Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Вәғәҙә Милицияның өлкән лейте­нан­ты Марат Ибәтуллин­ды, “Хәҙер инде поли­цей­ский булам” тип дәртләнеп йөрөгәндә, уйла­маҫ­тан аттестациянан үткәрмә­неләр. Ниндәй гонаһы булғандыр, уйлап-уйлап үҙе лә таба алманы. Дуҫ-иштәренә ярҙам һорап өндә­шеп ҡараны, тик уларҙың да фай­ҙа­һы тей­мәне. Ары һуғылды, бире бә­релде, ҡыҫ­ҡа­һы, көтмәгәндә эшһеҙ ҡалды. Шу­лай эш эҙләп йөрөп, ҡыш та үтеп китте. “Ярай әле ғаиләм юҡ”, тип еңел һулап ҡуя Марат. Эш эҙләне тигәс тә, буш та йөрөмәне ул. Ваҡ-төйәк шөғөл табылып торҙо. Тик Марат күңеленә ятырлыҡ етди эш эҙләне. Биш-алты йыл ғына хеҙмәт итеп өлгөрһә лә, күнегелгән эш күнегел­гән инде. Шунда тарта ла тора. Яңғыҙ­лыҡтың бер яғы рәхәт булһа ла, ҡыйыны күберәк икән. Тәүҙәрәк буш фатирында йәм тапмай йөҙәне Марат. Элек хеҙмәттә көнө-төнө йөрөп һиҙелмәгәндер. Ә хәҙер килеп ниш­ләргә белмәй аҙаплана. “Мө­хәб­бәт фронтында” ла Марат, үҙе әйт­меш­ләй, уңманы. Юҡ, ул бөтөнләй мө­хәб­бәтһеҙ әҙәм түгел, “өс көнлөктәр” һанап бөт­көһөҙ күп булды. Ә бына ысынлап һөйгә­не юҡ.
Хәйер, милицияла хеҙмәт иткәндә уның ваҡыты ла булмай торғайны. Әле генә ул ҡайҙа барып бәрелергә белмәй, көн уҙғара алмай йонсой.
“Берәй аҙна “таксовать” итеп алырға кә­рәк” тигән ҡарарға килде Марат. Ул шу­лай ара-тирә аҡса эшләп ала. Кем әйт­мешләй, “ҡор­һаҡты алдарға кәрәк бит”. Гел бер генә яҡҡа — Белоретҡа, Учалыға ғына — бара. Бер ыңғайҙан тыуған ауылын да күреп сыға. Атай йорто буш тора. Бер кеме лә юҡ хәҙер Ма­раттың. Ата-әсәһе бер-бер артлы донъя ҡуйҙы. Ағаһы бар ине лә, “Афған”дан ҡайт­маны. Хәбәр­һеҙ юғалды. Бәлки, ҡайтып та килер әле, тип өмөтләнеп ҡуя Марат. Күпме ғүмер үтһә лә, өмөт өмөт инде — һүнмәй.
“Ҡайтайым ауылыма” тип ауыҙ эсенән мығырҙап-көйләп, документтарын барлап алды ла йыйынып сығып китте. Маши­наһы янына барып еткәс, уратып йөрөп ҡарап сыҡты. Иҫкерәк булһа ла, иномар­ка! Ултырып, ҡыҙҙырып ебәрҙе, машина, хужаһы килгәнгә шатланған­дай, “гөжжж” итеп ҡуйҙы.
Марат яйлап ҡына ҡуҙғалып китте.
Һуңғы ваҡытта юлда йөрөүе оҡшай башланы уға. Архангелде сыҡҡас, бер урында йылға бар, шул һыу буйында матур ғына ханым ваҡ-төйәк ризыҡ менән һатыу итә. Юл кешеһенә ни, ярап ҡала, туҡтайҙар. Марат та Белоретҡа ҡайтып килгәндә шунда туҡта­ғайны. Теге ханым арбаны ла ҡуйҙы. Юҡ йомошон бар итеп, аҙаҡ Архангелгә бер нисә тапҡыр барып ҡайтты. Ҡайтышлай шул сәй эскән урын­ға туҡтала. Теге ҡатынҡай ҙа сөм-ҡа­ра күҙҙәре менән Мараттың йөрәген яндырып ҡарап ҡуйғандай. Әллә ни һөйләш­мәй­ҙәр, әммә бәйләнеш бар. Һәр хәлдә, Марат шу­лай уйлай. “Бөгөн барыбер исемен белеп ҡай­там”, – тип бәхәсләшә ул күңе­лен­дәге икенсе Марат менән. Тегенеһе: “Ҡулыңдан килмәй һинең”, — тип һүҙен бирмәй. – “Өс көнлөк”тәргә генә шәп бит һин, ә был матурҡай өс көнлөк түгел”, – тип үсекләй ҙә.
Ошолай уйланып барғанда үҙенең йылмайып килгәнен һиҙеп ҡалды ул. Ысынлап та, ауыҙын йыйып ала алмай, ҡолағына еткән. Уйлағандарынан уға рәхәт ине. Тик бына эше генә юҡ. Шуғалыр инде күңеле гел китек. “Эше лә табылыр. Кәләш тә алыныр”, – тип, үҙе лә һиҙмәҫтән, уйларға ла баҙнат итмәгән уйын рифмалап ҡуйҙы. — Һа! Әллә шиғыр яҙырға итәм инде!”
