Ҡала юлынан елдереп килгән берәү ауыл эргәһендәге тау итәгендәрәк машинаһын туҡтатты ла, һарысай ғына көсөктө төшөрөп, йәһәт кенә кире боролдо. Йорт-ҡураһын сит-яттан һаҡларға ауыл кешеһенә кәрәк булыр, берәйһе эйәләштерер әле, тигәндер, күрәһең.
Яңы ерҙә еҫкәнеп, көсөк тегеләй ҙә былай байтаҡ йөрөнө лә йәм-йәшел сирәмдә һап-һары бәпкәләрен әйҙәгән ҡаҙҙар янына барып сыҡты. Ата ҡаҙ, ҡанаттарын ҡағып, бар көсөнә ҡаңғылдап ят йән эйәһенә ташланды һәм уны, бындай һөжүмде белмәгән үә көтмәгән йән эйәһен, һөйәк томшоғо менән бик ҡаты суҡыны. Йомшаҡ тәне сәңгеүҙән әсе сәңкелдәп, һарысай артҡа шылды. Ата ҡаҙ иһә, мин ниндәй ҡыйыу, һеҙҙе ҡандай яуыздан аралап, уның ҡотон алдым тип инә ҡаҙ менән бәпкәләре алдында маҡтанды, кәперәйеп, ҡаңҡ та ҡаңҡ килде.
Бында һәр яҡта, һәр мөйөштә уҫаллыҡ һағалап торғандай ҙа. Үҙенә ризыҡ табып, уны ҡомһоҙланып һоғонған эт, йәғни ҡан-ҡәрҙәш, өҫкә ташланмаһа ла, ырылдап, асыу белдереп ыржайҙы. Уның йәмһеҙ ауыҙын, осло тештәрен, аҡайған күҙҙәрен күреп, меҫкенкәй тиҙ генә ситкә янтайҙы ла ҡапҡа аҫтынан эргәләге ихатаға барып керҙе. Тауыҡ себештәренә һөткә иҙелгән боламыҡ ашатып торған ҡатын һарысайҙы күреп ҡалыу менән яр һалып, ваҡ таш бәрергә тотондо, береһе ҡолаҡ төбөнә килеп тейҙе. Был йәмле ерҙә этлек артынан этлек күргәндең тәне лә, йәне лә һыҙланы.
Өй алдында ятҡан йыуан бүрәнә өҫтөндә ғәмһеҙ генә тәмәке көйрәтеп ҡаршылағы тауҙарға бағып ултырған ҡаҡса кәүҙәле, һыҙылып киткән ҡара мыйыҡлы йәш ирҙең кемдер ҡулын ялағас, ул тертләп, һиҫкәнеп китте. Ҡараһа – иҫ китмәле ҡупшы, һарысай көсөк!
– Бәс, әллә ер ярығынан килеп сыҡтыңмы? Күрмәй ҙә торам. – Әҙәм заты, ғәжәпләнеп, уның башынан, арҡаһынан һыйпаны. Һарысай рәхәтлек кисерҙе, һыҙлаған ҡолағы бер аҙ баҫылғандай булды. – Йортобоҙға “уау-уау” кәрәк ине, бына үҙең эҙләп таптың, йомроҡай, – тип яғымлы ғына өндәште, ҡулына алып, йәнә-йәнә иркәләне. Мәңге онотмаҫлыҡ итеп тойҙо был наҙҙы һарысай. Мәрхәмәтле кеше иһә, уны ҡосағынан төшөрмәгән килеш, өйөнә инеп, туҫтаҡҡа һөт ҡойоп, әпәй һалып алып сыҡты ла алдына ҡуйҙы:
– Ҡыйынһынма, эс әйҙә, эс, аша, асыҡҡанһыңдыр. Һөт тәмле, шифалы, йәһәт үҫеп китерһең. Бәй, һинең исемең дә юҡ бит әле. Ниндәй исем ҡушайыҡ икән?.. Ауыл тулы Алабай, Ҡарабай. Аҡтүш бул... Юҡ, түшең аҡ түгел. Мохтар... Юҡ, Мохтар ағай асыуланыр, исемемде этенә ҡушҡан тип. Һа-а-й, иҫәүән, һин һарысай ҙа инде...
Яңы хужаһының уның менән ихлас һөйләшеүенә, йылы тойғоларына яуап итеп, көсөк тә шат сәңкелдәне. Уның тауышын ишетеп, күҙе шарҙай булып, бер малай йүгереп килде.
– Ҡалай матур!.. Атай, ҡайҙан алдың уны?
– Алманым. Үҙе килеп тапты беҙҙе. Ниндәй исем ҡушайым, тип аптырап торам бына. Һарысайға туҡталдым.
– Һарысай, Һоросай... Атай, ул бесәй түгел дә инде. Ана, телевизорҙан диңгеҙ буйында үҫкән пальманы гел күрһәтәләр.
– Күргәнем бар. Аҫтында бер ҡатын һушы китеп, баунти ашап ята.
