәрәһең, сөнки күптәр уның был мәртәбәле исеме бар тип уйлай. Батыр халҡыбыҙҙың азатлыҡ рухын сағылдырған йырҙар башҡара ул. Киләсәктә исем биргәндәрен ишетеп ҡыуанырға яҙһын!