Эше лә табылы-ы-ыр,
Кәләш тә алыны-ы-ыр,
Кәләш тә алыныр,
Эше лә табылыр,
– тип көйләп үк ебәрҙе. Күңеле күтәрелде Мараттың. Аэропорт айырсаһына еткәс, кеше ултыртам тип туҡтап торманы. Бәй, бүтәнсә нисек булырға тейеш һуң? Ул бит юлыңғай түгел, ә төбәп, етди эш менән китеп бара.
– Ә, Ибәтуллин? – тип көҙгөгә ҡарап, үҙенә-үҙе күҙ ҡыҫып алды.
Марат ашыҡманы. Үҙе лә аңғармаҫтан ал­дына ҡуйылған маҡсаттың ҡатмарлы икән­ле­генә төшөнә башланы. Шуға ла ни әйтерен алдан уйлап, фекерен төйнәп бар­ҙы. “Әллә кире боролайыммы?” тип уйлап та ҡуя.
Әммә күңелендәге теге Марат “ҡурҡаҡ, ҡурҡаҡ, ҡурҡаҡ” тип үсекләй. Түгел! Егет булырға вәғәҙә бирәм, тип бәхәсләшә элек­ке өлкән лейтенант. Шулай үҙ-үҙе менән бәхәс­ләшә-бәхәсләшә уйҙары бута­лып, йөрәге дарҫлап, тирләп-бешеп, хәле бөтөп, теге матурҡай янына барып етте.
Марат машинаһынан бер ара сыҡмай ултырҙы. Тирә-яҡта һис кем күренмәй. Әллә килмәгән инде, тип уйлап, еңел һулап ҡуйҙы. Ләкин шул ваҡытта яр аҫтынан биҙрә менән һыу күтәргән теге матурҡай күренде. Марат ни эшләргә белмәй албырғап ҡалды. Бәй, теге ҡатынҡай өндәшә түгелме? Эйе шул, Маратҡа ҡысҡыра...
– Ярҙам итегеҙсе, егет кеше...
– Ә, ә, эйе, хәҙер... — Марат йүгереп ба­рып уның ҡулындағы һыу менән тулы биҙ­рәне алды.
– Килмәм, тип уйлағайным да, кемдер көтөп торған һымаҡ тойолдо, — тине матур­ҡай, Мараттың күҙҙәренә туп-тура ҡарап. Егет бөтөнләй һүҙһеҙ ҡалды. Ханымдың сөм-ҡара күҙҙәре матур, яғымлы итеп тултырып ҡарай.
– Һаумыһығыҙ, – тине Марат, ни әйтергә белмәйенсә.
– Һаумыһығыҙ, – булды яуап. Матурҡай­ҙың йылмайған күҙҙәре егеттең күңелен иләҫ-миләҫ килтерә.
– Хәҙер самауыр ҡайнатам, ун биш ми­нутҡа сабыр итһәгеҙ, үҙегеҙҙе тәмле сәй менән һыйлармын.
Марат ҡатынҡайҙың килешле, етеҙ хәрә­кәт­тәрен күҙәтте. Ә ханым, уның уйҙарын уҡығандай, күҙҙәренә ҡарап тағы йылмайҙы. Егеттең тамағына төйөр тығылды, ни әйтер­гә белмәне.
– Эйе, рәхмәт, — тигән булды һәм... ҡа­пыл матурҡайҙы ҡосаҡлап күтәреп үк алды. Ҡатынҡай ҡаршы­лашманы, киреһенсә, егет­тең башынан ҡосаҡлап, күкрәгенә ҡыҫты һәм ҡолағына: “Сабыр ит, өлгөрөрһөң”, – тип наҙлы ғына шыбырланы.
Марат үҙен ҡулға алырға тырыш­ты. Ҡо­саҡ­тарын ысҡындырып, ҡа­тын­ды ергә тө­шөрҙө, ләкин барыбер тынысланманы.
– Исемең нисек? – тип һораны, йыш-йыш тын алып.
– Вәғәҙә.
– Үәғәҙә?
– Эйе. Ниңә иҫең китте? Ә үҙеңдеке?
– Марат.
Улар шулай танышты. Бер-береһенең ҡулдарын тотҡан килеш оҙаҡ итеп күҙгә-күҙ ҡарашып торҙолар. Матурҡай-Вәғәҙә ҡы­йыуы­раҡ булып сыҡты.
– Ҡайҙа барабыҙ? – тип һораны.
– В смысле? – тип ҡаушап яуапланы Марат, урыҫсалап.
Вәғәҙә һыны ҡатып, матур иттереп көлөп ебәрҙе.
– Исеме Марат икән, ҡатын-ҡыҙ алдында ҡаушай, ғәҙәте харап икән, – тип таҡмаҡ­ланы ла, Маратты үҙе ҡосаҡлап алып, ирененән һурып үпте.
Ҡосаҡлашҡан килеш ергә, үлән өҫтөнә ауҙылар. Оҙаҡ яттылар, был ваҡытта улар өсөн бер кем юҡ ине. Бөгөн донъяла икеһе генә. Вәғәҙә күңелендә күккә осто. Тәне ләз­зәт даръяһында йөҙҙө, ә йәне бөткөһөҙ шатлыҡлы һағыш менән тулды. Ә Марат үҙен батырҙарҙың-батыры итеп тойҙо. Был мәлдә уға бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел ине. Уйҙарында булған “дошмандарын” ҡыйрат­ты. Чечняла йөрөгән саҡта­рын иҫенә төшө­рөп, взводын һөжүмгә күтәрҙе. Нисек ҡапыл ғына икеһе бер бөтөн булып уҡмашһалар, шулай уҡ ҡапыл ғына айырылыштылар.
