Пальма23.12.2014
Ҡала юлынан елдереп килгән берәү ауыл эргәһендәге тау итәгендәрәк машинаһын туҡтат­ты ла, һарысай ғына көсөктө төшөрөп, йәһәт кенә кире боролдо. Йорт-ҡураһын сит-яттан һаҡларға ауыл кешеһенә кәрәк булыр, берәйһе эйәләштерер әле, тигән­дер, күрәһең.
Яңы ерҙә еҫкәнеп, көсөк тегеләй ҙә былай байтаҡ йөрөнө лә йәм-йәшел сирәмдә һап-һа­ры бәпкәләрен әйҙәгән ҡаҙҙар янына барып сыҡты. Ата ҡаҙ, ҡанат­тарын ҡағып, бар көсөнә ҡаңғыл­дап ят йән эйәһенә ташланды һәм уны, бындай һөжүмде белмәгән үә көтмәгән йән эйәһен, һөйәк томшоғо менән бик ҡаты су­ҡы­ны. Йомшаҡ тәне сәңгеүҙән әсе сәңкелдәп, һа­ры­сай артҡа шылды. Ата ҡаҙ иһә, мин нин­дәй ҡы­йыу, һеҙҙе ҡандай яуыздан аралап, уның ҡо­тон алдым тип инә ҡаҙ менән бәп­кәләре алдында маҡтанды, кәперәйеп, ҡаңҡ та ҡаңҡ килде.
Бында һәр яҡта, һәр мөйөштә уҫал­лыҡ һағалап торғандай ҙа. Үҙенә ризыҡ табып, уны ҡомһоҙланып һоғонған эт, йәғни ҡан-ҡәрҙәш, өҫкә ташланмаһа ла, ырылдап, асыу белдереп ыржайҙы. Уның йәмһеҙ ауыҙын, осло теш­тәрен, аҡайған күҙҙәрен күреп, меҫкенкәй тиҙ генә ситкә янтайҙы ла ҡапҡа аҫтынан эргәләге ихатаға барып керҙе. Тауыҡ себештәренә һөт­кә иҙелгән боламыҡ ашатып торған ҡатын һарысайҙы күреп ҡалыу менән яр һалып, ваҡ таш бәрергә тотондо, береһе ҡолаҡ төбөнә килеп тей­ҙе. Был йәмле ерҙә этлек артынан этлек күргәндең тәне лә, йәне лә һыҙланы.
Өй алдында ятҡан йыуан бүрәнә өҫ­төн­дә ғәмһеҙ генә тәмәке көйрәтеп ҡар­шылағы тауҙарға бағып ултырған ҡаҡса кәүҙәле, һыҙы­лып киткән ҡара мы­йыҡлы йәш ирҙең кемдер ҡулын ялағас, ул тертләп, һиҫкәнеп китте. Ҡараһа – иҫ китмәле ҡупшы, һарысай көсөк!
– Бәс, әллә ер ярығынан килеп сыҡ­тың­мы? Күрмәй ҙә торам. – Әҙәм заты, ғәжәпләнеп, уның башынан, арҡаһынан һыйпаны. Һарысай рәхәтлек кисерҙе, һыҙлаған ҡолағы бер аҙ баҫылғандай булды. – Йор­тобоҙға “уау-уау” кәрәк ине, бына үҙең эҙләп таптың, йомроҡай, – тип яғымлы ғына өндәште, ҡулына алып, йәнә-йәнә иркәләне. Мәңге онотмаҫлыҡ итеп тойҙо был наҙҙы һарысай. Мәрхә­мәтле кеше иһә, уны ҡосағынан төшөр­мәгән килеш, өйөнә инеп, туҫтаҡҡа һөт ҡойоп, әпәй һалып алып сыҡты ла алдына ҡуйҙы:
– Ҡыйынһынма, эс әйҙә, эс, аша, асыҡ­ҡанһыңдыр. Һөт тәмле, шифалы, йәһәт үҫеп китерһең. Бәй, һинең исемең дә юҡ бит әле. Ниндәй исем ҡушайыҡ икән?.. Ауыл тулы Алабай, Ҡарабай. Аҡтүш бул... Юҡ, түшең аҡ түгел. Мохтар... Юҡ, Мохтар ағай асыуланыр, исемемде этенә ҡушҡан тип. Һа-а-й, иҫәүән, һин һарысай ҙа инде...
Яңы хужаһының уның менән ихлас һөйлә­шеүенә, йылы тойғоларына яуап итеп, көсөк тә шат сәңкел­дәне. Уның тауышын ишетеп, күҙе шарҙай булып, бер малай йүгереп килде.
– Ҡалай матур!.. Атай, ҡайҙан алдың уны?
– Алманым. Үҙе килеп тапты беҙҙе. Ниндәй исем ҡушайым, тип аптырап торам бына. Һарысайға туҡталдым.
– Һарысай, Һоросай... Атай, ул бесәй түгел дә инде. Ана, телевизорҙан диңгеҙ буйында үҫкән пальманы гел күрһәтәләр.
– Күргәнем бар. Аҫтында бер ҡатын һушы китеп, баунти ашап ята.
