Ҡыҙыл келәм буйлап үтеү – һәр кино фестиваленең йолаһы. Ана, Куба, Иран, Татарстан, Үзбәкстан вәкилдәре килә. Уларҙы Рәсәйҙең билдәле кино сәнғәте вәкилдәре алыштыра, Башҡортостан артистары мәртәбәле атлап уҙа. Шәп башланып китте “Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник фестивале: рух күтәренкелеге, профессиональ әҙерлек, халыҡ-ара кимәл тойолдо!Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, кино фестивален асып, сарала ҡатнашыу- сыларға Президент Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. “Ҡанатлы ат Йыһан буйлап донъя гиҙгән кеүек, беҙҙең “Аҡбуҙат” та юғары осһон, бейеклектәр яулаһын!” – тиелә унда. Салауат Тәлғәт улы исеме донъяға билдәле оператор, заманында Ю. Гагариндың Йыһандан осоп ҡайтыуын, ядро ҡоралын тикшереүҙәрен киноға төшөргән Мәхмүт Мөхәмәтйән улы Рафиҡовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың ҡотлау хаты ла уҡып ишеттерелде. Әйткәндәй, Мәхмүт Рафиҡов — беҙҙең яҡташыбыҙ, 1924 йылда Башҡортостанда тыуған. Операторлыҡ хеҙмәте өсөн “Ника” премияһына ла лайыҡ булған шәхес. Залда ултырыусылар Мәхмүт Мөхәмәтйән улын аяғүрә тороп алҡышланы!
Рәсәйҙә киң билдәле актриса Ольга Кабо менән башҡорт егете Таһир Вахитов тантананы бик дәртле, йәнле итеп алып барҙы. “Һәр халыҡ үҙенсә ҡунаҡсыл, ә бына башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы хаҡында легендалар яҙырлыҡ!” – тине Ольга, хис-тойғоларын йәшермәйенсә. Эйе, ул Азат Биксурин ҡырҡып алып уйнаған ҡурайға ла, “Мираҫ” ансамбленең сығышына ла таң ҡалды! Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистарының, “Сураман” этно-төркөмө, “Шатлыҡ” бал бейеүҙәре халыҡ ансамбленең сығыштары – былар барыһы ла тамашасыға иҫ киткес тәьҫир итте. Скрипкасы, 1996 йылда фильм-әкиәттә Аҡбуҙатты эҙләгән Сыңғыҙ Ханнанов үҙенең виртуозлығы менән залдағыларҙың күңелен яуланы.
“Ҡыҙыл келәм” кемгә дан килтерер? Ә инде сәхнәгә бер-бер артлы данлыҡлы жюри ағзалары күтәрелә башлағас, сараның профессиональ кимәле тағы ла асыла төшкәндәй булды. Актер, режиссер Шәүҡәт Абдусәлимов, актер, йәмәғәт эшмәкәре Давлат Худоназаров, артист, Европа киноакадемияһы ағзаһы Актан Арым Кубат, кинодраматург, профессор Одельша Агишев милли һәм этник кино фестиваленең әһәмиәте, халыҡтарҙың мәҙәниәт аша бер-береһенең рухи донъяһына юл һалыуы хаҡында һөйләне.