Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыбыҙ таланттарына хайран ҡалырлыҡ
“Башҡортос­тан” гәзите Мәҙәниәт йылына арнап “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ойошторған “Талантлыны данлай “Башҡортос­тан” интернет-конкурсына 300-гә яҡын аудио-видео яҙма ҡабул ителде. Халҡыбыҙҙың сикһеҙ талантына хайран ҡалырлыҡ! Ә инде йыл аҙағында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Уҡыу театрында сарала еңеп сыҡҡан халыҡ ынйылары йыйылды.
“Иң оҫта йырсы”, “Иң оҫта бейеүсе”, “Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы”, “Иң оҫта композитор”, “Иң яҡшы фольклор ансамбле” номинацияларында талант эйәләре Өфө сәхнәһендә үҙ һә­лә­тен күрһәтте. Уларҙы ҡотларға Башҡор­тос­тандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге вәкилдәре, билдәле яҙыусылар, сәнғәт әһелдәре килде.
Был үҙенсәлекле конкурста 1-се урынды түбәндәгеләр яуланы:
“Иң оҫта йырсы” – Әбйәлил районынан Фәрзәнә Ғайсина;
“Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы” – Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан “Бужан” инструменталь дуэты;
“Иң оҫта бейеүсе” – Әбйәлил районының Асҡар ауылынан “Урал ҡыҙҙары” бейеү ансамбле (етәксеһе – Мәҙинә Ибраһимова);
“Иң оҫта композитор” – Ишембай ҡалаһынан Нәсимә Әминева;
“Иң яҡшы фольклор ансамбле” – Баймаҡ райо­нының Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Хәсә­новтарҙың ғаилә фольклор ансамбле.
“Иң шәп мәҡәлә” номинацияһында еңгән авторҙы ла билдәләне баһалама ағзалары. Ул – “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова. Ә инде “Тамашасы һөйөүе”н Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылынан Фатима Һибәтова яуланы. “Өмөт” бүләге Баймаҡ райо­нының Билал ауылынан һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлетовҡа тапшырылды.
Афарин, таланттар! Һеҙҙең һүнмәҫ рухығыҙ, һүрелмәҫ моңоғоҙ менән һуғарылып йәшәй халҡыбыҙ! Киләсәктә лә ҙур мәҙәни-әҙәби сараларҙа осрашырға насип булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780