Халҡыбыҙ таланттарына хайран ҡалырлыҡ26.12.2014
“Башҡортостан” гәзите Мәҙәниәт йылына арнап “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ойошторған “Талантлыны данлай “Башҡортостан” интернет-конкурсына 300-гә яҡын аудио-видео яҙма ҡабул ителде. Халҡыбыҙҙың сикһеҙ талантына хайран ҡалырлыҡ! Ә инде йыл аҙағында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Уҡыу театрында сарала еңеп сыҡҡан халыҡ ынйылары йыйылды.
“Иң оҫта йырсы”, “Иң оҫта бейеүсе”, “Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы”, “Иң оҫта композитор”, “Иң яҡшы фольклор ансамбле” номинацияларында талант эйәләре Өфө сәхнәһендә үҙ һәләтен күрһәтте. Уларҙы ҡотларға Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге вәкилдәре, билдәле яҙыусылар, сәнғәт әһелдәре килде.
Был үҙенсәлекле конкурста 1-се урынды түбәндәгеләр яуланы:
“Иң оҫта йырсы” – Әбйәлил районынан Фәрзәнә Ғайсина;
“Музыка ҡоралында иң оҫта уйнаусы” – Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан “Бужан” инструменталь дуэты;
“Иң оҫта бейеүсе” – Әбйәлил районының Асҡар ауылынан “Урал ҡыҙҙары” бейеү ансамбле (етәксеһе – Мәҙинә Ибраһимова);
“Иң оҫта композитор” – Ишембай ҡалаһынан Нәсимә Әминева;
“Иң яҡшы фольклор ансамбле” – Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Хәсәновтарҙың ғаилә фольклор ансамбле.
“Иң шәп мәҡәлә” номинацияһында еңгән авторҙы ла билдәләне баһалама ағзалары. Ул – “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова. Ә инде “Тамашасы һөйөүе”н Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылынан Фатима Һибәтова яуланы. “Өмөт” бүләге Баймаҡ районының Билал ауылынан һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлетовҡа тапшырылды.
Афарин, таланттар! Һеҙҙең һүнмәҫ рухығыҙ, һүрелмәҫ моңоғоҙ менән һуғарылып йәшәй халҡыбыҙ! Киләсәктә лә ҙур мәҙәни-әҙәби сараларҙа осрашырға насип булһын!