
Милицияның өлкән лейтенанты Марат Ибәтуллинды, “Хәҙер инде полицейский булам” тип дәртләнеп йөрөгәндә, уйламаҫтан аттестациянан үткәрмәнеләр. Ниндәй гонаһы булғандыр, уйлап-уйлап үҙе лә таба алманы. Дуҫ-иштәренә ярҙам һорап өндәшеп ҡараны, тик уларҙың да файҙаһы теймәне. Ары һуғылды, бире бәрелде, ҡыҫҡаһы, көтмәгәндә эшһеҙ ҡалды. Шулай эш эҙләп йөрөп, ҡыш та үтеп китте. “Ярай әле ғаиләм юҡ”, тип еңел һулап ҡуя Марат. Эш эҙләне тигәс тә, буш та йөрөмәне ул. Ваҡ-төйәк шөғөл табылып торҙо. Тик Марат күңеленә ятырлыҡ етди эш эҙләне. Биш-алты йыл ғына хеҙмәт итеп өлгөрһә лә, күнегелгән эш күнегелгән инде. Шунда тарта ла тора. Яңғыҙлыҡтың бер яғы рәхәт булһа ла, ҡыйыны күберәк икән. Тәүҙәрәк буш фатирында йәм тапмай йөҙәне Марат. Элек хеҙмәттә көнө-төнө йөрөп һиҙелмәгәндер. Ә хәҙер килеп нишләргә белмәй аҙаплана. “Мөхәббәт фронтында” ла Марат, үҙе әйтмешләй, уңманы. Юҡ, ул бөтөнләй мөхәббәтһеҙ әҙәм түгел, “өс көнлөктәр” һанап бөткөһөҙ күп булды. Ә бына ысынлап һөйгәне юҡ.
Хәйер, милицияла хеҙмәт иткәндә уның ваҡыты ла булмай торғайны. Әле генә ул ҡайҙа барып бәрелергә белмәй, көн уҙғара алмай йонсой.
“Берәй аҙна “таксовать” итеп алырға кәрәк” тигән ҡарарға килде Марат. Ул шулай ара-тирә аҡса эшләп ала. Кем әйтмешләй, “ҡорһаҡты алдарға кәрәк бит”. Гел бер генә яҡҡа — Белоретҡа, Учалыға ғына — бара. Бер ыңғайҙан тыуған ауылын да күреп сыға. Атай йорто буш тора. Бер кеме лә юҡ хәҙер Мараттың. Ата-әсәһе бер-бер артлы донъя ҡуйҙы. Ағаһы бар ине лә, “Афған”дан ҡайтманы. Хәбәрһеҙ юғалды. Бәлки, ҡайтып та килер әле, тип өмөтләнеп ҡуя Марат. Күпме ғүмер үтһә лә, өмөт өмөт инде — һүнмәй.
“Ҡайтайым ауылыма” тип ауыҙ эсенән мығырҙап-көйләп, документтарын барлап алды ла йыйынып сығып китте. Машинаһы янына барып еткәс, уратып йөрөп ҡарап сыҡты. Иҫкерәк булһа ла, иномарка! Ултырып, ҡыҙҙырып ебәрҙе, машина, хужаһы килгәнгә шатланғандай, “гөжжж” итеп ҡуйҙы.
Марат яйлап ҡына ҡуҙғалып китте.
Һуңғы ваҡытта юлда йөрөүе оҡшай башланы уға. Архангелде сыҡҡас, бер урында йылға бар, шул һыу буйында матур ғына ханым ваҡ-төйәк ризыҡ менән һатыу итә. Юл кешеһенә ни, ярап ҡала, туҡтайҙар. Марат та Белоретҡа ҡайтып килгәндә шунда туҡтағайны. Теге ханым арбаны ла ҡуйҙы. Юҡ йомошон бар итеп, аҙаҡ Архангелгә бер нисә тапҡыр барып ҡайтты. Ҡайтышлай шул сәй эскән урынға туҡтала. Теге ҡатынҡай ҙа сөм-ҡара күҙҙәре менән Мараттың йөрәген яндырып ҡарап ҡуйғандай. Әллә ни һөйләшмәйҙәр, әммә бәйләнеш бар. Һәр хәлдә, Марат шулай уйлай. “Бөгөн барыбер исемен белеп ҡайтам”, – тип бәхәсләшә ул күңелендәге икенсе Марат менән. Тегенеһе: “Ҡулыңдан килмәй һинең”, — тип һүҙен бирмәй. – “Өс көнлөк”тәргә генә шәп бит һин, ә был матурҡай өс көнлөк түгел”, – тип үсекләй ҙә.
