Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижад шишмәләре һайыҡмай
Ижад шишмәләре һайыҡмай Фин-уғыр халыҡтары милли мәҙәниәттәренең төбәк-ара фестивале Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ҡала һәм район хакимиәттәре менән берлектә туғыҙынсы тапҡыр үткәрелде. Быйыл уны ойоштороуҙа Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң Коми Республикаһының баш ҡалаһы Сыктывкарҙа эшләп килгән филиалы — “Рәсәй Федерацияһының фин-уғыр мәҙәни үҙәге” лә ҡатнашты. Бик матур әҙерләнгән был мәҙәни сара ҙур байрам булып Нефтекамала башланды, Мишкә һәм Яңауыл райондарында шаулап дауам итеп, милләттәр дуҫлығына арналған сағыу кисә менән Бөрө ҡалаһында тамамланды.


Мәҙәниәт һарайҙарының ҡуп­шы­лап биҙәлгән сәхнәләре түренә Баш­ҡорт­остандың төрлө район һәм ҡа­ла­ла­рында йәшәгән мари, мордва һәм уд­мурт халыҡтарының үҙеш­мәкәр сән­ғәт коллективтары һәм айырым баш­ҡарыусылары күтәрелде. Улар өс көн буйына үҙҙәренең быуындан быуынға күсеп килгән милли йыр-моңон яңғы­рат­ты, үҙенсә­лекле фольклор өлгөлә­рен, бейеү, йола һәм кейемдәрен күр­һәтте, үҙ-ара, шу­лай уҡ Рәсәйҙең баш­ҡа төбәктәренән килгән милләттәштәре менән шатланып-ҡыуанып аралашып, фекер алыш­ты, тәжрибә уртаҡлашты.
Фин-уғыр халыҡтарының милли мә­ҙәниәтен һәм ижадын артабан үҫ­те­реү­ҙе, милләт-ара татыулыҡты ны­ғытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған фести­валь “Рәсәй мәҙәниәте (2012—2018 йылдар)” маҡ­сатлы федераль программаһы саралары исемлегенә индерелгән. Ул рес­пуб­ликабыҙҙың ма­ри һәм удмурттар күпләп йәшәгән төньяҡ-көнбайыш төбәгендә 1991 йыл­дан үткәрелә. Фес­тивалгә был яҡтар өсөн мәҙәни үҙәккә әйләнгән Нефтекамала нигеҙ һалын­ған. Баш­ҡортос­тандың мари телендәге иж­ти­ма­ғи-сәйәси гәзите “Чолман“ (“Ка­ма”) бында нәшер ителә, ә удмурт телендәге “Ошмес” (“Инеш”) Үрге Тә­тешлелә сыға. Ҡалала һәм күрше райондарҙа был халыҡтарҙың милли берләшмәләре әүҙем эшләп килә.
Халыҡ ижады байрамында Венгрия, Латвия, Финляндия һәм Эстония илдәренән Коми, Мордва, Мари Иле, Удмурт республикаларынан, Пермь крайынан, Свердловск, Силә­бе, Төмән һәм Ырымбур өлкә­ләренән фин-уғыр халыҡтарының үҙешмәкәр ижади коллективтары һәм айырым башҡарыу­сылары даими ҡатнаша. Быйыл да уларҙың һаны 80-дән ашыу булды. Беҙҙең республикала эшләп килгән милли ижади төркөмдәрҙең биш тиҫ­тәнән ашыуының “халыҡ” һәм ”өлгөлө” исемдәренә лайыҡ булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Байрам саралары фин-уғыр халыҡ­тарының күп яҡлы мәҙәниәтенә ар­налған матбуғат конференцияһы ме­нән Нефтекаманың тарих-тыуған яҡ­ты өй­рә­неү музейында урынлашҡан Милли берләшмәләр үҙәгендә башланып кит­те. Рәсәйҙең фин-уғыр мә­ҙәни үҙәге етәксеһе Татьяна Бара­хова, уның урын­баҫары Александра Бушуева, Рес­пуб­ли­ка халыҡ ижады үҙәге­нең Неф­те­кама филиалы директоры Андрей Антипин, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралы­ғы етәксеһе Ирина Әхмәҙишина һәм Үҙәк етәксеһе Мө­хәссәнә Йәғәфәрова үткәргән был са­раға журналистар ме­нән бер рәттән ҡалала эшләп килгән алты милли-мә­ҙәни берләшмә вәкил­дәре, фестивал­дең айырым ҡатнашыу­сылары саҡы­рыл­ғайны. Ҡала мәҙәни үҙәгендәге “Ижад менән ҡанатлан­ған­дар” исемле сағыу концертта Башҡорт­ос­тан райондары, Мари Иле һәм Удмурт республикалары, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәләренең үҙеш­мә­кәр коллективтары һәм башҡарыу­сы­лары ҡатнаш­ты. Мари, удмурт һәм коми-пермяк телдәрендә яңғыраған йыр һәм таҡ­маҡтар, был халыҡтарҙың бейеүҙәре залда йыйылған төрлө милләт тама­шасыларының береһен дә битараф ҡалдырманы. Мәҙәниәт бай­ра­мының икенсе көнөндә Мишкә ра­йонында үткән “Йырлы яҡ шишмәләре” фольклор концерты һәм Яңауылда уҙға­рыл­ған “Бейеүҙәге рапсодия” тама­шаһы фин-уғыр халыҡтары ижадын тағы ла тулыраҡ кимәлдә күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек бирҙе.
Өсөнсө көндә фестиваль Бөрө ҡала­һында дауам итте. Бында фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәттәренең бөгөнгө торошо һәм үҫеш мәсьә­лә­ләренә ар­налған “түңәрәк өҫтәл” ойош­торолдо. Унда ҡала хакимиәте, милли-мәҙәни ойошмалар һәм Баш­ҡорт дәүләт уни­вер­ситетының Бөрө филиалы вәкилдә­ре менән бер рәт­тән алыҫтан килгән этнографтар — Венгрия Фәндәр акаде­мияһы Этнология институтының әй­ҙәүсе хеҙмәт­кәре Каталин Юхас менән Венгр йолалары йортоноң бүлек мө­дире Золтан Сабо — ҡатнашты. Әйт­кән­­дәй, ирле-ҡатынлы ҡунаҡтарҙың ике­һе лә үҙ илдәренең “Халыҡ ижады оҫтаһы” тигән маҡтаулы исемен йө­рөтә, төрлө халыҡ-ара конкурс лау­реат­тары. Каталин Юхас ханым ха­лыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ танылһа, ғаилә башлығы Золтан Сабо халыҡ музыка ҡоралда­рында, шул иҫәптән ҡыуыҡлы һор­найҙа (волынкала) бик матур уйнай. Уларҙың фестивалде ябыуға арнал­ған гала-кон­церт­тағы сығышын зал оҙайлы алҡыштарға күмде.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780