Бер-береһенең күҙҙәренә ҡа­рарға оялышып, икеһе ике яҡҡа әйләнеп ятты. Марат ята торғас, ойоп йоҡлап китте. Ә Вәғәҙә тороп йылғаға табан атланы һәм күлдәген дә һалып тор­ма­йынса һыуға сумды. Һыу уның тә­ненә еңеллек биреп, әле генә ҡылған гонаһын йыуған кеүек булды. Йыл­ға­ла торған килеш “Һә-һә, һәүүү” тип урманды яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙе.
Урман уға “Ә-ә-әүү” тип яуапланы. Шулай күңеле хозурланып торҙо ла йырлап ебәрҙе. Тауҙар тыныс ҡына Вәғәҙә­нең моңон тың­ланы. Йыр тауышына Ма­рат та уянды. Тороп ултырҙы ла, тыныс ҡына тыңлап бөткәс, һыуға төшөп, Вәғәҙәнең ҡаршыһына барып баҫты. Бер килке күҙ­гә-күҙ ҡарашып торҙолар, “күҙ­ҙәрең наҙ­лы, йырың зарлы” тип Марат тынлыҡты боҙҙо һәм үҙе лә һиҙ­мәҫтән шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Мин бөгөн шиғыр менән һөйлә­шәм, – тине ул, һүҙҙәренә ҙур мәғәнә һалырға тырышып.
– Ә минең йөрәгем һулҡылдай, – тине Вәғәҙә, башын эйеп.
– Ниңә? — Марат һағайҙы.
– Ирем дә милиционер ине… Чечнянан үлеп ҡайтты... Һин дә милиционер, ҡурҡам.
– Минәнме?
– Яҙмыштан.
– Йүләркәйем, — Марат Вәғәҙәне ҡосаҡ­лап алды. Ҡатын шым ғына иланы. Уның күҙ йәштәре шатлыҡ, һағыш менән бергә ҡушы­лып аҡты. Марат илаған ҡатындарҙы йыуата белмәй, шуға күрә ул Вәғәҙәне ҡосаҡлаған килеш арҡаһынан һыйпап яратып тик торҙо. Ҡатындың тулышып йөрөгән күңеле бушап ҡалды. Ә Марат таяҡты тотҡан урынынан һындырырға булды.
– Ҡайттыҡ, – тине ул, бер ни булмаған­дай.
– Ҡайҙа?
– Өфөгә.
– Ә ҡайтмаһам? – тине Вәғәҙә, шаярып.
– Урлап алып китәм, – тине Марат.
– Урамда малым, илап ҡалыр балам юҡ, тик мин еңел-елпегә риза түгел. Ауылда аға­йым йәшәй, барып һөйләш, кешесә булһын, – тине, Мараттың күҙҙәренә ҡарап. Ир бөтөнләй көтөлмәгән һорау бирҙе:
– Минең милиционер икәнлекте ҡайҙан белдең?
– Һуң салбарың…
– Ә-ә-ә, — Марат үҙенең кейеменә күҙ һалды.
Ысынлап та, милиция формаһы­ның салбары шул.
– Һөйләшергә икән, һөйләшербеҙ – тип һүҙен бирмәне Марат. Күңелендәге теге Марат: “Браво!” – тип ҡысҡырҙы. “Шулай ул абзың!”– тип икенсеһе уға күҙ ҡыҫты.
– Һин миңә тәҡдим яһайһыңмы? – тине Вәғәҙә, икеләнеп.
– Эйе. — Яуап ҡыҫҡа булды.


(Аҙағы бар).


Автор: Мағаш ЙОМА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 686

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 065

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 587

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 783

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 611

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 465

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 516

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 424

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 681

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 416

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 580