Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моңға сорнап тормош йомғағын
Моңға сорнап  тормош йомғағын Мәҙәнилек йыр-бейеүгә маһирлыҡта ғына түгел, тәү нәүбәттә халыҡтың күңел торошонда, көнүҙәк тормошто ла моңло итеп үткәреүендә сағыла. Район үҙәгендәге һәр урам-мөйөштә иртә таңдан көләс йөҙ менән тегендә-бында ашыҡҡан кешеләр, гөрләп торған баҙар, ауылды йылды оҙатыу тантанаһына әҙерләүселәрҙең дәртле хеҙмәтен күреү хозурлығы йәшәүгә дарман өҫтәй.
37 китапхананан тор­ған һәм 40 клубты, балалар сәнғәте мәктәбен, бер музейҙы, өс күргәҙмә залын үҙ эсенә алған сис­тема Ҡырмыҫҡалы районындағы мәҙәниәт учреждениеларының киң тармаҡлы булыуы ха­ҡын­да һөйләй. Төбәк­тә халыҡтың күп йәшәүен күҙ уңында тотоп, “2010 – 2014 йылдарҙа Башҡортостан Респуб­ли­каһының китапхана эшен үҫтереү” маҡсатлы программаһына ярашлы, районға бер мобиль китапхана үҙәге, йәғни библиобус, алынған. Бөгөн ул 22 ауыл биләмәһен, йәмғеһе 5 меңдән ашыу халыҡты хеҙмәтләндерә.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Гөлнара Әминева (һүрәттә) әйтеүенсә, әле йәшәп килгән ауыл клубтары селтәрен һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә эш әү­ҙемләшкән. Һуңғы өс йылда мәҙә­ниәт усаҡтарын реконструк­циялауҙы, йүнәтеүҙе бик юғары кимәлдә атҡа­рып сығыуы менән төбәк башҡа­ларға өлгө булырлыҡ. Ошо тәңгәлдә яңы­рыу кисергән Бекетов, Сахай, Прибельский ауылдары мәҙәниәт йорт­тары, Илтерәк ауылы клубы, Шәриф Бикҡолдоң йорт-музейы халыҡ йәшәйешенең, райондың рухи һәм тышҡы йөҙөн билдәләй.
Моңға сорнап  тормош йомғағынРеспубликаның Мәҙәниәт ми­нис­тр­лығы район хакимиәте башлығы менән берлектә төрлө ҡатлам кеше­ләрен хеҙмәтләндереү, йәштәрҙең, балаларҙың, ғаиләнең ялын әүҙем һәм файҙалы итеп ойоштороу, ауыл клубтарын үҙгәртеп ҡороу, күп функциялы мәҙәни үҙәктәр булдырыу маҡсатында Прибельский, Илтерәк ауылдары мәҙәниәт усаҡтары, Мө­хәм­мәтсәлим Өмөтбаевтың, Шәриф Бикҡолдоң йорт-музейҙары заманса яңырыу кисергән. Уларҙа булды­рылған ял, шахмат мөйөштәре, спорт уйындары барышын, әкиәт-фильм­дар ҡарау өсөн ҙур экран, виртуаль һәм ябай китапхана, Интернет хеҙ­мәт­ләндереүе һәм башҡа заманса йыһазландырыу ҡала ерендәге мәҙә­ни усаҡтарҙыҡынан һис ҡалышмай.
Билдәле мордва мәғрифәтсеһе, уҡытыусы, этнограф Авксентий Юр­товтың тыуыуына 160 йыл тулыуға арналған ижад байрамы айҡанлы, быйыл Илтирәк ауылында күп функциялы мәҙәни үҙәк, мордва халҡы музейы булдырылған. Ишек- тәҙ­рәләр­ҙән башлап сәхнә, йылытыу системаһы, аппаратураға тиклем яңырыу кисергән, бильярд, теннис өҫтәлдәре менән бер рәттән, башҡа бик күп кәрәк-яраҡ алынған. Киләсәктә райондағы бындай үҙәктәр һанын тиҫтәгә еткереү планлаштырыла.
Прибельский ауылындағы моделле үҫмерҙәр китапханаһы, республика кимәлендәге конкурста ҡат­нашып, 100 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән. Ошо уҡ учреждение, “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” халыҡ-ара акцияла әүҙем­лек күрһәтеп, Һамар өлкәһенең мәҙә­ниәт министрлығы, ундағы үҫмерҙәр китапханаһы тарафынан диплом менән бүләкләнгән, шулай уҡ “Баш­ҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы” республика бәйгеһе сик­тә­рен­дә “Сикһеҙ шиғриәт” номи­нацияһында билдәләнгән.
Мәҙәниәт йылын үткәреү йәһә­тенән бар өлкәләге хеҙмәткәрҙәр ҙә сараларҙы ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән. Райондың 3 меңдән ашыу кешеһен бергә йыйған, ауыл биләмәләре араһында үткәрелгән “Мәҙәниәт – халыҡтар йәйғоро” фес­тивале боронғо кәсеп-йолаларҙы һаҡлау, йәш быуында сәнғәткә, хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатын ҡыуа. Күптән түгел халыҡ-ара Аксаков байрамы ойошторолһа, республиканы иңләгән “Башҡор­т­остандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафонын лайыҡлы ҡабул итеп, һөҙөмтәлә II урын яулаған уңған, тырыш ҡырмыҫҡалылар. Декабрь башында ғына тарихыбыҙ биттәрендә уйылып ҡалған дәһшәтле 1812 йылғы Ватан, Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштары темаһына арнал­ған республика “Өс һуғыш: Ва­тан, намыҫ һәм дан өсөн” фестивале үҙенсәлекле, ҙур әһәмиәткә эйә сара тип ҡабул ителде.
Алда әйтеп үтелгәндәрҙән сығып, Ҡырмыҫҡалы районы етәкселегенең тәү сиратта халыҡ мәнфәғәтендә эш итеүен, йәш быуынға тәрбиә, белем биреүгә, рухи, мәҙәни үҫешкә ҙур иғтибар бүлеүен айырып билдәләү зарур. Әнғәм Атнабаевтың шиғы­рындағыса, “Моңло ғүмер – зәрә матур, моңһоҙ ғүмер – күңелһеҙ” тигәндәй, ҡырмыҫҡалыларҙың килә­сәктә лә күңел моңдарын һүрелтмәй, дәрт-дарманлы, берҙәм булып заман дилбегәһен ышаныслы ҡулдарҙа тотоуын теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780