Ошолай уйланып барғанда үҙенең йылмайып килгәнен һиҙеп ҡалды ул. Ысынлап та, ауыҙын йыйып ала алмай, ҡолағына еткән. Уйлағандарынан уға рәхәт ине. Тик бына эше генә юҡ. Шуғалыр инде күңеле гел китек. “Эше лә табылыр. Кәләш тә алыныр”, – тип, үҙе лә һиҙмәҫтән, уйларға ла баҙнат итмәгән уйын рифмалап ҡуйҙы. — Һа! Әллә шиғыр яҙырға итәм инде!”
Эше лә табылы-ы-ыр,
Кәләш тә алыны-ы-ыр,
Кәләш тә алыныр,
Эше лә табылыр,
– тип көйләп үк ебәрҙе. Күңеле күтәрелде Мараттың. Аэропорт айырсаһына еткәс, кеше ултыртам тип туҡтап торманы. Бәй, бүтәнсә нисек булырға тейеш һуң? Ул бит юлыңғай түгел, ә төбәп, етди эш менән китеп бара.
– Ә, Ибәтуллин? – тип көҙгөгә ҡарап, үҙенә-үҙе күҙ ҡыҫып алды.
Марат ашыҡманы. Үҙе лә аңғармаҫтан алдына ҡуйылған маҡсаттың ҡатмарлы икәнлегенә төшөнә башланы. Шуға ла ни әйтерен алдан уйлап, фекерен төйнәп барҙы. “Әллә кире боролайыммы?” тип уйлап та ҡуя.
Әммә күңелендәге теге Марат “ҡурҡаҡ, ҡурҡаҡ, ҡурҡаҡ” тип үсекләй. Түгел! Егет булырға вәғәҙә бирәм, тип бәхәсләшә элекке өлкән лейтенант. Шулай үҙ-үҙе менән бәхәсләшә-бәхәсләшә уйҙары буталып, йөрәге дарҫлап, тирләп-бешеп, хәле бөтөп, теге матурҡай янына барып етте.
Марат машинаһынан бер ара сыҡмай ултырҙы. Тирә-яҡта һис кем күренмәй. Әллә килмәгән инде, тип уйлап, еңел һулап ҡуйҙы. Ләкин шул ваҡытта яр аҫтынан биҙрә менән һыу күтәргән теге матурҡай күренде. Марат ни эшләргә белмәй албырғап ҡалды. Бәй, теге ҡатынҡай өндәшә түгелме? Эйе шул, Маратҡа ҡысҡыра...
– Ярҙам итегеҙсе, егет кеше...
– Ә, ә, эйе, хәҙер... — Марат йүгереп барып уның ҡулындағы һыу менән тулы биҙрәне алды.
– Килмәм, тип уйлағайным да, кемдер көтөп торған һымаҡ тойолдо, — тине матурҡай, Мараттың күҙҙәренә туп-тура ҡарап. Егет бөтөнләй һүҙһеҙ ҡалды. Ханымдың сөм-ҡара күҙҙәре матур, яғымлы итеп тултырып ҡарай.
– Һаумыһығыҙ, – тине Марат, ни әйтергә белмәйенсә.
– Һаумыһығыҙ, – булды яуап. Матурҡайҙың йылмайған күҙҙәре егеттең күңелен иләҫ-миләҫ килтерә.
– Хәҙер самауыр ҡайнатам, ун биш минутҡа сабыр итһәгеҙ, үҙегеҙҙе тәмле сәй менән һыйлармын.
Марат ҡатынҡайҙың килешле, етеҙ хәрәкәттәрен күҙәтте. Ә ханым, уның уйҙарын уҡығандай, күҙҙәренә ҡарап тағы йылмайҙы. Егеттең тамағына төйөр тығылды, ни әйтергә белмәне.
– Эйе, рәхмәт, — тигән булды һәм... ҡапыл матурҡайҙы ҡосаҡлап күтәреп үк алды. Ҡатынҡай ҡаршылашманы, киреһенсә, егеттең башынан ҡосаҡлап, күкрәгенә ҡыҫты һәм ҡолағына: “Сабыр ит, өлгөрөрһөң”, – тип наҙлы ғына шыбырланы.
Марат үҙен ҡулға алырға тырышты. Ҡосаҡтарын ысҡындырып, ҡатынды ергә төшөрҙө, ләкин барыбер тынысланманы.
– Исемең нисек? – тип һораны, йыш-йыш тын алып.
– Вәғәҙә.
– Үәғәҙә?
– Эйе. Ниңә иҫең китте? Ә үҙеңдеке?
– Марат.
Улар шулай танышты. Бер-береһенең ҡулдарын тотҡан килеш оҙаҡ итеп күҙгә-күҙ ҡарашып торҙолар. Матурҡай-Вәғәҙә ҡыйыуыраҡ булып сыҡты.
