Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡанаттарың талмаһын, “Аҡбуҙат”!
Ҡанаттарың  талмаһын, “Аҡбуҙат”! Ҡыҙыл келәм буйлап үтеү – һәр кино фестиваленең йолаһы. Ана, Куба, Иран, Татарстан, Үзбәкстан вәкилдәре килә. Уларҙы Рәсәйҙең билдәле кино сәнғәте вәкилдәре алыштыра, Башҡортостан артистары мәртәбәле атлап уҙа. Шәп башланып китте “Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник фестивале: рух күтәренкелеге, профессиональ әҙерлек, халыҡ-ара кимәл тойолдо!
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Салауат Сәғитов, кино фестивален асып, сарала ҡатна­шыу­- ­сыларға Президент Рөстәм Хәми­тов­тың ҡотлау һүҙҙә­рен еткерҙе. “Ҡа­нат­лы ат Йыһан буйлап донъя гиҙ­гән кеүек, беҙҙең “Аҡбуҙат” та юғары осһон, бейеклектәр яу­ла­һын!” – тиелә унда. Салауат Тәл­ғәт улы исеме донъяға бил­дәле оператор, заманында Ю. Га­гариндың Йыһандан осоп ҡай­тыуын, ядро ҡоралын тик­­шереүҙәрен киноға төшөргән Мәхмүт Мөхәмәтйән улы Рафиҡовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Медин­скийҙың ҡотлау хаты ла уҡып ишеттерелде. Әйткәндәй, Мәхмүт Рафиҡов — беҙҙең яҡташыбыҙ, 1924 йылда Башҡортостанда тыуған. Операторлыҡ хеҙмәте өсөн “Ника” премияһына ла лайыҡ булған шәхес. Залда ултырыусылар Мәхмүт Мөхәмәтйән улын аяғүрә тороп алҡышланы!
Рәсәйҙә киң билдәле актриса Ольга Кабо менән башҡорт егете Таһир Вахитов тантананы бик дәртле, йәнле итеп алып барҙы. “Һәр халыҡ үҙенсә ҡунаҡ­сыл, ә бына башҡорттарҙың ҡунаҡ­сыллығы ха­ҡын­да ле­гендалар яҙыр­лыҡ!” – тине Оль­га, хис-той­ғола­рын йәшер­мәйенсә. Эйе, ул Азат Биксурин ҡырҡып алып уйна­ған ҡурайға ла, “Ми­раҫ” ан­самб­ленең сы­ғышына ла таң ҡалды! Башҡорт дәү­ләт опера һәм балет театры ар­тиста­ры­ның, “Сура­ман” эт­но-төркөмө, “Шат­лыҡ” бал бейеүҙәре халыҡ ансам­бленең сығыш­тары – былар ба­рыһы ла тамашасыға иҫ киткес тәьҫир итте. Скрипкасы, 1996 йылда фильм-әкиәттә Аҡбуҙатты эҙләгән Сыңғыҙ Ханнанов үҙенең виртуозлығы менән залдағыларҙың күңелен яуланы.
“Ҡыҙыл келәм” кемгә дан килтерер? Ә инде сәхнәгә бер-бер артлы дан­лыҡлы жюри ағзалары күтәрелә баш­лағас, сараның профессиональ кимәле тағы ла асыла төшкәндәй булды. Актер, режиссер Шәүҡәт Абдусәлимов, актер, йәмәғәт эшмәкәре Давлат Худоназаров, артист, Европа кино­академияһы ағзаһы Актан Арым Кубат, кинодраматург, профессор Одельша Агишев милли һәм этник кино фестиваленең әһәмиәте, халыҡтарҙың мәҙәниәт аша бер-береһенең рухи донъяһына юл һалыуы хаҡында һөйләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 610

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 678

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578