– Нәҡ шул. Мәңге йәшел көньяҡ ағасы. Ул миңә бик оҡшай. Этем булһа, шул исемде ҡушыр инем, тип уйлағайным.
– Пальма, тиң инде. Пальма.. Ағас атамаһы эткә килешер микән?..
– Ниңә килешмәһен, ти, килешер. Һәләк матур яңғырай. Уҡытыусыбыҙ хөрмә, кокос пальмаһы, май бирә торғандары ла була, ти.
– Хөрмә йә Кокос тигән исем ҡушһаҡ, иш-ш-еү ҙә татлыраҡ. – Ир иһаһайлап көлөп ебәрҙе.
– Атай... Көлмә инде...
– Ярай, ярай, һинеңсә, Пальма бул­һын.
– Йә, Пальма, һаумы! Мин һине оҙаҡ көттөм, – тип, малай көсөктөң тәпәйен тотто. – Әйҙә, танышайыҡ, минең исемем – Илһам, атайымдыҡы – Иршат.
Илһам ошондай дуҫы барлыҡҡа килеүгә ифрат та ҡыуанды, тағы ла дәртлерәк, дар­манлыраҡ малайға әйләнде, Пальмаһына туҡтауһыҙ һөт эсерҙе, телем-телем икмәк ашатты, ит-аштан да өҙмәне, нисек һыйларға белмәне. Көсөк, әкиәттәге батырҙай, ай үҫәһен көн үҫте.
Каникулға сығып, ҡаланан Илһамдың һигеҙенсене бөткән, ауылды өҙөлөп һағынған ике туған апаһы Рәйлә лә килеп төштө. Ул да ҡош-ҡортто хуш күрә. Инде көноҙоно бергәләп мәж булалар. Ара­ла­шырға, уйнарға яратҡан Пальма эргәлә­рендә урала, һырға­лана, борғолана, аяҡ араһында бутала, ырғый, һи­ке­рә, төрлөсә ҡылана. Йыуан ҡайын артына йә­шен­һәләр, эҙләп таба ла, ҡыуанып, ләззәт­ләнеп өрә. Аш табылыу – бер бәхет, иш табылыу – мең бәхет тигәндәй, үҙен әллә ни иткән иш-ҡуштары менән бик бәхетле Пальма.
Йәйге селлә айҙары үтеп, һарыса айы яҡын­лаш­ҡас, Рәйлә ҡалаға ҡайтып китте. Пальманы һағынып, ата-әсәһе йыш йө­рөүҙе тыйыуға ҡарамай, шәмбе көн ауыл­ға һыпырта. Эт тә уның ҡайтырын һәр саҡ тойоп, ҡапҡа алдына сығып, ҡыҙҙы көтөп ала ла ҡосағына ташлана. Шулай бер-береһен юҡһынышып, ниһайәт, оҙон ҡыштың да ахыры етте.
Йәшел миҙгел – йәннәт, хөрриәт! Рәйлә Илһамды эйәртеп, ҡыр-урманға ашҡына, сәс­кә­ләргә баға, ҡайын еләге йыя. Пальма улар­ҙан бер тотам да ҡал­май. Эҫелә бешегеп, һыу төшәләр, туй­ғансы йөҙәләр. Пальма ла әллә нисә мәртәбә сумып сыға. Кистәрен киноға, уйынға барһалар, уларҙы оҙата, көтөп алып ҡайта. Бер генә һөмһөҙ ҙә Рәйлә һы­лыуға яҡынлаша, бәйләнә ал­май, “һаҡсы”һы­нан шыртлай. Әҙәпле­ләр­ҙе, изгеләрҙе генә яҡын итә шул Пальма, әрһеҙ-оятһыҙҙарҙы шайтан һымаҡ күрә.
Бәхетлеләргә иһә ваҡыттың үткәне лә тойолмай, шулай йәй уртаһы ла етте. Һис тә эштән, көндәлек мәшәҡәттәрҙән, ығы-зығынан бушамаған Иршат ағай:
– Бер көн йылды туйҙыра торған мәл. Үлән өлгөрҙө, көндәр ҙә салт аяҙ тора, иртәгә бе­сәнгә төшәбеҙ, иртәрәк ятып йоҡлағыҙ, – тине.
Һай, йәмле лә инде Уралыбыҙҙың тәбиғә­те: йөҙ төрлө сәскә хуш еҫ бөркә, ер еләге күҙҙе ҡыҙҙыра, бал ҡорт­тары безелдәшеп оса, һут йыя, күңел­дәрҙе моңландырып, ҡоштар серләшә. Йәннәт... Ошо хозурлыҡтан илаһиланып, сихәтләнеп, бесәнселәр көйләп-йырлап ебәрә. Пальма ла ләү-ләү итеп ала. Илһам, бәләкәйерәк булғас, бөжәктәрҙе, иләүҙә ҡырмыҫҡаларҙың мәж килеүен, ҡайынға үрмәләүен күҙәтә, ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе ҡапҡылай. Бына кинәнесле тауышы яңғыраны:
– Рәйлә апай, кил, кил, сейә таптым!

(Аҙағы бар).


Вернуться назад