– Ҡайҙа барабыҙ? – тип һораны.
– В смысле? – тип ҡаушап яуапланы Марат, урыҫсалап.
Вәғәҙә һыны ҡатып, матур иттереп көлөп ебәрҙе.
– Исеме Марат икән, ҡатын-ҡыҙ алдында ҡаушай, ғәҙәте харап икән, – тип таҡмаҡланы ла, Маратты үҙе ҡосаҡлап алып, ирененән һурып үпте.
Ҡосаҡлашҡан килеш ергә, үлән өҫтөнә ауҙылар. Оҙаҡ яттылар, был ваҡытта улар өсөн бер кем юҡ ине. Бөгөн донъяла икеһе генә. Вәғәҙә күңелендә күккә осто. Тәне ләззәт даръяһында йөҙҙө, ә йәне бөткөһөҙ шатлыҡлы һағыш менән тулды. Ә Марат үҙен батырҙарҙың-батыры итеп тойҙо. Был мәлдә уға бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел ине. Уйҙарында булған “дошмандарын” ҡыйратты. Чечняла йөрөгән саҡтарын иҫенә төшөрөп, взводын һөжүмгә күтәрҙе. Нисек ҡапыл ғына икеһе бер бөтөн булып уҡмашһалар, шулай уҡ ҡапыл ғына айырылыштылар.
Бер-береһенең күҙҙәренә ҡарарға оялышып, икеһе ике яҡҡа әйләнеп ятты. Марат ята торғас, ойоп йоҡлап китте. Ә Вәғәҙә тороп йылғаға табан атланы һәм күлдәген дә һалып тормайынса һыуға сумды. Һыу уның тәненә еңеллек биреп, әле генә ҡылған гонаһын йыуған кеүек булды. Йылғала торған килеш “Һә-һә, һәүүү” тип урманды яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙе.
Урман уға “Ә-ә-әүү” тип яуапланы. Шулай күңеле хозурланып торҙо ла йырлап ебәрҙе. Тауҙар тыныс ҡына Вәғәҙәнең моңон тыңланы. Йыр тауышына Марат та уянды. Тороп ултырҙы ла, тыныс ҡына тыңлап бөткәс, һыуға төшөп, Вәғәҙәнең ҡаршыһына барып баҫты. Бер килке күҙгә-күҙ ҡарашып торҙолар, “күҙҙәрең наҙлы, йырың зарлы” тип Марат тынлыҡты боҙҙо һәм үҙе лә һиҙмәҫтән шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Мин бөгөн шиғыр менән һөйләшәм, – тине ул, һүҙҙәренә ҙур мәғәнә һалырға тырышып.
– Ә минең йөрәгем һулҡылдай, – тине Вәғәҙә, башын эйеп.
– Ниңә? — Марат һағайҙы.
– Ирем дә милиционер ине… Чечнянан үлеп ҡайтты... Һин дә милиционер, ҡурҡам.
– Минәнме?
– Яҙмыштан.
– Йүләркәйем, — Марат Вәғәҙәне ҡосаҡлап алды. Ҡатын шым ғына иланы. Уның күҙ йәштәре шатлыҡ, һағыш менән бергә ҡушылып аҡты. Марат илаған ҡатындарҙы йыуата белмәй, шуға күрә ул Вәғәҙәне ҡосаҡлаған килеш арҡаһынан һыйпап яратып тик торҙо. Ҡатындың тулышып йөрөгән күңеле бушап ҡалды. Ә Марат таяҡты тотҡан урынынан һындырырға булды.
– Ҡайттыҡ, – тине ул, бер ни булмағандай.
– Ҡайҙа?
– Өфөгә.
– Ә ҡайтмаһам? – тине Вәғәҙә, шаярып.
– Урлап алып китәм, – тине Марат.
– Урамда малым, илап ҡалыр балам юҡ, тик мин еңел-елпегә риза түгел. Ауылда ағайым йәшәй, барып һөйләш, кешесә булһын, – тине, Мараттың күҙҙәренә ҡарап. Ир бөтөнләй көтөлмәгән һорау бирҙе:
– Минең милиционер икәнлекте ҡайҙан белдең?
– Һуң салбарың…
– Ә-ә-ә, — Марат үҙенең кейеменә күҙ һалды.
Ысынлап та, милиция формаһының салбары шул.
– Һөйләшергә икән, һөйләшербеҙ – тип һүҙен бирмәне Марат. Күңелендәге теге Марат: “Браво!” – тип ҡысҡырҙы. “Шулай ул абзың!”– тип икенсеһе уға күҙ ҡыҫты.
– Һин миңә тәҡдим яһайһыңмы? – тине Вәғәҙә, икеләнеп.
– Эйе. — Яуап ҡыҫҡа булды.
(Аҙағы бар).