– Нәҡ шул. Мәңге йәшел көньяҡ ағасы. Ул миңә бик оҡшай. Этем булһа, шул исемде ҡушыр инем, тип уйлағайным.
– Пальма, тиң инде. Пальма.. Ағас атамаһы эткә килешер микән?..
– Ниңә килешмәһен, ти, килешер. Һәләк матур яңғырай. Уҡытыусыбыҙ хөрмә, кокос пальмаһы, май бирә торғандары ла була, ти.
– Хөрмә йә Кокос тигән исем ҡушһаҡ, иш-ш-еү ҙә татлыраҡ. – Ир иһаһайлап көлөп ебәрҙе.
– Атай... Көлмә инде...
– Ярай, ярай, һинеңсә, Пальма булһын.
– Йә, Пальма, һаумы! Мин һине оҙаҡ көттөм, – тип, малай көсөктөң тәпәйен тотто. – Әйҙә, танышайыҡ, минең исемем – Илһам, атайымдыҡы – Иршат.
Илһам ошондай дуҫы барлыҡҡа килеүгә ифрат та ҡыуанды, тағы ла дәртлерәк, дарманлыраҡ малайға әйләнде, Пальмаһына туҡтауһыҙ һөт эсерҙе, телем-телем икмәк ашатты, ит-аштан да өҙмәне, нисек һыйларға белмәне. Көсөк, әкиәттәге батырҙай, ай үҫәһен көн үҫте.
Каникулға сығып, ҡаланан Илһамдың һигеҙенсене бөткән, ауылды өҙөлөп һағынған ике туған апаһы Рәйлә лә килеп төштө. Ул да ҡош-ҡортто хуш күрә. Инде көноҙоно бергәләп мәж булалар. Аралашырға, уйнарға яратҡан Пальма эргәләрендә урала, һырғалана, борғолана, аяҡ араһында бутала, ырғый, һикерә, төрлөсә ҡылана. Йыуан ҡайын артына йәшенһәләр, эҙләп таба ла, ҡыуанып, ләззәтләнеп өрә. Аш табылыу – бер бәхет, иш табылыу – мең бәхет тигәндәй, үҙен әллә ни иткән иш-ҡуштары менән бик бәхетле Пальма.
Йәйге селлә айҙары үтеп, һарыса айы яҡынлашҡас, Рәйлә ҡалаға ҡайтып китте. Пальманы һағынып, ата-әсәһе йыш йөрөүҙе тыйыуға ҡарамай, шәмбе көн ауылға һыпырта. Эт тә уның ҡайтырын һәр саҡ тойоп, ҡапҡа алдына сығып, ҡыҙҙы көтөп ала ла ҡосағына ташлана. Шулай бер-береһен юҡһынышып, ниһайәт, оҙон ҡыштың да ахыры етте.
Йәшел миҙгел – йәннәт, хөрриәт! Рәйлә Илһамды эйәртеп, ҡыр-урманға ашҡына, сәскәләргә баға, ҡайын еләге йыя. Пальма уларҙан бер тотам да ҡалмай. Эҫелә бешегеп, һыу төшәләр, туйғансы йөҙәләр. Пальма ла әллә нисә мәртәбә сумып сыға. Кистәрен киноға, уйынға барһалар, уларҙы оҙата, көтөп алып ҡайта. Бер генә һөмһөҙ ҙә Рәйлә һылыуға яҡынлаша, бәйләнә алмай, “һаҡсы”һынан шыртлай. Әҙәплеләрҙе, изгеләрҙе генә яҡын итә шул Пальма, әрһеҙ-оятһыҙҙарҙы шайтан һымаҡ күрә.
Бәхетлеләргә иһә ваҡыттың үткәне лә тойолмай, шулай йәй уртаһы ла етте. Һис тә эштән, көндәлек мәшәҡәттәрҙән, ығы-зығынан бушамаған Иршат ағай:
– Бер көн йылды туйҙыра торған мәл. Үлән өлгөрҙө, көндәр ҙә салт аяҙ тора, иртәгә бесәнгә төшәбеҙ, иртәрәк ятып йоҡлағыҙ, – тине.
Һай, йәмле лә инде Уралыбыҙҙың тәбиғәте: йөҙ төрлө сәскә хуш еҫ бөркә, ер еләге күҙҙе ҡыҙҙыра, бал ҡорттары безелдәшеп оса, һут йыя, күңелдәрҙе моңландырып, ҡоштар серләшә. Йәннәт... Ошо хозурлыҡтан илаһиланып, сихәтләнеп, бесәнселәр көйләп-йырлап ебәрә. Пальма ла ләү-ләү итеп ала. Илһам, бәләкәйерәк булғас, бөжәктәрҙе, иләүҙә ҡырмыҫҡаларҙың мәж килеүен, ҡайынға үрмәләүен күҙәтә, ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе ҡапҡылай. Бына кинәнесле тауышы яңғыраны:
– Рәйлә апай, кил, кил, сейә таптым!
(Аҙағы бар).